Мөғжизә тыуҙыра Ләйлә

Мөғжизә тыуҙыра ЛәйләУның һүрәттәре үҫмер сағында «Аманат» журналын, «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан китаптарҙы уҡып үҫкән бөгөнгө урта быуынға бик таныш һәм яҡын. Ғәжәп бит, аҡ ҡағыҙға сыймаҡланған, тәү ҡарамаҡҡа яп-ябай һыҙыҡтарҙан оҫта һәр кем үҙ хыял донъяһына таянып тик үҙенсә күрәсәк, ҡабул итәсәк рәсемдәр эшләй. «Графика теле – һүҙ менән әйтеп еткермәҫлекте һыҙыҡтар һәм күләгә арҡылы күрһәтеп, тойомлау аша аңларға ярҙам иткән үҙенсәлекле сәнғәт, ул ҡатып ҡалған, әҙер күренеш тыуҙырмай, ә юлаҡтар буйлап юлланған, әйләнгән һайын яңыса ҡабул ителгән шартлылыҡ. Тап шул серлелеге менән ул мине ғүмерлеккә әсир итте лә инде. Аҡ һәм ҡара таптарҙың үҙ-ара «уйыны»нан, сихри һындар хасил иткән һыҙыҡтарҙың нескәлегенән арбалып, мөғжизә тыуҙырыуымдан ләззәтле бер халәткә инеп ижад итәм», – ти билдәле рәссам-график, иллюстрациялар оҫтаһы Ләйлә Ғаянова.

Бар аңлы ғүмерен һынлы сәнғәткә арнаусы, Башҡортостандың матбуғат һәм нәшриәт донъяһында хеҙмәттәре киң билдәле шәхес булһа ла, Ләйлә ханымдың үҙе хаҡында интернет селтәрендә мәғлүмәт бик наҡыҫ. Иллюстратор-рәссамдар ижады, ысынлап, йыш ҡына хаҡһыҙ рәүештә иғтибарҙан ситтә ҡала. Уларҙың эштәре ғәм халыҡ тамаша иткән ҙур диуарҙарҙы биләмәй, ә китап һәм баҫмаларҙағы яҙмалар йөкмәткеһен асыша, байыта. Донъя күргән әҫәр даны яҙыусыға эләгә, ә биҙәүсеһенең исеме тыйнаҡ ҡына ситтә урынлаша. Әммә был ғәмәл иллюстратор хеҙмәтенең әһәмиәтенә бер нисек тә күрһәткес-баһа була алмай. Сөнки, биҙәлешһеҙ китап, бигерәк тә ул балалар йә үҫмерҙәр өсөн тәғәйен осраҡта, кейеҙ-ҡаралтыһыҙ йорт, кейемһеҙ кеше ише күрекһеҙ тойола.
Мөғжизә тыуҙыра Ләйлә
Бәхеткә күрә, Өфөлә һирәк булһа ла баҫма графикаһы оҫталарының иң-иңдәренең эштәренә арналған күргәҙмәләр үтеп тора, ул тупта, әлбиттә, Ләйлә Закир ҡыҙының да исеме бар.

Ләйлә Ғаянова 1957 йылда Салауат ҡалаһында донъяға килә. Балалыҡ йылдары Ҡаҙағстанда үтә. Һуңғараҡ Башҡортостанға кире күсенәләр. Тамырҙары атаһы нәҫеленән – Белорет, әсәй яҡлап Благовар райондарына тоташа. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөүгә әүәҫ ҡыҙҙың ынтылыштарын ҡеүәтләп, әсәһе Хәмдиә Ғәббәс ҡыҙы биш йәшендә генә уны һүрәт төшөрөү студияһына алып бара. «Тормошомдоң һәр баҫҡысында шул мәлдә мин кисергән белемдәргә һыуһынды ҡандырған уҡытыусылар осраны. Иң тәүгеһе – әсәйем. Салауатта саҡта Э.А. Сидоренко, И.Ф. Филипповтарҙа теләп шөғөлләндем. Икенсе Өфө музыка һәм педагогия училищеһында уҡығанда арҙаҡлы рәссамдар Н.Д. Бурзянцев менән З.Ғ. Ғаянов остаздарым булды, тап улар миңә ижадта йүнәлеш һайларға өйрәтте, үҙемә ышаныс уятты. Был уҡыу йортонда үткәргән йылдар тураһында күңелемдә тик йылы тәьҫораттар һаҡлана», – ти Ләйлә ханым.
Дипломлы йәш белгес Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләй, Нефтекамала урта мәктәптә, Өфөнөң насар ишеткән балалар уҡыған 30-сы коррекцион мәктәп-интернатында рәсемдән уҡыта. Шунан егерме йылдан ашыу ғүмерен үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Аманат» журналына арнай. 1995 йылдан алып даими рәүештә З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте менән дә хеҙмәттәшлек итә. Баҫманы биҙәүҙән тыш, төрлө райондарға эш буйынса сәфәрҙәр, балалар менән осрашыуҙар, йәш рәссамдарҙың күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек яуаплы ла, күңелле лә мәшәҡәттәр аша ижадсы бала булмышын тәрәнерәк тойорға, уларҙың күңел талабын һиҙемләргә өйрәнә. Һөҙөмтәлә рәссам ҡулы менән ҡойолған һәр һүрәт ыуыҙ быуындың ҡарашын тартып, арбап торған сихри күренеш булып етешә. Балалар өсөн ижад итеү – иң ауыр хеҙмәттәрҙең береһе, улар яһалмалылыҡты ҡабул итмәй, ә бына ихласлыҡҡа тартыла.
Былтыр Лос-Анжелеста үткән, режиссер Рияз Исхаҡов төшөрәсәк «Туҡай» фильмына арналған күргәҙмәлә лә Ләйлә Ғаянованың эштәре урын алған.
Мөғжизә тыуҙыра Ләйлә
Биҙәүсе-рәссам булараҡ оҫталығын юғары кимәлгә еткергән ханымдың яңы йүнәлештәрҙә лә үҙен һынап ҡарарға дәрте бар, яҡын арала күптән хыялында йөрөгән ниәтенә – ҡурсаҡтар тегеүгә лә тотонмаҡсы ул. 2011 йылда рәссамға Германия, Голландия, Францияла булып ҡайтырға яҙа, шунан һуң тоҡанған сәйәхәтсе ҡомары ла тынғылыҡ бирмәй уға. Тормош – илаһи көс тарафынан бирелгән ҙур бүләк, ти ул. Фәрит Әхмәҙиевтың робағиҙары тәьҫирендә тыуған һүрәттәрен дә тиҙҙән шәхси күргәҙмәһе аша халыҡҡа күрһәтергә уйы бар. Ләйлә Закир ҡыҙының тормош иптәше лә – ижад кешеһе, билдәле рәссам, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Илдар Ғаянов. Һәр нәмәлә камиллыҡҡа ынтылған ханым ижадта ғына түгел, тормошоноң һәр өлкәһендә лә фиҙакәр. Улы Роберт менән ҡыҙы Камиләне тәрбиәләүҙә лә, оҙаҡ йылдар түшәктә ятҡан ҡәйнәһе менән әсәһен бала урынына күреп ҡарауында ла, шәхси үҫештә үҙенә ҡуйған талаптарҙа ла ул бер ҡасан да үҙен йәлләүгә урын ҡалдырмай. Зиһене һәр саҡ асыҡ, табандары ерҙә, яҡындары гел уның ҡурсауы аҫтында, ә ҡулдары күңел күҙе юллаған яҡты нур артынан эйәреп, ғәжәйеп бер илаһи донъяны тасуирлай. Хәленән килһә, ул шул яҡты рәсемдәр иленә бар кешелекте лә күсерер ине, моғайын.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги: Ләйлә Ғаянова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook