Күптән халыҡтыҡы йырҙары

Күптән халыҡтыҡы йырҙарыРәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, М. Аҡмулла һәм Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза Сәхәүетдиноваға – 80 йәш.

Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова 1937 йылдың 25 июнендә Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһында донъяға килгән. Һуғыштан һуң, ҡыҙ үҫмер ҡорона еткәс, ғаиләһе Башҡортостанға, Шишмә ҡасабаһына күсеп ҡайтҡан. Ә нәҫелдәренең тамыры хәҙерге Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылына тоташа. Мәктәпте тамамлағас, йыр-бейеүгә һәләтле ҡыҙ Башҡорт дәүләт филармонияһына килә – Ф. Ғәскәров етәкселегендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, эстрада төркөмдәрендә эшләй. Сибай мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе була, шунда уҡ бейеү түңәрәге алып бара. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, баш ҡаланың 100-сө мәктәбенә урынлаша, балалар хор студияһы аса. Ул етәкләгән уҡыусылар коллективы етәкселәре яҙған музыкаль әҫәрҙәр менән күп тапҡырҙар төрлө фестиваль һәм смотрҙар лауреаты исемен яулай. Һуңғараҡ Роза ханым Башҡортостан телевидениеһында тауыш режиссеры була.

Ҡайҙарҙа ғына хеҙмәт итһә лә, моң донъяһына ғашиҡ һылыуҙың төп иғтибарын ижад биләй. Бөгөн композиторҙың ете йөҙҙән артыҡ музыкаль әҫәре бар, шуларҙың биш йөҙҙән ашыуы – төрлө йүнәлештәге йырҙар. Роза Хәйҙәр ҡыҙы 1991 йылда СССР Композиторҙар союзына ҡабул ителә. Шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы ла. Ул ижад иткән инструменталь музыка, хор әҫәрҙәре, романстар һәм йырҙар XX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт йыр сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә.

Һәр күренештең моң ипкенен тоя, тотоп ала белгән тәрән хисле, ғәмле композитор тормошта үҙен төрлө яҡлап аса алған бәхетле әсәй, өләсәй ҙә.
Халыҡ йыры тип ҡабул ителә башлаған «Кәкүк», «Ғүмер», «Үтте лә китте йәшлегем» (Р. Ғарипов һүҙҙәре) , «Сейәле тау», «Ташлы күл», «Аһ, серле ҡараш» (У. Кинйәбулатов һүҙҙәре), «Аҡҡош күле», «Әйҙә, киттек Дим буйына» (Г. Юнысова һүҙҙәре), «Талпынаһың, ашҡынаһың» (Мостай Кәрим һүҙҙәре), «Аҡ сирендәр» (Т. Ғәниева һүҙҙәре), «Ел ҡапҡа» (Р. Нуретдинов һүҙҙәре) кеүек бик күп әҫәрҙәр – асылда Роза Хәйҙәр ҡыҙының нурлы күңелендә яралған ижад емештәре. Тыуған ерҙән көс алып, халҡың үҙ итерлек, үҙенеке итә алырлыҡ ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр тыуҙыра алыу – ысын сәнғәт әһеленең генә ҡулынан килә торған ғәмәл ул.


Теги: Роза Сәхәүетдинова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook