Өләсәй һабаҡтары

Күренекле театр эшмәкәре, билдәле фоторәссам, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вячеслав Стрижевскийҙың ҙур һәм оҙайлы хеҙмәт юлының кескәй генә бер өлөшө «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән дә бәйле. Ул баҫмабыҙҙың тәүге фотографы була, 1968 йылдың ғинуарында донъя күргән беренсе һандың тышлығын тап Вячеслав Александрович төшөргән фоторәсем биҙәй. Был хаҡтағы иҫтәлектәре хаҡында яҙып та сыҡты («Башҡортостан ҡыҙы», 4-се һан, 2017 йыл). Башҡорт матбуғатында Аҡман-Тоҡман псевдонимы менән билдәле шәхес бөгөн журнал уҡыусыларға ҡыҙыҡлы яҙмаһын тәҡдим итә.

Өләсәй һабаҡтарыӘсәйем мәрхүмә булғас, мин, буйҙаҡ ир-егет, башта аслыҡтан үлермен кеүек тойолдо. Әммә тормош барыһына ла өйрәтә икән. Һәр шәмбе баҙарға барып, алдан әҙерләнгән исемлек буйынса аҙыҡ-түлек һатып алырға, ябай ғына ризыҡтар әҙерләргә, тора-бара арыу уҡ оҫтарып, хатта банкала тауыҡ быҡтырырға өйрәндем. Өс литрлы быяла банкаға бер килограмм самаһы картуфты әрсеп, уртаға ярып һалам. Өҫтөнә эре киҫәктәргә бүленгән тауыҡ итен төшөргәс, тәмләткестәр һибәм дә быяла сәйнүк ҡапҡасы менән ябып, мейескә ҡуям. Зинһар, һыу өҫтәй күрмәгеҙ! 50 минуттан үҙ һутында бешкән тауыҡ ите менән картуф әҙер. (Бешеп сыҡҡас, электр йәки газ мейесен бер аҙ асыҡ тотоп, банканы саҡ ҡына һыуытып алығыҙ, сөнки ҡапыл үҙгәргән температуранан ул сатнауы ихтимал).

…Бер мәл республика етәкселеге ниндәйҙер байрам уңайынан «Башҡорт ере буйлап кулинар сәйәхәт» тип аталған китап сығарырға ҡарар итте. Егермеләп ашнаҡсынан, бер нисә табип-диетологтан торған команда төҙөлдө. Ул командаға фотограф булараҡ бән фәҡирегеҙ ҙә индерелде. Эш биш-алты ай самаһы дауам иткәндер һәм, ниһайәт, төҫлө фотоһүрәттәр менән биҙәлгән, биш мең тираж менән сифатлы ҡағыҙҙа баҫылған китап донъя күреп, бер аҙна эсендә һатылып та бөттө.

Был эш барышында мин фото төшөрөү менән бер рәттән аш-һыу яраштырыуға ла ярайһы уҡ оҫтарҙым. Һәм тиҙҙән түрбаштан ҡыҙҙарымды ҡыҫырыҡлап сығарып (шаяртыу, әлбиттә!), үҙем хужа булып алдым. Әйтергә кәрәк, был шөғөл миңә шул тиклем оҡшай! Ҡатынымдың «Һин ысын ашнаҡсыға әйләндең, афарин!» тип хуплауы йәки ҡыҙҙарымдың «атай, һинең кеүек тәмле итеп бер кем дә бешерә белмәй» тип сутылдашыуы йөрәккә май булып яғыла. Ә инде ейәндәремдең тәрилкәһен һоноп: «Ҡартатай, тағы ла ашайым!» – тиеүен ишетеү – үҙе бер бәхет!

…Балалар ыңғайына ҡайһы саҡта мин дә ҡәйнәмә «өләсәй» тип өндәшә инем, үҙе лә быға ҡаршылыҡ белдермәне. Ҡәйнәм – бик ҡатмарлы яҙмышлы кеше. 1917 йылғы түңкәрелештән һуң ныҡлы крәҫтиән ғаиләһе ауыр һынауҙар кисерә, шулай ҙа тырышлыҡтары менән бол туплап, етеш йәшәргә ынтылалар. Кулактарҙы Себергә һөрөү башланғас, замандың ҡара елдәре был ғаиләгә лә ҡағыла, һәм уҡырға ла барып өлгөрмәгән ҡыҙ атай-әсәйһеҙ ҡала. Ҡоншаҡта олатаһы һалдырған мәсетте мәктәп итәләр, ҡыҙҙы мейес яғыусы итеп ҡуялар, әммә, «кулак балаһы» булараҡ, парта артына ултырыуҙы тыялар. Ҡәйнәм юғалып ҡалмай, тиҙ генә эштәрен тамамлай ҙа ишек янына баҫып, уҡытыусы өйрәткәндәрҙе тыңлай, иҫендә ҡалдырырға тырыша. Шулай итеп зирәк ҡыҙ үҙ алдына уҡырға, яҙырға өйрәнә. Йор аҡыллы, сабыр холоҡло, тәбиғәттән бирелгән юғары мәҙәни кимәлгә эйә кеше ине балаларымдың өләсәһе. Бына уның ҡайһы бер ҡанатлы һүҙҙәре: «Йылдар үтеү менән баш еңеләйә, уйҙар ауырая», «Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың», «Астың хәлен туҡ белмәй», «Ашаған белмәй, тураған белә».

Өләсәй һабаҡтары…Ҡәйнәмдең рецебы буйынса тәмле итеп былау бешерергә өйрәндем. Ял көндәрендә бөтә ғаиләбеҙ менән ҡала янындағы йортобоҙға йыйылабыҙ. Былауҙы мотлаҡ тышта усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып әҙерләйбеҙ. Ҡәйнәм, иңбашына матур шәлъяулығын һалып, усаҡ янындағы эскәмйәгә килеп ултыра, унан инде йә ризыҡ йүнәтеү менән мәж килгән миңә тыйнаҡ ҡына итеп кәңәштәрен бирә, йә йүгереп уйнап йөрөгән ейәндәре, бүләләре менән һөйләшә, йә сытырҙап янған утҡа ҡарап үҙ уйҙарына сума... Ҡаҙандағы көнбағыш майы ҡыҙыуға һарыҡ итенең ҡабырғаларын һалам. Мин һуған турағансы, ейәнем уларҙы ҙур ағас ҡалаҡ менән болғап тора. Утты бер аҙ ситкә таратып, һөйәкле ит менән һуғанды быҡтырырға ҡуябыҙ ҙа йәһәтләп һум ит турарға тотонабыҙ. Былауҙа иттең күп булғанын яратам, шуға күрә бер килограмм урынына мотлаҡ кило ярым һалам һәм: «Ит күплектән былау боҙолмай», – тип шаяртам. «Үтә яҡшы ла ҡай саҡ насар булып ҡуя», – тип яуаплай ҡәйнәм көлөмһөрәп. Уғаса ейәнем күңелле тауыш менән һөрәнләй: «Ҡартатай! Ҡабырғалар ҡурылып сыҡты!» Ит өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойғас, самалап тоҙ, тәмләткестәр өҫтәйем, бер генә ҡуҙаҡ әсе борос ташлайым. Бер аҙҙан ҡабырғалы ит киҫәктәрен айырым һауытҡа күсереп алып, ҡалған ит өҫтөн һаламлап туралған кишер менән ҡаплап, ҡаҙанды томалайбыҙ ҙа 20 минут самаһы ялға туҡтайбыҙ. Ниһайәт, яуаплы мәл етә – дөгө һалабыҙ. Ҡыҙғылт төҫкә ингән һурпаның тигеҙ генә итеп йәйелгән дөгө өҫтөнә бер бармаҡ иле сығып тороуы шарт. Ҡаҙандың ҡап уртаһына бер баш һарымһаҡ (икәү ҙә мөмкин) батырабыҙ ҙа тәмләткестәр һибәбеҙ. Мин борос, зәғферән, барбарис, паприка, зира орлоғо, рәйхан (базилик) ҡулланырға яратам. 20-30 минуттан утты тулыһынса таратып, ҡаҙан аҫтында күмер генә ҡалдырабыҙ һәм былауҙы тағы шул сама ваҡытҡа «онотоп торабыҙ». Ул арала ейәнем менән өҫтәл яраштырабыҙ: йәшелсә-емеш, башҡа төр тәғәмдәрҙе ҡуябыҙ, боҫрап ҡайнаған самауыр килеп ҡунаҡлай. «Барыһы ла әҙер!» – тип усы менән шапылдатып өҫтәлгә һуға шуҡ малай. «Өҫтәлгә һуғырға ярамай, ул беҙҙе туйындыра», – тип шунда уҡ яратып ҡына шелтә белдерә өләсәһе. Бына унан васыят булып ҡалған ҡанатлы һүҙҙәр: «Мыжыҡ кешегә бәхет ҡунмай», «Иң ныҡ ҡәлғә – кеше күңеле», «Көрәшергә кәрәкмәй, бирешмәҫкә кәрәк», «Ҡулыбыҙҙа – көс, телебеҙҙә доға булһын...» Ул биреп ҡалдырған алтынға бәрәбәр аҡыл беҙҙе әле лә көслө, берҙәм итә. Ғаилә табындарында әруахтар рухына доға бағышлағанда мотлаҡ уның – хөрмәтле ҡәйнәмдең, балаларҙың яратҡан өләсәһенең, сабыр аҡыллы, оло йөрәкле ҡатындың исемен дә беренселәрҙән итеп телгә алабыҙ...
Аҡман-ТОҠМАН
(Вячеслав СТРИЖЕВСКИЙ).




Теги: Вячеслав Стрижевский




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook