Хыялдар алдамаһын!

Хыялдар алдамаһын!Был донъяла тормошҡа ҡарашы, уй-хистәре, маҡсаттары, хыялдары, күңеле бер-береһенекенә тулыһынса тап килгән ике кешене осратыу мөмкин түгел, сөнки һәр кем үҙенсә, йәғни ҡабатланмаҫ. Төрлө кеше бар: берәүҙәр булғанды әҙерәк арттырып, шаштырып, үҙен маҡтап, шул рәүешле дәртләндереп ебәрһә, икенселәр хәлде бер талай хөртәйтеп, йәлләтергә ярата.

Ҡайһы бер кешеләрҙе, ысынбарлыҡты ҡабул итмәй, иллюзияларҙа йәшәүе башҡаларҙан айыра. Һүҙ башында уҡ шуны билдәләп үтеү урынлы булыр: бында «хыял» һәм «иллюзия» төшөнсәләрен бутарға ярамай. Хыялланыу – барыбыҙға ла хас сифат. Кемдер үҙ алдына ғына матур киләсәген күҙаллаһа, икенселәр башҡалар алдында ла йөрәк түрендәге хыялдарын асып бирә ала. Хыял – ул әлегә тормошҡа ашмаған уй-теләк, ирешелмәгән маҡсат. Ә иллюзия – ысынбарлыҡта булмаған хәл-ваҡиғаларҙы бар тип ҡабул итеп, шуларға инанып йәшәү, башҡаларҙы ла ышандырырға тырышыу. Бындай кешеләр тураһында «һауала йөҙә», «уйлап табылған үҙ донъяһында йәшәй» тип әйтәләр. Алданыу тотҡононда йәшәүселәр тормошта осрап тора, һәр кемебеҙҙең таныштары араһында мотлаҡ шундай бер-ике кеше табыла.

Бер ҡатындың һөйләгәндәренән:
«Оҙаҡ йылдар дауамында бер коллективта эшләргә тура килде. Бүлмәлә 6-7 ҡатын-ҡыҙ ултырабыҙ, үҙ-ара дуҫлашып та бөттөк. Бер-беребеҙҙең ғаиләһе, ире, бала-сағаһы тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Бер хеҙмәттәшебеҙҙең һөйләгәндәрен беҙ, башҡа ҡатындар, ауыҙыбыҙҙы асып, һоҡланып тыңлай торғайныҡ. Шундай матур ғаилә, камил мөнәсәбәттәр, сикһеҙ мөхәббәт, тәрән ихтирам тормошта була микән, был бит китаптарҙа яҙылып, киноларҙа ғына күрһәтелгән күренештәр! Ул беҙгә иренең уны нисек яратыуын, кискеһен телевизор ҡарағанда ла ҡулынан тотоп, эргәһендә генә ултырыуын һөйләй, улының уңыштары менән уртаҡлаша. Бер нисә йылдар дауамында, ҡатындың һүҙҙәре буйынса, иренең уға ҡарата мөхәббәте арта ғына барҙы, ҡулға-ҡул тотоношоп ҡына йөрөүҙәр, эштән һуң сәскәләр менән ҡаршы алыуҙар йышайҙы, улдары үҫеп етеп, юғары уҡыу йортон тамамланы, яҡшы урынға эшкә урынлашып, ата-әсәһенә ярҙам итте, фатирҙарына һәйбәт ремонт яһатып, ҡиммәтле мебель тултырҙы.
Бер көн, аяҙ көндө йәшен атҡандай, әлеге хеҙмәттәшебеҙҙең улы үлеп ҡалған тигән хәбәр килеп етте. Йыйылышып, ҡайғы уртаҡлашырға, ярҙамлашырға тип, өйөнә барҙыҡ. Беҙҙе оҙаҡ йылдар дауамында бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән күрекһеҙ фатир ҡаршы алды. Йәш кешенең үлем сәбәбен һорағас, яҡын туғаны: «Эсеп йөрөп үлде инде, бер ҡайҙа ла эшләмәне, ата-әсәһенең елкәһендә йәшәне», – тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән хеҙмәттәшебеҙҙе йыуатып, «Ярар, эргәңдә һинең өсөн өҙөлөп торған, терәк-таяныс булыр ирең бар, бергә-бергә күтәрерһегеҙ инде был ҡайғыны», – тип әйтеүебеҙгә, «Ниндәй өҙөлөп торған ир булһын, беҙ күптән инде бер-беребеҙгә ят кешеләр, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә мәжбүр әҙәмдәр! Һеҙгә нисәмә йылдар һөйләгәндәрем барыһы ла алдаҡ, үҙем уйлап сығарған уйҙырма! Ниндәй тормош тураһында хыялландым, шуны һеҙгә һөйләнем, үҙ «әкиәтемә» үҙем ышандым да йәшәй бирҙем»
, – тине ул асырғанып, әрнеп».

Тарих «бәлки» тигән төшөнсәне белмәй ҙә, танырға ла теләмәй, тиҙәр. Әммә төптәнерәк уйлап ҡарағанда, үрҙә телгә алынған ҡатын, әгәр ваҡытында тормош иптәше менән маҡсаттары тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшһә, ниндәй ғаилә тураһында хыялланғанын әйтеп, иренең дә уй-ниәттәре менән ҡыҙыҡһынһа, бәлки, бергәләшеп ошо донъяны булдыра ла алырҙар ине. Бер төптән булып, татыу ғаиләлә улдарын тәрбиәләһәләр, бәлки, ул да тайғаҡ юлға баҫмаҫ ине. Тик был ханым үҙ иллюзияларында ғына бәхетле булыуҙы йәшәү рәүеше итеп алған да, ошо уйҙырма донъянан йыуаныс табып йәшәгән.
Иллюзияларға күберәк ҡатын-ҡыҙ заты бирелеүсән. Бер яҡтан, бындай кешеләргә балаларса бер ҡатлылыҡ хас, сөнки улар проблемаларҙы еңел генә хәл итергә ярата, икенсе яҡтан, үҙ алданыуын танырға теләмәй, яңынан-яңы хәл-ваҡиғалар уйлап табып, хәйләкәрлек тә күрһәтә. Бына тағы бер миҫал. «Зәлифә исемле ҡатын ата-әсәһен маҡтап бөтә алмай, ике ағаһы, апаһы менән дә шул тиклем һоҡлана. Ғаиләләренең сәләмәт тормош алып барыуын, өйҙәрендә иҫерткес эсемлек түгел, рюмка ла булмауын һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бер тапҡыр тағы шул юҫыҡта һүҙ башлағас, хеҙмәттәше түҙмәне, яңыраҡ ҡына уның ике ағаһы менән бергә ҡунаҡта булыуын, ағаларының иҫерткес эсемлектәр эсеп, «күңелләнеп» йөрөүен әйтте. Зәлифәнең яуабы шулай булды: «Юҡ, кеше араһында күтәреп кенә ултырғандарҙыр, улар шулай эсмәһә лә, эскән кешене ғәләмәт килештереп эләкләй белә». Ағалары менән ҡунаҡта бергә булған коллегаһы, үҙем күрҙем, тиһә лә, был ҡатын ышанырға теләмәне, күҙеңә күренгәндер, тип кенә ҡуйҙы».

Әлеге ваҡиғанан күренеүенсә, әгәр ҙә кеше иллюзияларға башкөллө сумып, ошо донъяла йәшәүен хуп күрә икән, уны тиҙ генә «илерткес» тотҡондан сығарып та булмай. Бының өсөн кешенең ысынбарлыҡҡа айыҡ күҙ менән ҡарап, беренсенән, тормошон нисек бар, шулай ҡабул итә белергә өйрәнеүе мөһим, икенсенән, әлеге ваҡытта йәшәйешендә нимә оҡшап етмәй, нимәне үҙгәртергә теләй, шуларҙы асыҡлап, ошо юҫыҡта эш башлауы кәрәк.
Бер яҡтан, иллюзиялар кешенең һоро, күңелһеҙ, уны ҡәнәғәт­ләндермәгән тормошона, яһалма булһа ла, йәм өҫтәй. Икенсе яҡтан, иртәме-һуңмы был томан таралып, ысынында барыһы ла һин теләгәнсә түгеллеген аңлап, күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә, хатта донъя­нан ваз кисергә лә мөмкин. Шундай ауыр эҙемтәләргә барып етмәҫ өсөн, иллюзия тотҡонондағы кешеләргә тиҙерәк «уянырға» кәрәк. Хыялыңда ҡорған ожмахҡа алданып йәшәгәнсе, ысынбарлыҡта уй-маҡсаттарыңды тормошҡа ашырып, күңел ҡәнәғәтлегенә ирешеү күпкә отошлораҡ та, дөрөҫөрәк тә булыр.
Ғәлиә СӘЛИХОВА.




Теги: Психолог Иллюзия




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook