«Бейеү минең өсөн тын алыу кеүек»

«Бейеү минең өсөн тын алыу кеүек»
Һомғоллоҡтоң, нәзәкәтлелектең, ғорурлыҡтың һәм тыйнаҡлыҡтың үҙе булып, «Бөрйән ҡыҙы» бейеүендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли булмышын сағылдырыусы ханымға берәү ҙә үҙ йәшен бирмәҫ. Бейеү ҡөҙрәте менән ваҡыттарҙы туҡтатып, ҡартайыуҙы сигендергән Вәжихә Йәнгәрәй ҡыҙы Фәттәховаға – 83 йәш.


... – Алтмыш йылдан ашыу бейейем. Әсәйем: «Тәпәй киткәс, атлап түгел, гел бейеп йөрөнөң», – ти торғайны. Бейеү минең өсөн тын алыу кеүек ине. Был һәләт нәҫелдән күскәндер: атайым ҡурайҙа, гармунда, скрипкала оҫта уйнаны, һабантуйҙарҙа бейеп, гел беренсе урын алды. Олатайым да атаҡлы скрипкасы, ә өләсәйем шәп бейеүсе булған, – тип һөйләй ул.

Сәхнә өсөн генә тыуған ҡыҙ ни эшләп табип һөнәрен һайлаған икән? 1944 йылда фронттан ауыр яралар менән ҡайтҡан атаһы һис мандып китә алмай. «Үҫкәс, табип булам, һине дауалайым!» – ти ҡыҙсыҡ һыҙланған атаһына. Яугир ни бары ҡырҡ ике йәшендә, 1945 йылдың 19 декабрендә, яҡты донъянан китә. Был көндә Вәжихәгә 10 йәш тулған була.

Тыуған ауылында – Ҡырмыҫҡалы районының Мансаҙы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң ул Өфө ҡалаһындағы 9-сы башҡорт мәктәбенә килә. Ауылда бер тамашанан ҡалмаған ҡыҙ бында ла сәхнә күркенә әйләнә. «Синыфташым, аҙаҡ күренекле йырсы булып китәсәк Рамазан Йәнбәков менән бергә сығыш яһаныҡ: ул йырлай, мин бейейем...» – тип хәтерләй Вәжихә апай билдәле мәктәптә ҡанат нығытҡан йылдарын...

... Унынсыны бөтөргән ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Лекцияларҙан йүгереп ҡайта ла серле бейеү донъяһына сума. Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәре өлкә йортондағы ҙур хореография коллективының иң сағыу бейеүсеһе булып китә ул. 1957 йылда Мәскәүҙә үтергә тейеш 6-сы Бөтә донъя йәш­тәр һәм студенттар фестиваленә һай­лап алыу турында Вәжихәне дан­лыҡлы ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров күреп ҡала. «Был ҡыҙ минең ансамблдә бейергә тейеш!» – ти ул. Фестивалдән лауреат булып ҡайтҡан һылыуҙы остаз үҙенә саҡырып ала, уҡыуын ҡалдырып, ансамблгә күсергә өгөтләй. «Табип булам!» тип хыялланған Вәжихә ылыҡтырғыс тәҡдимдән баш тарта.

Ҡырҡ йыл ғүмерен изгеләрҙән-изге һөнәргә арнаған Вәжихә Йәнгәрәй ҡыҙы былай ти: «Ул тәҡдимде ҡабул итмәүемә һис кенә лә үкенмәйем. Иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ. Сәләмәтлеге булмағандарға сәнғәт кәрәкмәй. Көндөҙ кешеләрҙе дауалап, кистәрен уларҙы сәхнәнән илһам­ландырып йәшәнем. Баш ҡалабыҙҙың 2-се балалар поликлиникаһында участка педиатры булып эшләгән йылдарымды һағынып иҫкә алам. Ҡулдарымдың, күңелемдең йылы­һынан һауыҡҡан балалар, хәҙер инде үҙҙәре олпат кешеләр, урамда күрһәләр, ҡосаҡлап алалар, һаман рәхмәт уҡыйҙар».

Вәжихә апай күмәк бейеүҙәрҙә төп солистка булараҡ та, яңғыҙы ла сығыш яһай. Бейеү сәнғәтебеҙҙең аҫыл өлгөләрен – «Бишбармаҡ»ты, «Заһиҙә»не, «Бөрйән ҡыҙы»н башҡарғанда уны бөгөн дә көслө алҡыштарға күмәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ун биш йыл дауамында танылған сәхнә йондоҙҙары менән гастролдәрҙә йөрөй.

Туҡһанды ҡыуыуына ҡарамаҫтан, Вәжихә Йәнгәрәй ҡыҙы ижады менән тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итә. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы өлкән йәштәгеләрҙең «Яратам һине, тормош!» республика фестивалендә йыл һайын юғары бүләк – «Алтын орфей» статуэткаһына лайыҡ була.
Ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтан алған Рәхмәт хатын ул мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә һалған хеҙмәтенә иң ҙур баһа итеп ҡабул итә...
...Өләсәһе юлын һайлап, хореограф булып киткән Айгөл ейәнсәрендә Вәжихә апай томандар артында ҡалған матур йәшлеген күрә...
Альмира КИРӘЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Вәжихә Фәттәхова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook