Башҡортостан Ҡыҙы

Таңсулпан Ғарипова – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы!

Таңсулпан Ғарипова –  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы!
Башҡорт әҙәбиәтенең һирәк тә, маһир ҙа, көслө рухлы ла, күренекле лә шәхестәренең береһе – Таңсулпан Ғарипова күптән әҫәрҙәрен халыҡ яратып уҡыған яҙыусы ине. Ниһайәт, мәшһүр әҙибәнең саф, ҡеүәтле эшмәкәрлеге торошло баһаланып, рәсми рәүештә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тип танылды.

70-се йылдарҙа күптәрҙең һөйөүен яулаған «Ҡыр сейәһе» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы менән әҙәбиәткә ҡыйыу аяҡ баҫҡан әҙибәнең күңел даирәһе һәм ижад дәүмәле киң, баҙыҡ, ҡеүәтле. «Күгәрсен йыры», «Ай менән Ҡояш – бер генә» китаптары ысын мәғәнәһендә уны тәрән фекерле, күҙәтеүсән тәбиғәтле, телгә маһир, талантлы ижадсы итеп таныта. Бөгөнгө көндә байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән данлыҡлы «Бөйрәкәй» романына ул ете йыл ғүмерен бағышлай. Пенталогияла яҙыусы халҡыбыҙҙың аҫыл аҡылын, изгелек һәм яуызлыҡтың көрәшен, күп ҡырлы һәм ҡатмарлы образдарҙы, кешелек мәсьәләләрен сағылдырыу аша бер дәүерлек тарихыбыҙҙы күҙ алдына баҫтыра. 2004 йылда ул әҫәр – «Йыл романы» исеменә, ә 2006 йылда автор Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Артабанғы «Илекәй» китабында ла хәл-ваҡиғаларҙағы һәр күренеште күңел күҙе аша үткәреп, йөрәк түренән сыҡҡан хис-тойғоларын ынйы-мәрйен итеп тәмләп теҙеп, тормошто, кешеләрҙе яратыуына, телебеҙ бөйөклөгөнә һоҡланырға мөмкинлек бирә яҙыусы.

Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә әүҙем ижад итә. Сәхнәләрҙә уңышлы ҡуйылған «Аҡ тирәк», «Төштәге йыр», «Ямғыр көткәндә», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» кеүек пьесалары тамашасы йөрәген мәңгелеккә әсир итте. «Йәй ташы» киноповесы буйынса «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы төшөрөлөп, ул Халыҡ-ара кинофестивалдә «Алтын фил» премияһын алды.

Ҡатмарлы жанрҙар үҙенсәлеген яҡшы тойған һәм үҙ ижадында уларҙы бар нескәлегендә һәм төҫмөрҙәрҙә уңышлы файҙаланған әҙибәнең һәр әҫәре характер төрлөлөгө, ваҡиғалар үҫешен эҙмә-эҙлекле һәм иң нескә буяу-сағылыштарҙа тасуирлап, көслө иғтибар үҙәгендә тотоуы, шул уҡ ваҡытта уҡыусы күңеленә һаҡ ҡына ҡағылыуы, аңлаусан йылылығы менән арбай. Халыҡ аңы, ҡаҡшамаҫ рух, заман темаһы, дәүер мәсьәләләре уның бөйөк әҫәрҙәренең ҡабатланмаҫ йөҙөн билдәләй. Мәшһүр яҙыусы, журналист, публицист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

...Эйе, күп йылдар үтер, һыуҙар ағыр, аңлауҙар, фараздар алмашыныр... Әммә яҙыусының һүнмәҫ ижады, дәүер һынауын үтеп тә, милләтебеҙ бәҫен байытып, киләсәгебеҙҙе лә нурлар, балҡытыр әле.


Теги: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook