Сәскәләр рәхмәте

Сәскәләр рәхмәтеМай сүлмәге тышынан билдәле, тигән кеүек, был йортта тимерсе йәшә­гәне ҡапҡа-кәртәләрҙән үк күренеп тора. Ихаталағы эскәмйәләр ҙә, кәр­тә-ҡура, хатта сүп һауыттарына тиклем семәрләп эшләнгән. Хәмдиә һәм Фәнил Фәхретдиновтарҙың өйө был. Уңған хужа тимер сүкергә маһир булһа, хәләл ефете кинәнеп сәскәләр сәсә, йәшелсә-емешен үҫтерә. Ҡытай раузаһы, георгин, петуния, ҡәнәфер, сальвия, портулак... – баҡсалағы сәс­кәләрҙе һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Айырыуса георгиндарҙың сағыулығы, күп төрлөлөгө, мул сәскәле булыуы күҙгә ташлана. Бына бер яҡта кенә уты көньяҡ пальмаларын хәтерләтеп тора. Был тәьҫоратты йөҙөм емеше тәлгәштәре лә дауам иткәндәй. Ә бәрхәт сәскәләренең ниндәйе генә юҡ: һарыһы, ҡыҙылы, зәғферәндәй ҡыҙғылт һарыһы... «Ҡупшыҡайҙа­рым» тип һөйөп-маҡтап ҡына үҫтер­гәнгәме, шау сәскәгә күмелеп ултыралар. Иртә яҙҙан ҡырау төшкәнсегә тиклем күҙҙе иркәләй гөлдәр.

«Йәшелсәләрҙең беҙҙең яҡҡа яраҡлаштырылған, һыналған сорттарын ултыртырға тырышам, – ти Хәмдиә апай. – Ваҡытында утап, һыуын һибеп, төбөн йомшартып тор­һаң, уңышты йәлләмәй улар. Баҡсала түккән көс бушҡа китмәй, үҫемлектәр рәхмәтле була белә. Бына быйыл кәбеҫтәләрем үҙем дә көтмәгәнсә ҙур булып үҫеп китте, әллә йыл ям­ғырлы булғанғамы икән?»

Хәмдиә апай баҡса тәрбиәләү буйынса журналдар уҡый, тәжрибәле баҡсасыларҙың кәңәштәрен тота. Сәскәләрҙе йыл һайын бер һүрәт рәүешендә теҙеп ултырта. «Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында тыуғанғамы, бер төрлөлөктән ҡасырға, ҡабатланмаҫҡа тырышам», – ти уңған хужабикә. Яңы орлоҡтар алып һынап ҡарай, ҡайһы-лары шунда уҡ теремекләнеп үҫеп китә, икенселәре, күрәһең, йылы яҡтарҙы нығыраҡ яраталыр, артыҡ шәбәймәй. Тәжрибә шулай туплана, баҡсасы оҫтара бара.

«Бар йәшелсә-емешкә лә килешкән, уларҙы гөрләтеп үҫтергән ашламаны былай әҙерләйем. Тиреҫкә 1:1 нисбәтендә һыу һалып, бер аҙна буйы әсетәм.
Шунан бер литр әсегән тиҙәкте ун литр һыуға һалып болғатам һәм йәшелсәләргә һибәм», – тип серен уртаҡлаша Хәмдиә апай.

Гөлшат СОЛТАНОВА.
Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы.


Сәскәләр рәхмәте«Хәйләкәр» түтәлдәр
«Шәп баҡсасы» бәйгеће иғлан ителгәс тә, ҙур ҡыуаныс менән ҡатнашырға булдым. Баҡса ҡарау, бигерәк тә сәскәләр үҫтереп өй алдын әкиәт һарайылай биҙәкләү – иң ярат­ҡан шөғөлдәремдең береһе.

Һеҙгә тәҡдим итергә теләгән үҙенсәлекле асыштарымдың береһе– бордюр таҫмаһы. Уның өсөн 2 метр самаһы пенофол кәрәк. Пенофол – бер яғы ялтыр, икенсеһе аҡ пеноп­ластан булған йылы һаҡлаусы төҙө­лөш материалы. Ул ҡырҡып һәр төр­лө биҙәктәр яһау өсөн дә уңайлы. Үҙең теләгәнсә бөгөргә, оҙонайтып өҫтәргә була. Түтәлдәрҙең ситен ҡаймалап ҡуйыу өсөн бигерәк йәтеш. Үҙе артыҡ ҡиммәт тә түгел. Махсус һатып алмайынса, төҙөлөштән артып ҡалғанын ҡулланырға ла була.

Сәскәләр рәхмәтеАуыл ихатаһында сәскә үҫтереп кенә йәшәп булмай бит инде, ҡош та аҫрарға, мал да үрсетергә тура килә. Түтәлдәге гөлдәрҙе себештәр­ҙән һаҡлауҙың бер хәйләкәр ысулы бар. Иң ситке һыҙатҡа бәрхәт сәс­кәләр ултыртырға кәрәк. Уның ҡыр­ҡыу әсе япраҡтары күкрәп сәскә атып ултырған үҫемлекте ашап ҡарарға теләгән себештәрҙе лә, быҙауҙарҙы ла, һәр төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙе лә ҡурҡыта. Сәскәләре лә матур.
Фотолағы кеүек ҡатлы-ҡатлы сәскә түтәле өсөн уның тәпәш сорттары (“бархатцы отклонённые ” тип йө­рөтәләр) яҡшы.
Һәр төрлө ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған гүзәл­лекте башҡалар менән уртаҡлашыуҙан да ҙурыраҡ кинәнес килтергән тойғо бармы икән?!
«Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән «Аллы-гөллө, селтәрле» бәй­геһендә лә ҡатнашып, матур бүләк алғайным, әле һаман ҡәҙерләп ябынам ул яулыҡты.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Хәйбулла районы, Әбеш ауылы.


Сәскәләр рәхмәтеБеҙҙең дә Көлһылыуыбыҙ бар!
Ҡәйнәм менән ҡайным Мәүлиха һәм Марат Мәҡсүтовтар Ғафури ра­йоны Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәй. Баҡсаларында йыл һайын йәшелсә-емеш гөрләп уңа. Уңыш сере ябай – хужаларҙың егәрлелеге. Февраль айында уҡ тәҙрә төптәрендә үҫентеләр сәселгән һауыттар урын ала башлай. Көндәр йылынғас, иң күңелле ваҡыттар етә. Йәй күмәкләп ҡайнатма-компоттар, турамалар әҙерләп мәш киләбеҙ. Баҡсала һәр төрлө йәшелсә-емештәр ҙә, ҡарбуз-ҡауын кеүек беҙҙең өсөн ятыраҡ­тары ла урын алған. Мул уңыштың байтағы беҙгә – балаларына ла күстәнәс.
Үҙебеҙ ҙә ҡала янындағы шәхси йортта йәшәйбеҙ, баҡса үҫтереү менән мауығабыҙ. Әле көҙ үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә-емештең муллығын күреп ҡыуанабыҙ.
Фотоларҙа – ҡы­ҙым Земфира. Өлә­сәй-олатаһының тау-тау булып өлгөргән ҡабаҡтары менән. Ћүрәттєрҙе күр­гәндәр шунда уҡ әкиәт­тәге Көл­һылыуҙы хәтерләр, моғайын. Эйе, уңыштарыбыҙ һәр саҡ әкиәттәгеләй булһын!

Элизабет МОРТАЗИНА.
Өфө районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook