Сидерат – йәшел ашлама

Сидерат – йәшел ашламаҺис һүҙһеҙ, мул уңыш алам тиһәң, ереңде даими ашлап торорға кәрәк. Ауыл ерендә тиреҫ табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әммә ҡала янын­дағылар өсөн ул «ат хаҡына» барып баҫа. Йәшелсәләрҙе үҫтереүҙә беҙгә сидераттар ярҙам итә ала. Был үҫемлектәр тиҙ арала үҫеп, гумус запасын яңырта, тупраҡты яҡшырта, уның өҫкө ҡатламын уңдырышлы итә. Тәрәнгә киткән тамырҙары менән сидераттар төптәге һыуҙы һура, тупраҡты йомшартыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ бик аҫта булған файҙалы матдәләрҙе лә тупраҡтың өҫкө ҡатламына сығарып, йәшелсәләргә уңайлылыҡ булдыра. Ҡуҙаҡлылар (борсаҡ, әсе борсаҡ, фасоль, люцерна, туҡранбаш, кәрешкә) ерҙе азот менән байыта. Өс тапҡыр ҡуҙаҡлыларҙы сәсеп алыу баҡсаны бер тапҡыр тиреҫ менән ашлап сығыуға тиң, тип сағыштырыусылар ҙа бар.

Сидерат – йәшел ашлама
Уларҙы иртә яҙҙан, йәшел­сәләрҙе сәсмәҫ борон йә уңыш йыйып алынғас та сәсәләр. Шул уҡ ваҡытта түтәлдә төрлө йәшелсәләр менән сидераттарҙы йәнәш ултыртып, байтаҡ ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалып була. Уларҙы сәскә атмаҫ борон сабалар йә, тәпке менән өҙөп, ергә күмәләр. Йәшелсәләр ошонан һуң ике аҙна үткәс кенә сәселә. Артыҡ үҫеп, һабағы ҡатһа, ваҡытында серемәйенсә файҙа урынына зыян килтереүе бар. Сапҡан үләнде компостҡа һалырға була. Киптереп, түтәлдәргә йәшелсә-емештең төбөнә түшәргә (мульча) мөмкин, ул сүп үләне үҫеүенән, ҡороуҙан һаҡлар.

Бер үк культураны шул уҡ урынға 4-5 йылдан ғына кире сәсергә тәҡдим итәләр. Тик ҡайһы саҡ был ҡағиҙәне үтәү ауыр. Картуф баҡсаһын нисек икенсе урынға күсерәһең? Тап ошо мәлдә лә сидераттар ярҙамға килә. Мәҫәлән, картуф йыйып алынғас та, уның урынына гәрсис сәсеү ҡаты ҡортто (проволочник) һәм башҡа ҡоротҡостарҙы ҡыуа, фитофтороздың шашыуына ла сик ҡуя. Шул уҡ ваҡытта кәбеҫтә алдынан гәрсис сәсергә ярамай. Тағы ниндәй йәшелсәгә ҡайһы сидерат килешә?
Гөлшат ИШБУЛАТОВА әҙерләне.


Аңлатма өсөн: кәрешкә – вика, ҡандала үләне – донник, тиле шалҡан – сурепка, әсе борсаҡ – люпин, яҫмыҡ – чечевица, май тормаһы – редька масличная, туҡранбаш – клевер.




Теги: Ашлама Сидерат Баҡса




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook