Көмөшбикә апайҙың «бәһлеүән» еләктәре

Көмөшбикә апайҙың «бәһлеүән» еләктәре Һүрәттәге еләктәрҙе күргәс, шул хәтлем дә булмаҫ, фотомонтаждыр, тиеүселәр хаталана. Был татлы ла, алмалай эре лә баҡса еләген Һамар өлкә­һендә Ольгино ауылында йәшәүсе Көмөшбикә Дәү­ләтшина үҫтерә. Быйыл йәй Һамар өлкәһенә һа­бантуйға барған Башҡорт­остан ҡунаҡтары байрам табынында Көмөш­бикә апайҙың еләген ауыҙ итеп, таң ҡала. Ҡунаҡтар (арала­рында тәжрибәле ауыл хужалығы белгестәре лә була), нисек үҫтерҙегеҙ, тип аптырап, сортының исемен һорап ала. “Бәһ­леүән” (“Гигантелла”) тигән сортлы еләк юғары уңышлылығы, яҡ­шы тәме ме­нән генә түгел, талымһыҙлығы менән дә айырылып тора икән. Хәйер, ҡулдарынан гөлдәр тамған хужабикәнең баҡсаһында һәр емеше, йәшелсәһе йылдың-йылы ишелеп уңа. Әле, мәҫәлән, армыт (груша) менән йөҙөмдө (виноград) ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр.

Уңған кеше бар яҡлап та уңған, тиеүҙәре хаҡ. Кө­мөшбикә Ғәлләм ҡыҙы дүрт тиҫтә йылға яҡын мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып барған абруйлы уҡытыусы булараҡ билдәле. Күптән хаҡлы ялда булһа ла, уҡыу­сылары уны онотмай, осрашҡанда сәскәләргә күмә.
Көмөшбикә апайҙың «бәһлеүән» еләктәреҺамар ҡыҙы Көмөш­бикә өсөн тыуған еренән тыш тағы бер изге төйәк бар – уны юғары белемле, һөнәрле, рухлы иткән Баш­ҡортостан. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған мөғәллимә ғүмер буйы балалар күңеленә ғи­лем орлоҡтары сәсә. “Кө­мөшөм йөрәгенә ҡәҙерле Башҡортостанға йылына бер барып, үҙе уҡыған институтты, һабаҡташтарын күрмәһә, йәненә урын тапмай”, – ти уның тормош юлдашы Әсхәт ағай. Элекке рационализатор, хәҙер һыуытҡыстар йүнәтеү ме­нән шөғөлләнеүсе Әсхәт Әхәт улы ҡатынына баҡсала ярҙамлашып ҡына ҡалмай, был ифрат мауыҡ­тырғыс эшкә үҙе лә бөтә күңелен һала. “Икәү тарт­һаң ғына донъя алға бара”, – ти улар.

Дәүләтшиндар бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтер­гәндәр. “Шөкөр, Асиябыҙ ҙа, Ильясыбыҙ ҙа аҡыллы, тәүфиҡлы”, – тип ҡыуа­на әсә менән ата. Әлбиттә, баҡса емеше улар өсөн атап үҫтерелә, ләкин мул уңыш балаларға ғына түгел, барса туғандарға, дуҫтарға етә, хатта артып ҡала.
– “Башҡортостан ҡы­ҙы” – түҙемһеҙләнеп көтөп алған, иң яратҡан журналым. Ул – мине Башҡортостан менән бәйләп тороусы баҫма. Әсәйем дә ғүмеренең аҙағынаса унан айырылманы. “Шәп баҡсасы” конкурсы хаҡында уҡығас, уңыштарым хаҡында Башҡортостандағы әхи­рәттәремә һөйләгем килде, – тип бүлешә журналыбыҙҙың тоғро дуҫы Кө­мөшбикә апай Дәүләт­шина.

Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА.
Һамар өлкәһе.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook