КҮРЕР КҮҘГӘ БАЙРАМ ҒЫНА

КҮРЕР КҮҘГӘ БАЙРАМ ҒЫНАИнзира Мансурова тәҡдим иткән стилләштерелгән футболкаларҙа һәр кем үҙен бәхетле тоя. Быуаттар дауамында һыналған, милли кейемебеҙҙең күркәм бер элементы булған иҙеү (селтәр) һүрәте төшөрөлгән ҡарҙай аҡ һәм сифатлы футболкалар эйәһен зауыҡлы ла, заманса ла, милли йолаларыбыҙға тоғро ла итеп күрһәтә. Кер йыуыу машинаһында ҡат-ҡат йыуһаң да, биҙәге уңмай. Үҙегеҙҙең йә яҡындарығыҙҙың кәйефен күтәргегеҙ килһә, иҙеү һүрәте төшкән ошондай футболка бүләк итегеҙ!

Уның өсөн телефонығыҙҙан +7 9374717898 һандарын йыйырға йә «Ву Hand Shoр» бутигына («Ирәмәл» сауҙа һәм күңел асыу комплексының икенсе ҡатында) мөрәжәғәт итергә генә кәрәк. Хаҡы – 900 һум.

КҮРЕР КҮҘГӘ БАЙРАМ ҒЫНА
Футболкаларҙы «Һомай» студияһы һылыуҡайы, Хәйбулла ҡыҙы, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Дилә Рәсембәтова менән Әбйәлил һылыуы, Рәсәй Хөкүмәте янындағы финанс университетының Өфө филиалында белем алыусы Гөлнара Рәхмәтова кейеп күрһәтте.


Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook