Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емештән һый

Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емештән һыйЙәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиҙәр. Емерелеп уңған мул уңышыбыҙҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйһаҡ, һалҡын, буранлы көндәрҙә банкаларҙа һаҡланған тәмлекәстәрҙе асып ҡыуанырбыҙ.

Һарымһаҡтың файҙаһын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Тик йыш ҡына уның һабағын алып ташлайбыҙ. Ә бит уның да ҡабатланмаҫ тәме, файҙаһы бар! Етмәһә, ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡалыу ысулдары ла бихисап.

Тәмләткес
1 килограмм һарымһаҡ һабағына 2 лимон, 300 грамм ҡыҙыл ҡарағат, 100 грамм әнис, 100 грамм шәфәри, 1 ҡалаҡ төйөлгән ҡыҙыл борос, 1 ҡалаҡ төйөлгән ҡара борос, бер нисә ботаҡ кинза, 2/3 стакан үҫемлек майы, тәменсә тоҙ кәрәк.
Һарымһаҡ һабағын, лимонды, ҡыҙыл ҡарағатты йыуып киптерәбеҙ ҙә ит турағыстан үткәрәбеҙ. Ваҡлап туралған йәшел үләндәрҙе ҡушабыҙ. Тәмләткестәр, тоҙ, үҫемлек майы өҫтәйбеҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ. Таҙа ҡоро банкаларға һалып, һалҡын урында һаҡлайбыҙ.

Тоҙланған һабаҡтар
1 килограмм һарымһаҡ һабағына 500 грамм тоҙ кәрәк.
Һарымһаҡ һабағын ит турағыстан үткәрәбеҙ һәм тоҙ һалып яҡшылап бутайбыҙ. Пластик һауытта йәки быяла банкала һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Йәшел май
200 грамм аҡ май, ит турағыстан үткәрелгән 3 ҡалаҡ һарымһаҡ һабағы кәрәк.
Аҡ майға һарымһаҡ һабағын ҡушып, ныҡ итеп бутайбыҙ. Шыптырға һалып йә ҡурғашҡа төрөп, туңдыр­ғысҡа ҡуябыҙ. Ҡышын кәрәк тиклем генә ҡырҡып алып ҡулланабыҙ. Икмәккә һылап ашарға бик йәтеш.

Крыжовниклы паста
500 грамм һарымһаҡ һабағына 500 грамм йәшел крыжовник, 3 балғалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, кинза, әнис үләндәре кәрәк.
Һарымһаҡ менән крыжовникты ит турағыстан үткәрәбеҙ. Йәшел тәмләткес үләндәрҙе ваҡлап турап өҫтәйбеҙ. Тоҙ, үҫемлек майы һалып болғатабыҙ. Һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.

Аджика эсендәге баклажан
1,5 килограмм баклажан, 1,5 килограмм помидор, ярты килограмм татлы борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, 1 стакан шәкәр, 50 грамм тоҙ, 50 грамм 6 процентлы аш һеркәһе, ярты стакан үҫемлек майы кәрәк.
Помидорҙы, татлы һәм әсе боросто, һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ. Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе ҡушабыҙ.
Баклажанды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ ҙа ҡайнап торған иҙелмәгә һалабыҙ. Көслө булмаған утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға тултырып, яҡшылап ҡаплап ҡуябыҙ.

Әфлисунлы шафталы (персик) ҡайнатмаһы
1,5 килограмм шафталы, 4 – 6 әфлисун, 1,3 килограмм шәкәр, 2,5 стакан һыу кәрәк.
Шафталыны ҡайнар һыу менән бешекләйбеҙ ҙә тышын әрсейбеҙ. Уртаға ярып, төшөн алабыҙ ҙа турайбыҙ. Әфлисунды әрсейбеҙ, төштәрен алабыҙ, шулай уҡ ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Ҡайнаған һыуға шәкәр ҡушабыҙ, 5 минут утта тотабыҙ. Емештәрҙе һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ ҙә 40 минут ҡайнатабыҙ, болғатып торабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Тулы банкаларҙы ҡайнар һыуҙа 5 минут стерилләйбеҙ ҙә яҡшылап ябып ҡуябыҙ. Баш түбән әйләндереп һыуынғансы тотабыҙ.

Еләк менән ирәүәндән ҡайнатма
1 килограмм еләккә 1 килограмм ирәүән һабағы, 2 килограмм шәкәр кәрәк.
Ирәүәндең һабаҡтарын әрсеп турайбыҙ ҙа, шәкәрҙең яртыһын ҡушып, ултыртып торабыҙ. Еләккә шәкәрҙең ҡалғанын һалабыҙ. 12 – 14 сәғәт үткәс, ирәүән менән еләкте айырым ҡайнатабыҙ, күбеген алабыҙ. Аҙағынан ҡушып болғатабыҙ ҙа, таҙа банкаларға тултырып, һаҡларға ҡуябыҙ.

Сейәнән цукат
1 килограмм сейәгә 1 килограмм шәкәр, 200 грамм шәкәр онтағы (ваҡ шәкәр ҙә ярай), 200 миллилитр һыу кәрәк.
Сейәнең төшөн алабыҙ. Шәкәргә һыу һалып, сироп ҡайнатабыҙ ҙа сейә өҫтөнә ҡоябыҙ. 6 сәғәт самаһы торғас, утҡа ҡуябыҙ. 15 минут ҡайнатабыҙ ҙа тағы 5-6 сәғәт һыуытабыҙ. Яңынан утҡа ҡуйып, әҙер булғансы ҡайнатабыҙ һәм тишекле сүмескә һалабыҙ. 2 сәғәт самаһы, сиробы ағып бөткәнсе тотабыҙ. Шунан сейәләрҙе шәкәр онтағында әүәләйбеҙ ҙә ҡағыҙға йә йыш рәшәткәгә бер ҡат итеп урынлаштырабыҙ. Өй йылылығында 5-7 көн киптерәбеҙ. Тиҙерәк булһын тиһәгеҙ, 40 градуслы йылылыҡтағы мейестә 12 сәғәт тоторға мөмкин. Сейәне быяла һауытта һаҡлайбыҙ. Был тәмлекәс төрлө десерттарҙы биҙәү өсөн дә йәтеш.
Гөлшат ҠУНАФИНА
әҙерләне.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook