ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ МЕНӘН!!!

ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ МЕНӘН!!!Инәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр! "Башҡортостан ҡыҙы" журналын яратып уҡыусылар! Һеҙҙең тырышлыҡ, уңғанлыҡ, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ Әсә тигән исемде тағы ла тәрәнерәк, төптәнерәк аңларға ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙың наҙлы, нәзәкәтле, нескә күңелле зат икәнен, ул тыуҙырған матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр һәләткә эйә булыуын белеп, мәхәббәтле, бәхетле, сағыу оҙон ғүмер кисереп, һөйөп һәм һөйөлөп йәшәүегеҙҙе теләйем. Ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә, күңел төшөрмәҫкә, киреһенсә, сәмләнеп, серәшеп, еңеү тәмен татыу бәхете яҙһын һеҙгә! Балаларығыҙ иҫән-аман булһын, яҡындарығыҙ ҡыуандырһын! 8 март менән, ҡәҙерлеләрем!
Гөлназ Ҡотоева.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ журнал 8 Март




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook