Бөрйәндән Күбекмай һәм үлән сәйе

Бөрйәндән Күбекмай  һәм  үлән сәйеМалсылыҡ үҫешкәнгәлер, халҡыбыҙға хас булған аҙыҡ-түлек араһында һөт ризыҡтары ҙур урын биләй. Милли ризығыбыҙ күбекмай – тағы бер шифалы тәғәм. Ап-аҡ булып күбеп кенә торғанға ла ул күбекмай тип атала. Ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә ул айырыуса файҙалы. Йәш балаға, аҡ май ауыр була тип, күбекмай биргәндәр. Уның май айында эшләнгәне бигерәк тә шифалы. «Ҡапмаһаң да май яҡшы», «Май ашағандың йөрәге талмай», «Майы барҙың яйы бар» ти халыҡ мәҡәлдәре лә. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы САЛАУАТОВА бөгөн беҙгә күбекмай эшләргә өйрәтә. Шулай уҡ үлән сәйе әҙерләү серҙәре менән дә уртаҡлаша.

«Күбекмайҙа холестерин юҡ. Уны эшләүҙе өләсәйем Кәримә Сәғитова өйрәтте. Туғыр өсөн батман кәрәк була. Әлбиттә, хәҙерге заманда миксер ҡулланырға ла мөмкин, тик ул саҡта ризыҡтың ағас һауыт биргән тәм-таты булмай, энергетикаһы ла башҡасараҡ.

500 грамм ауыл ҡаймағына 2 литр айыртылған һөт, 2 литр ойоған һөт (ҡатыҡ, кефир ҙа ярай) кәрәк. Барыһын бергә ҡушып батманға ҡояһың да ҡымыҙ бешкән кеүек туғыйһың. Беҙ иптәшем Шәкирйән менән алмаш-тилмәш башҡарабыҙ был эште. Өҙлөкһөҙ туҡтамайынса туғыһаң, эш һөҙөмтәһе лә тиҙерәк килеп сыға. Бер сәғәт самаһы туғығандан һуң күбекле май бөрсөктәре бүленеп сығып, өҫкә ҡалҡа һәм бер-береһенә йәбешә башлай. Шулай итеп күбекмай барлыҡҡа килә. Күбекмай бик сөсө булмаһын өсөн 1 – 1,5 стакан әсе ҡатыҡ та ҡушабыҙ. Шулай итһәң, өләсәйем әйтмешләй, «күбекмай күңелле була». Тәмле тигәнде аңлата инде. Бешеп туҡтағандан һуң өҫтә йөҙөп йөрөгән майҙы ҡалаҡ менән йыйып алабыҙ. Икмәккә һылап ашаһаң, телеңде йоторһоң. Бутҡаға һалырға ла мөмкин. Ул һис күңелгә теймәй.

Батманда ҡалған айраны ла бик тәмле, туҡлыҡлы. Уны шул килеш эсергә лә ҡоймаҡ ҡойорға, йыуаса, сөсө икмәк баҫырға мөмкин. Бәлеш өсөн ҡамырға ла ныҡ шәп ул айран һыуы. 5 стакан айран һыуына 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ шәкәр, ярты стакан көнбағыш майы, бер-ике семтем аш содаһын бергә ҡушып туғыйбыҙ. Бер аҙ ҡабара башлағас, он һалып баҫабыҙ ҙа 30-40 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ял иткәс, йәйеп, эслек һалып, мейестә 35 – 40 минут бешерәбеҙ.

Милли ризыҡтарыбыҙҙан ҡорот та – иң файҙалыларҙың береһе. Ул ашаған ризыҡты тиҙерәк эшкәрттерә, эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙарынан да шәп дауа. Ҡорот өсөн һөттө ҡайнатып, һыуытырға ҡуябыҙ. Ул йылымыс ҡына, тән йылылығына еткәс, ойотмос (закваска) һалып ойотабыҙ. Ойоған ҡатыҡты бер нисә көн йыйып барабыҙ. Шунан ҙур ҡаҙанға һалып, утта оҙаҡ итеп, 3-4 сәғәт буйы ҡайнатабыҙ. Ҡайнағанда бер туҡтауһыҙ һапырып торабыҙ. Шулай итһәң,ул үҙле (таралмай, бер-береһенә йәбешеп тора) була. Һыуына төшкәс, ҡорот тоғона һалып һарҡытырға ҡуябыҙ.

Ҡоротто тоҡтан икенсе көндө алып, тәменсә тоҙ, шәкәр йә иһә әнис (укроп) менән баҫып, йомороҡастар эшләп киптерәбеҙ. Төтөндә ыҫлап киптерһәң, бигерәк тә хуш еҫле килеп сыға, ҡышҡылыҡҡа ла һис ниндәй һыуытҡысһыҙ һәйбәт һаҡлана.

Хужабикәләребеҙ үҙебеҙҙең файҙалы милли ризыҡтарыбыҙҙы эшләп өйрәнһен һәм шуның менән туҡланһын ине, тигән теләктәмен.
Борондан халҡыбыҙ сәйҙе лә үҙе эшләгән. Һуңғы осорҙа мәтрүшкә, һары мәтрүшкәнән генә түгел, болануттан да сәй әҙерләргә әүәҫләндем. Урыҫтар уны иван-чай тип атап йөрөтә, фәнни атамаһы – кипрей узколистный. Эсеүгә лә йомшаҡ ул. Боланутта С витамины лимонға ҡарағанда 40 тапҡырға күберәк икән. Был шифалы үлән дисбактериоз, яман шеш, эсәк яраһы, һейҙек системаһы, бауыр, бөйөр сирҙәрен, простатит, атеросклероз һәм башҡа ауырыуҙарҙы урап үтергә ярҙам итә. Унан шулай уҡ төнәтмәләр, майҙар эшләргә була. Умартасылар был үләнде айырыуса ярата, сөнки ул бик баллы. Болануттың бер сәскәһендә генә 25 миллиграмм нектар бар.

Боланутты ай үҫкән мәлдә йыйыу яҡшы – шул саҡта үҫемлектәрҙең һуты өҫкө өлөшөндә була. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: юл ситендә үҫкән үләндәрҙе йыйырға ярамай. Болануттың япрағын, сәскәһен йыйғандан һуң бер аҙ ятҡырып һулытабыҙ. Шунан ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Эре тишекле турағыстан ул еңел үтә. Өҫтөн ҡаплап, 12 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Шулай ферментация үткәрәбеҙ. Артабан инде ҡояш нуры төшмәгән, еләҫ урында киптерәбеҙ. Хуш еҫле тәмле сәй килеп сыға. Нисек эшләнгәнен күрмәгән-белмәгән кибет сәйен алып эскәнсе, үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында ғына үҫкән үҫемлектәрҙе ҡулланһаҡ, күпкә файҙалыраҡ».
Эйе, өҫтәлдәребеҙҙә халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән ризыҡтары урын алһа, сәләмәтлегебеҙ ҙә яҡшыраҡ, күңелебеҙ ҙә бөтөнөрәк булыр.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.




Теги: Аш-һыу Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook