Исеменә күрә есеме

Исеменә күрә есеме
Башҡорттар араһында таралған биҙәнеү әйберҙәренең, кейем-һалымдың тарихы тураһында һүҙ алып барғанда, уларҙы белдереүсе атамаларҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Һүҙҙәрҙең этимологияһы күп кенә һорауҙарға яуап бирергә ярҙам итә. Ҡайһы берҙәренең тәбиғәтенә мөрәжәғәт итәйек.

Балдаҡ. Был һүҙ ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡарағалпаҡ, татар, үзбәк телдәрендә күҙәтелеп, ҡаҙаҡ, үзбәк халыҡтарында «ҡылыстың тотҡан өлөшө» тигән мәғәнәне бирһә, башҡорт, татар, үзбәктәрҙә биҙәнеш әйберен аңлата. Ғалимдар һүҙҙең килеп сығышын монгол төркөмөнә ҡараған телдәр менән бәйләй.

Беләҙек. Төркмән, төрөк, ғағауыз, ҡумыҡ, ҡарағалпаҡ, үзбәк телдәрендә – билезик / bilezik; әзербайжандарҙа – биләзик; яҡутса – билсех. Бөтә телдәрҙә лә биҙәнеү әйберенең атамаһы булып йөрөй. Күренекле ғалим В.В. Радлов был һүҙҙе ике өлөшкә бүлеп ҡарай: беләк + йөҙөк. Был бигерәк тә үзбәк телендәге формала асыҡ күренә: билагузук.

Исеменә күрә есемеБишмәт үзбәк телендә – бешмет; уйғырса – пәшмәт; ҡырғыҙҙарҙа – бешмант; ҡаҙаҡ телендә – бешпент. Ғалимдар был һүҙҙең төп төрки формаһы булыуына шик белдерә.

Көпө. Төркмән телендә – гүпби; үзбәксә – гүппи; ҡарағалпаҡса – гүпи; ҡырғыҙҙарҙа – күпү. Билдәле тел белгесе Э.В. Севортян был һүҙҙең нигеҙендәге гүп (ҡабарған, ҡалын әйбер) элементын айыра; - би – һүҙ яһаусы аффикс.

Күлдәк төрөк телендә – гөмлек; ғағауыздарҙа – гөлмәк; төркмәндәрҙә – гөлнек. Ғалимдарҙың фекеренсә, башлыса көңлек//көңнек рәүешендә булһа, һуңыраҡ – көглек, көйлек, көгнек, көйнек, көнек, көнлек//көмлек һәм көлмек. Ошо үҫеш юлынан сығып ҡарағанда, башҡорт телендәге форма һуңғараҡ барлыҡҡа килгән булып сыға. Ә бына көңлек һүҙенең нигеҙендә (-лек ялғауы ярҙамында) көң (хистәр урыны, йөрәк, күкрәк) формаһы ята (башҡортса – «күңел»).

Ҡайыш: төркмән, әзербайжан, ҡумыҡ, ҡырғыҙ, татар, үзбәк, алтай телдәрендә – ҡайыш; яҡуттарҙа – хатыс. Этимологияһы асыҡланып бөтмәгән. Нигеҙҙә, -ш ялғаулы исем ҡылым тип ҡарайҙар. К. Менгес нигеҙендә ятҡан форманы «тупаҫ тегеү» тигән мәғәнәле һүҙгә бәйләй.

Ҡалпаҡ – дөйөм төрки һүҙе. М. Асамутдинов – нигеҙендә «ҡапла» (метатеза ҡапла һәм ҡалпа); ә М. Хабичев иһә «ҡал» («ҡалыу» ҡылымы) һүҙе ята, тип иҫәпләй.

Елән сыуаш телендә – йелен; татарса – жилән. Мәғәнәләре: 1. Башҡорт, татар телдәрендә – халат кеүек өҫ кейеме. 2. Сыуаштарҙа – туланан тегелгән бөрмәле бишмәт. 3. Әзербайжандарҙа – япма; ебәк яулыҡтың ҡайыуы. Ғалимдар­ҙың ҡарашынса, нигеҙендәге йел элементы оҡшатыу нигеҙендә барлыҡҡа килгән булырға тейеш (йелбегей – внакидку).

Сағыштырма-тарихи тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, был атамаларҙың барыһы ла дөйөм төрки сығанаҡлы. Башҡорт теленә ҡәрҙәш булып иҫәпләнгән телдәрҙә шулай уҡ таралыу алған. Нигеҙҙә, мәғәнә үҙенсәлектәре йәһәтенән дә уртаҡ һыҙаттарға эйә.
Азат ҒАРИПОВ.
Учалы ҡалаһы.




Теги: Биҙәүестәр милли




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook