Әмәйҙек, дәүәт

Әмәйҙек, дәүәт
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре араһында һул иңбаштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп түшкә ҡырын кейә торғандары төрлө атама менән билдәле. Уларҙы хәситә, әмәйҙек, дәүәт тип тә йөрөтәләр. Диалектологик экспедициялар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәситә һүҙе Бөрө, Нуриман, Благовар, Кушнаренко, Иглин, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Ишембай, Белорет, Әбйәлил, Мәләүез, Күгәрсен, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында һәм Ырымбур, Һарытау өлкәләрендә теркәлһә, әмәйҙек Яңауыл, Тәтешле, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Архангел, Ишембай, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Бөрйән, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр райондары менән Пермь, Свердловск, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренә хас. Ә бына дәүәт атамаһы Краснокама, Илеш, Дүртөйлө, Баҡалы, Саҡмағош, Бүздәк, Туймазы, Благовар, Шишмә, Дәүләкән, Бәләбәй, Бүздәк, Ауырғазы, Архангел, Әлшәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Ғафури, Бишбүләк, Стәрлебаш, Ишембай райондарында һәм Ырымбур өлкәһендә күҙәтелә. Күренеүенсә, бер үк төбәктә бер нисә атаманың ҡулланылыу осраҡтары ла бар.

Был төр биҙәнеү әйберҙәре тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр XVIII быуаттың аҙаҡтарында башҡорттар араһында булып киткән академик Петр Палластың яҙмаларында сағылыш таба. Бына нисек һүрәтләй ул уны: яҫы, иңбаштан орден кеүек һалынып төшөп тора, ваҡ тәңкәләр, мәрйендәр, башҡа төр әйберҙәр менән биҙәлгән. 1905 – 1908 йылдарҙа башҡорт халҡының йәшәйешен өйрәнгән күренекле ғалим Сергей Иванович Руденко «Башҡорттар» исемле китабында хәситә, әмәйҙек, дәүәт араһында булған айырмалы яҡтарға туҡтала. Уның яҙыуынса, 5 – 20 сантиметр киңлектәге таҫманан торған әмәйҙек ваҡ тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән. Аҫҡы яғындағы селтәрҙең ситендә тәңкәләр тора. Иллюстрация рәүешендә ҡатай башҡорттарында төшөрөлгән фотоны килтереп, алғы рәттә ултырған ҡыҙҙарҙың тап әмәйҙек тағып алғанлығын күрһәтә. Әйтергә кәрәк, күренекле этнограф С.А. Авижанская Силәбе өлкәһенә ойошторолған экспедиция ваҡытында бала өсөн эшләнгән әмәйҙеккә тап була. Уның яҙыуынса, ул ярым ай рәүешендәге нигеҙҙән тора, дүрт рәт мәрйендәр, боронғо һәм совет осоро аҡсалары, төймәләр, уртаһында тишеге булған мәрүәт пластиналар (һөҙән) менән биҙәлгән. Әмәйҙектән айырмалы рәүештә, дәүәттә С.И. Руденко мәрйендәрҙең ҡулланылмауын билдәләй. Нигеҙенә тәңкәләр, эре аҡыҡ, ҡаштар тегелгән. Ҡайһы берҙә ситен уҡа менән дә биҙәгәндәр. С.Н. Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында Әлшәй районының Буранғол ауылында төшөрөп алынған дәүәттең фотоһы бирелә. Ә бына төньяҡ-көнба­йыштағы ғәйнә башҡорттарындағы муйынсаның нигеҙе (ғалим был төбәктә дәүәтте шулай тип атауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала) 5-6 сантиметр киңлегендәге уҡанан тора. Уның өҫтөнән эре көмөш тәңкәләр тегелә. Ғалимдың яҙмаһында муйынса һүҙенең ҡулланылыуы осраҡлы түгел, сөнки башҡорт теленең һөйләштәрендә башҡа төр атамаларҙы ла осратабыҙ: кесәбикә (һаҡмар) – кесәбикә тейләр түшкә ҡыйа кейәр өсөн теккәнен; ҡыйа иҙеү (ҡыҙыл, мейәс); муйынҫа (дим, урта); муйын тәңкәһе (ҡыҙыл); теркәмә (дим, урта); хәйкә (төньяҡ-көнбайыш).

Сергей Иванович билдәләүенсә, хәситәгә тәңкәләрҙән тыш шулай уҡ төрлө бетеүҙәр, доғалыҡтар ҙа тегелгән. Үҙен айырым тағып йөрөгәндә ул әмәйҙектән айырылмаған тиерлек. Йыш ҡына хәситәне дәүәттең аҫҡы яғына ҡушып теккәндәр. Әйтергә кәрәк, хәситә көньяҡ диалекттың айырым һөйләштәрендә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта ике мәғәнәне белдерә: 1. доғалыҡ; 2. бетеү.

Шулай итеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һул иңбаштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп түшкә ҡырын кейеп йөрөгән биҙәнеү әйберҙәре лә тегелеше, биҙәү тәртибе йәһәтенән бик үҙенсәлекле. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге көнгәсә килеп еткән боронғо өлгөләре юҡ тиерлек.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.




Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook