Үҙ-үҙеңә тоғролоҡ

Үҙ-үҙеңә тоғролоҡ
Римма Ҡаһарманова-Сәлмәнова – тамашасы алдында бер-бер артлы төрлө жанрлы ролдәрендә тыуҙырған ҡатмарлы образдары аша әйләнгән һайын яңыса, көтөлмәгән яҡтан асыла барған йәш, һәләтле актриса. Режиссер А. Ә. Абушаһманов ҡуйған «Йот» трагедияһында Саулены уйнағаны өсөн 2015–2016 йылғы миҙгелдә ул Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырылған премияның «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе тип табылды, шулай уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус призы ла былтыр бар театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүселәр араһынан тап ошо ихлас һылыуға тәғәйенләнде.


...Ауыл ҡыҙы белергә тейеш эштәрҙең барыһын да яратып башҡарып үҫә ул, бигерәк тә ҡустыһы менән бал ҡорттарын айырыу кеүек ҡатмарлы нескәлекле йомоштар оҡшай уға. Һыйыр һауа белһә лә, әсәһе ниңәлер уны был эштән аярға тырыша, атаһы хатта, ҡыҙың эш белмәй үҫә бит, шаштыраһың, тигәндә лә өндәшмәй. Кем белә, бәлки, үҙе теләгән, өҙөлөп яратҡан сәхнәлә ул тап ҡыҙының балҡыуы тураһында йәшерен хыял йөрөткәндер. Нисек кенә булмаһын, ҡәҙерлеһе уға туғыҙынсынан һуң Сибай педагогия колледжына барырға кәңәш бирә. Ҡыҙ риза була, тик ике йылдан сәнғәт институтына барыбер имтихан биреп ҡараясаҡмын, тип әйтеп ҡуя. Римма башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереүенә һис үкенмәй. Ике уҡыу йортонда ла белем алыуҙан ләззәт табып, ҡәҙерен белеп уҡый ул. Үҙе ише Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү бүлегендә белем алған төркөмдәше, Әбйәлил егете Рәмзил Сәлмәновҡа яратып кейәүгә сыға, оҙаҡ дуҫлашып йөрөп өйләнешә улар. Рәмзил – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының һәләтле актерҙарының береһе. Артистар ғаиләһендә Әминә исемле ҡыҙ, Әмирхан тигән малай үҫеп килә. Актерҙарҙың эш графигы ҡатмарлы ғына, гастролдәр ҙә булғылай. Йәштәрҙең бәхетенә күрә, ике йыл элек Римманың ата-әсәһе Өфөгә күсенгән. Ейәндәре менән ейәнсәрҙәрен улар ҙур ихласлыҡ менән ҡараша, эшләп йөрөргә лә өлгөрә үҙҙәре. Әбйәлил районы Буранғол ауылында йәшәүсе ҡәйнә-ҡайныһына йәй һайын бесән эшләшергә лә форсат таба йәш ғаилә. Тыуған нигеҙенә инде ҡайта алмаһа ла, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында төпләнгән Йәнбикә өләсәһе эргәһенә юл төшкәндә ашҡынып бара Римма. Шөкөр, ҡартатаһы ла иҫән, Хәйривара Фәхраз улы Ғүмәров –заманында ҙур-ҙур совхоздарҙы күтәрешкән атаҡлы хеҙмәткәр, Башҡортос­тандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Икеһе ике театр көмбәҙендә балҡыған был пар матур ҙа, талантлы ла, рухлы ла. Бер күктә ике ҡояш булмаһа ла, бер ғаиләлә ике йондоҙ була ала икәнлеген улар эштәре, булмыштары менән иҫбат итеп йәшәй. «Ай тотолған төндә»ге Шәфәҡ, «Бәхет хаҡы»ндағы Гөлфиназ, Заһиҙә, «Мулла»лағы Гөлназ, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Ғәлимә, «Итекле бесәй»ҙәге Гата Перса, Бесәй, «Йот» трагедияһындағы Сауле, «Ул бит кисә ине» комедияһындағы Тәнзилә... – барыһында ла яңырған үҙемде уйнаған кеүек булдым, ти Римма. Мәҫәлән, актрисаға былтыр ҙур уңыш алып килгән Сауленың эске таҙалығы, үҙ-үҙенә тоғролоғо, бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла үҙе табынған ҡиммәттәрҙән тайпылмауы уны бала сағына алып ҡайтҡан. Римма йөрәге түрендә йәшенеп йәшәгән, донъяның төрлө саҡтарында әллә нисә сүрәткә инергә тура килгән ҡатынға, әсәйгә ҡарап, күңеле әрнегән бәләкәй генә, саф, эскерһеҙ һәм үҙенә ҡарата ғәҙел ҡыҙҙы табып, танып ала. «Һәр кемдә лә әҙәм балаһына хас бөтә сифаттар бар, кемдә ниндәйе өҫкә ҡалҡа – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Актерҙарҙың бәхете шунда: улар үҙҙәренең төрлө яҡтарын асып, ҡабул итеп алырға өйрәнә, заманса тренингтар ары торһон. Сәхнә образы тыуҙырғанда үҙемдең дә ҡарышлауыҡ күбәләккә әйләнгән шикелле яңы һынланышта ҡанат кирә алыуым ҡәҙерле миңә», – ти актриса. Ә бит күңел хеҙмәтенән, эске эҙләнеүҙәрҙән, һыҙланыуҙарҙан һәр кем дә илһам ала алмай, һөнәрен яратҡан, уның ҡиммәтен аңлаған кеше генә уны бәхеткә тиңләй. Яңырыуҙар һәм үҙеңде табыуҙар арҡылы сәхнә түрендә оҙаҡ йылдар ҡабатланмаҫ балҡыштар тыуҙырып талпынырға яҙһын һиңә, ижадсы!..
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Римма Ҡаһарманова Сәнғәт




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook