Йәшел тәғәм

Йәшел тәғәмТәбиғәт уяна. Баҡсаларҙа, ялан-ҡырҙарҙа витаминға бай йәшеллек ҡалҡып сыҡты. Оҙайлы ҡыштан һуң һағындырған танһыҡ ыумаслы балтырған ашы, ҡуҙғалаҡлы бәлеш... Йәшел үләндәрҙән төрлө ризыҡтарҙы ауыҙ итәйек, дуҫтар!

Бәпембәнән ҡайнатма
Яҙ һайын күҙҙе иркәләгән бәләкәс кенә ҡояш ярсыҡтары – бәпембәнең бар өлөшө лә ашарға яраҡлы. Яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән ҡайнатма эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай. Үлән-үҫемлектәрҙе юлдан, завод-фабрикаларҙан алыҫ урында йыйырға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡояшлы көндә өҙөү яҡшыраҡ.

Беренсе ысул
200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, 1 лимон, ярты литр һыу кәрәк.
Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ. Ағып торған һыу аҫтында йыуабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ. Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ (тиҙ кәрәк булғанда, 20 минут самаһы мөмкин). Шунан 2 ҡат марля аша һөҙәбеҙ ҙә шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып, ҡаплап ҡуябыҙ.

Икенсе ысул
300 грамм сәскәгә 1 килограмм шәкәр, ярты лимон, ярты литр һыу, 2 бөртөк ҡәнәфер тәмләткесе, 4-5 ҡарағат япрағы, 2 һабаҡ мелисса үләне кәрәк.
Ҡарағат япрағы урынына сейәнекен йә ҡурай еләгенекен һалырға, цитрустарҙың ҡабығын, имбирь, ванилин, дәрсен (корица), кардамон кеүек үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәргә лә мөмкин.
Һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ. Йыуып ҡоротолған сәскәләрҙе ҡушабыҙ ҙа 15 минут утта тотабыҙ. Лимон һуты, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ ҙә тағы 5 минут ҡайнатабыҙ. Һөҙөп, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.

Өсөнсө ысул
Бәпембә сәскәһе менән балды һәр кем үҙе теләгәнсә миҡдарҙа ала.
Бәпембә сәскәләрен йыуып киптерәбеҙ ҙә таждарын ғына алабыҙ, йәшел өлөшөн ҡырҡып ташлайбыҙ. Шунан блендер йәки ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә банкаға һалабыҙ. Өҫтөнә шыйыҡ бал ҡоябыҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
М. ҒАРИФУЛЛИН фотоһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook