Мул уңыштың сере бар

Тиреҫ, серетмә булмағанда иң яҡшы органик ашлама – үлән төнәтмәһе. Бының өсөн сүп үләндәрен (иң яҡшыһы – кесерткән) турайҙар ҙа пластмасс йә ағас мискәләргә яртылаш тултыралар, өҫтөнә һыу ҡоялар һәм ябып ҡуялар. Әсегән саҡта ул күперә, шуға ла мискәне тултырмаҫҡа, 10 сантиметр самаһы ҡалдырырға кәрәк. Ҡатнашманы көн һайын болғатып торалар – йыйылған һауа сыға. Был саҡта һаҫыҡ еҫ таралмаһын өсөн, бер нисә тамсы валериана тамыҙырға мөмкин. Ике аҙнанан ҡатнашма күпереүҙән туҡтай – әсеү мәле тамамланды, йәшел ашламаны ҡулланырға мөмкин. 10 литр һыуға был ҡатнашманы бер литр иҫәбенән ҡушалар һәм үҫемлектәрҙең төбөнә һибәләр. Помидор, кәбеҫтә, ҡыяр, сельдерей өсөн йәтеш. Ашлама фасоль, борсаҡ, һуғанға һибеү өсөн тап килмәй.

Көл – бик яҡшы ашлама. 10 литрлы биҙрәгә бер стакан көл һалып, бер көн ултырталар. Һарҡындыһын ҡыяр, помидор төбөнә һибәләр, һауыт төбөндә ҡалған көлдө ҡурай еләге тирәһенә һалалар.

Теплицала помидор эҫенән әлһерәп ултырғанда, ташҡабаҡ һәм цукини серегәндә, борос һәм баклажан емешкә тумалмағанда, ҡыяр емеш бирмәгәндә бор кислотаһы ярҙамға килер. 2 грамм бор кислотаһын ярты литр эҫе һыуҙа яҡшылап иретәләр ҙә ҡояшта йылынып торған 10 литр һыуға ҡушалар. Ошо иретмәне үҫемлектәргә һибәләр.

Баҡса еләгенә бәпембә төнәтмәһе һиптерһәгеҙ, ауырыу һәм ҡоротҡостарҙан ҡотолорһоғоҙ. 700-800 грамм бәпембә япрағын турарға ла 40-50 градус йылылыҡтағы 10 литр һыу ҡойорға, шунан дүрт сәғәткә ултыртып ҡуйырға кәрәк. Иҫкә төшкән һайын болғатырға. Һуңынан һөҙөп, еләктәргә һиптерергә. Быны аҙна-ун көн һайын ҡабатлап торорға.

Кебләнән (үлән бете) ҡотолоу өсөн 500 грамм ҡарағай йә шыршы энәһенә ике литр һыу ҡойоп, ҡараңғы урында бер аҙна төнәтәләр. Үҫемлектәргә һибер алдынан ете өлөш һыу ҡушалар.

Һуған ҡыяғының осо ағарған, башҡа өлөштәре лә аҡһылланып тора икән, азот етмәй, тигән һүҙ. Хәлде нашатыр иретмәһе ҡотҡара ала. 10 литр һыуға өс ҡалаҡ нашатыр спирты һалына. Киске яҡта ошо иретмәне һуғандың төбөнә генә һибергә кәрәк.

Ҡыярҙан орлоҡ алырға теләһәгеҙ, уның формаһына иғтибар итегеҙ. Түңәрәкләп ҡырҡҡанда киҫәк өсмөйөштө хәтерләтһә – ата, дүртмөйөшкә оҡшаһа, инә була. Орлоҡто инә ҡыярҙан алырға кәрәк.

Һауа торошо тотороҡһоҙ булғанда, ҡапыл һыуытып ебәргәндә, үҫемлектәргә һуған ҡабығы төнәтмәһен һибәләр. 10 литр һыуға ярты литр банкалағы һуған ҡабығын һалып ҡайнаталар ҙа 12 сәғәт төнәтәләр, һөҙәләр. Биш өлөш һыуға бер өлөш ошо төнәтмәне өҫтәп, үҫемлектәргә һиптерәләр.

Помидорҙы үҫтергәндә иң ҙур хата – йәшелсәләргә һыуҙы көн һайын аҙ-аҙлап һибеү. Үҫентеләрҙе күсереп ултыртҡандан һуң бер нисә аҙна ғына ошолай итергә кәрәк. Артабан иһә аҙнаһына бер-ике тапҡыр, әммә һыуҙы күберәк, бер ҡыуаҡ төбөнә 3 – 5 литр һибеү яҡшы. Шулай иткәндә, помидорҙың тамырҙары һыу эҙләп, бик тәрәнгә төшә (1,5 метрға тиклем), был иһә уға һауа торошо алмашынғанда бирешмәҫкә ярҙам итә.

Борос менән баклажандың төбө һәр саҡ дымлы булыуы яҡшы, юғиһә сәскәһе йә тумаланған емеше ҡойолоуы бар.

Редис, салат, кресс-салат та һыуһыҙ тора алмай. Дым етмәгәндә, улар ҡата, иртә һабаҡ ебәрә башлай. Уларға аҙнаһына ике тапҡыр һыу һибәләр.

Мул уңыштың сере бар
«Тамсылап һыу һибеү» – бик уңайлы ысул. Был бигерәк тә йылытмала (теплица) ҡулланыу өсөн йәтеш: ер өҫтө ҡоро ҡала, тимәк, күп ауырыуҙарҙан ҡотолоу сараһы ла. Шулай уҡ баҡсаһынан алыҫта йәшәгәндәр өсөн дә яҡшы. «Тамсылап һыу һибеү» өсөн пластик шешәләр кәрәк була. Уларҙың төбөн ҡырҡалар, ә ҡапҡасын ике миллиметр самаһы ҙурлыҡта бер нисә урындан тишәләр. Йәшел­сәнән 15 – 20 сантиметр ситтәрәк, тамырына зыян килтермәй генә, бәләкәс кенә соҡор ҡаҙалар. Уның төбөнә туҡыма киҫәге, ҡоро үлән йә башҡа нәмә һалып ҡалдыралар – был бәләкәс кенә тишектәр ҡаплан­маһын өсөн эшләнә. Шунан соҡорға шешәне, ҡапҡаслы яғын аҫта ҡалдырып, ауып китмәҫлек итеп күмәләр. Эсенә һыу ҡоялар ҙа ҡырҡылған төбө менән ҡаплап ҡуялар (скотч менән йәбештерергә мөмкин). Һыу үҫемлектең тамырына ғына аҡрынлап ағып торасаҡ. Был ысул тупраҡ артыҡ ҡомло булғанда ғына бик шәп түгел – һыу тиҙ ағып бөтәсәк.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook