“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һаныны

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һаныны
“Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары, рус һәм сағыштырма филология кафедраһы доценты Ирена Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина үҙен бала саҡтан тик уҡытыусы итеп күрә”. “Ғалимә сәхифәһе” рубрикаһы аҫтында Гөлназ Ҡотоеваның “Мөғәллимлек – уның яҙмышы” тип исемләнгән мәҡәләһендә был ҡыҙыҡлы шәхес менән яҡындан таныша алаһығыҙ.

“Халҡыбыҙҙың йән таянысы, ғаиләне, әхлаҡи бағаналарыбыҙҙы һаҡлаусы көс булараҡ танылыу алған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте киләһе йылда үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Бөгөн йәмғиәт алдында ниндәй бурыстар тора? Уның эшенә йүнәлеш биреүсе абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ниндәй уйҙар менән яна? Ойошманың элекке етәкселәре Фирҙәүес Хисаметдинова менән Гүзәл Ситдиҡова, бөгөнгө рәйесе Розалия Солтангәрәева һәм уның урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина шул турала уртаҡлаша.

“Улар ейәндәре көнләшер еңеллек менән аяҡтарын баштарына хәтлем күтәрә, “ыһ” та итмәй баштүбән тора, рәхәтләнеп шпагатҡа ултыра, һындарын әллә нисәгә бөгөп, ғорур бөркөттө, йылғыр йыланды сағылдыра, бынан тыш, саңғыла уҙыша, велосипедта елдерә”. Һүҙ Бишбүләк районының Дүсән ауылында йәшәүсе йога менән шөғөлләнеүсе өләсәйҙәр хаҡында бара. Альмира Кирәеваның “Күңел тын шатлыҡ менән тулғанда” мәҡәләһе “Ни хәлдәһең, оло кеше?” рубрикаһы аҫтында урын алған.

“Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан кешенең ағзаларын, ағза өлөштөрен донорлыҡҡа алыу һәм уларҙы күсереп ултыртыу тураһында закон проектының әҙерләнеүе халыҡ араһында төрлө, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уята. Яңы закон проектына ярашлы, кешегә тере сағында уҡ үҙен донорҙар регистрына йәки донор булырға теләмәүселәр исемлегенә индерергә мөмкинлек биреләсәк”... “Бер мәсьәләгә ҡараш” рубрикаһында Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Әжәл аша тереклеккә юл” мәҡәләһендә төрлө кешеләрҙең, шул иҫәптән ағзаны күсереп ултыртыу буйынса яңы операция үткәргәндәрҙең дә, табип һәм дин әһеленең дә фекере менән танышыу ҡыҙыҡлы булыр.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙары, Шәүрә Шәкүрованың “Әҙәмсә” новеллаһы тәҡдим ителә.

“Йүгереп тә генә индем өй эсенә,
Баҙыян суҡлы шәлем сөйҙә юҡ.
Әсәкәйгенәмде һораһағыҙ,
Ожмахтарға китте, өйҙә юҡ”.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Фәниә Сәйфуллина ҡәҙерле кешеһен юҡһыныуын яҙа. “Хәтер яҡтыһы” рубрикаһы

“Аллаһы Тәғәләнең 99 гүзәл исеме, йәғни Исми Әғҙам доғаһы, барлығын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ошо 99 исем-сифаттың кеше өсөн файҙаһы бихисап. Мәҫәлән, “Йә Жәббәәр”, “Йә Мөьмину” тип көн дә йөҙ тапҡыр ҡабатлаһаң, Аллаһ дошмандарҙан, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай”... Аллаһы Тәғәлә исемдәренең бәрәкәттәре хаҡында “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында уҡып белерһегеҙ.

Донъя баҙарында һатыла торған тауарҙарҙың 36 проценттан ашыуын Ҡытай етештерә. Рәсәй магазиндарында Ҡытай тауарҙарын 5 – 10 тапҡырға ҡиммәтләндереп һаталар. “Ғаилә янсығы” рубрикаһында Әлфиә Аҡбутина өйҙән сыҡмай ғына, Ҡытайҙың интернет магазиндарынан тауар алырға өйрәтә.

“Бәхәс алмаһы”. Был рубрика аҫтында Даяна Атанованың мәҡәләһе урын алған. “Йырсыларыбыҙ, борондан ҡалған йырҙы һуҙып, “ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам”, тип моңланғанда, миңә бигерәк тә ир балалар йәл тойола”, тип яҙа ул. Ни өсөн? “Башҡортостан ҡыҙы”ның октябрь һанында уҡығыҙ.

Нажиә Игеҙйәнованың “Мәжит ҡарт мәшәҡәттәре” исемле юморескаһы бер аҙ шаярып-көлөп алырға саҡыра.

Наилә Иҫәнова “Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында был юлы биҙәүестәр һайлау буйынса кәңәщтәр бирә.

“Ҡулыңдан һөйөн” ҡушымтаһында гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кейеҙҙән башлыҡ әҙерләргә өйрәнер.

“Шәп баҡсасы” бәйгеһенә килгән хаттар, фотолар ҙа сығыуын дауам итә. “Балалар ҡыуандыра”, “Беҙгә килгән хаттарҙан” рубрикаларында ла һөйөнөслө яңылыҡтар менән танышырһығыҙ.

Ҡабаҡтан ниндәй генә ризыҡ әҙерләп булмай! Асыҡҡан ир-атты туйҙырырлығын да, сәй янына ҡуйырлыҡ татлыһын да... Журналдың был һанында тәҡдим ителгән рецептар ҙа хужабикәләр өсөн файҙалы булыр.

BK10_14i.pdf [4,44 Mb] (cкачиваний: 5) " target="_blank" class="button red">Подписаться на журнал "Башҡортостан ҡыҙы"


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook