Июль 2014

Июль 2014
Яҙыусы Рәсимә Ураҡсина 60 йәштән һуң ғына машина йөрөтөргә өйрәнеп алған икән, бөгөнгө көндә ул Тойота-RAV4 тигән ҙур машинаны ауыҙлыҡлаған, ә хикәйәләр оҫтаһы Фәрзәнә Аҡбулатованың “тимер ат”ты йөрөтөүгә өйрәнеү осоро үҙе бер мажара булған, баҡтиһәң. Журналист Альбина Ғөбәйҙуллинаның мәҡәләһенән башҡа арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да автомажаралары һәм сәхифәләре хаҡында ла уҡып белерһегеҙ.

Беләһегеҙме, брынзаны нимәнән яһайҙар, һарыҡ һөтөнән?! Һарыҡты һауалармы ни, тип аптырап ҡалғандарға журналист Гөлнара Хәлфетдинованың ғағауыз иленә сәйәхәтен һүрәтләгән материалы бик ҡыҙыҡлы булыр, моғайын.

Башҡорт шиғриәтенең иң сая, иң серле шағирәләренең береһе Айһылыу Ғарифуллина «Башҡортостан ҡыҙы»ның июль һанында ниһайәт үҙенең шәхси һәм рухи тормошон асып һала. Уның нисек дингә килеүе, бөгөнгө заманға мөнәсәбәте хаҡында бары тик ҡатын-ҡыҙҙар журналында.

«Артыҡбикә» повесы менән уҡыусылар араһында ажиотаж уятҡан йәш прозаик Рәйлә Сабитованың ҡатын-ҡыҙ асылын асып һалған «Авокадо менән кальмар» тигән хикәйәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, ахырыһы.

Журналда шулай уҡ китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡылған Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» романынан бик ҡыҙыҡлы өлөш тә урын алған. Ә Шағирә Тамара Ғәниеваның нимә ул мөхәббәт тигән һорауға яуап эҙләп яҙған мәҡәләһе күңелдә дауылдар уятырлыҡ!

Композитор Альбина Имаева бөгөн нисек йәшәй, экрандарҙан ҡапыл юғалған Башҡортостан телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуын алып барыусыһы мөләйем Айгөл Ғимранова нисек Америкаға күсеп киткән, машинаһына рәсми номер урынына башҡорт тип яҙҙырып алған һәм үҙендә рәссамлыҡ һәләттәрен асҡан – быларҙың барыһын да яңы июль һанында уҡып белерһегеҙ!

Ислам динендә төш юрауға ҡарата мөнәсәбәт ниндәй, психология был күренеште нисек баһалай, сысҡан биҙгәгенән нисек һаҡланырға, күркәм йәштәге ҡатындарға нисек кейенергә, туңдырманы өй шарттарында ҡалайтып яһарға – был һорауҙарға ла тәфсирле яуаптар «Башҡортостан ҡыҙы» журналының июль һанында, әхирәттәр!

bk_0714.pdf [5,13 Mb] (cкачиваний: 10) " target="_blank" class="button red">Подписаться на журнал "Башҡортостан ҡыҙы"


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook