Бөрйәнсә төшкө аш

Бөрйәнсә төшкө ашБөрйән районы гүзәл заттарын берләштергән «Бәйләнештә» сайтының «Нәзәкәт» төркөмө төрлө бәйгеләр, марафондар, акциялар ойоштороп тора. Төркөм янында камиллыҡ мәктәбе эшләй, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡатын-ҡыҙҙарға файҙалы лекциялар ҙа үткәрелә. «Маҡсатыбыҙ – гүзәл заттарыбыҙҙың тормошон йәмлерәк, йәнлерәк итеү, уларҙың һәләттәрен, мөмкинлектәрен асыу, төрлө яҡлап камиллаштырыу, үҙбаһаһын арттырыу, ғаиләләрендә гармония булдырыуға өлөш индереү», – ти төркөмдө ойоштороусылар.

Күптән түгел үткән «Нәзәкәтле табын» марафонында ҡатнашыусылар бер ай дауамында көн һайын аш-һыу әҙерләп, биш меңдән ашыу кеше менән уртаҡлашып барҙы. Бөрйәндәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ҡырҙа йәшәүсе Бөрйән ҡыҙҙары, килендәре, ейәнсәрҙәре ҡатнашты. «Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға аш-һыу әҙерләүгә дәрт, илһам өҫтәргә, йәнле аралашыу ойошторорға, төрлө рецептар, идеялар менән бүлешергә теләнек. Ҡайҙандыр ҡарап бешеренгәнсе танышың өйрәткән ризыҡты әҙерләү күпкә ҡыҙыҡлы ла, уңайлы ла бит! Оҫтабикәләребеҙ хатта ябай ғына аҙыҡ-түлектән дә иҫ китмәле тәғәм әҙерләп ҡуя, биҙәлеш өҫтөндә лә күп эшләй – афарин! – ти төркөм етәксеһе Миләүшә Ҡасимова. – Талап буйынса берәр генә аш-һыу тәҡдим итеү ҡаралғайны, хужабикәләр шул тиклем дәртләнеп китте, көнөнә хатта 3-4 ризыҡ менән таныштырып барҙы. Уларҙы күҙәтеүселәр ҙә илһамланып бешеренергә тотондо, көн һайын кис фотолар ебәрҙе. Бик күп рәхмәт хаттары, фотолар алдыҡ».

Марафон еңеүселәренә әҙерләнгән бүләктәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы» журналында оҫталыҡ дәресе күрһәтеү мөмкинлеге лә бар ине. Был хөрмәткә Байназар ауылының уңған килене Гүзәл АҘАНҒОЛОВА лайыҡ булды.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Бөрйән районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Аш-һыу Тәмлекәс




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook