Уңышҡа көйләй «Ашҡаҙар»

Уңышҡа көйләй «Ашҡаҙар» Журналист һөнәре бер ҡасан да еңел булмаған. Ул халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә, ихтыяждарын яҡлай, кеше яҙмыштары, ваҡиғалар аша тормош ысынбарлығын сағылдыра, сәнғәт әһелдәрен данлай, әҙиптәр ижады, мәҙәни гөлләмәләр менән таныштыра, йәшәү асылын тасуирлай, рух ныҡлығы менән һуғара. Шул уҡ ваҡытта ҡәләм әһелдәре үҙҙәре йыш ҡына күләгәлә ҡала. Бары Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө үҙебеҙ хаҡында бер аҙ иҫкә төшөрөп алыу мөмкинлеге бирә. Уҡыусыларыбыҙ яратып тыңлаған «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан танышыу моңло тулҡынға ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырыр, тип уйлайбыҙ.

«Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе һәм «Юлдаш» радиоһы баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ҡасим ҡыҙы ҒӘЛИЕВА:
– Алты йыл дауамында эфир киңлектәре буйлап гиҙгән «Ашҡаҙар»ҙың эшмәкәрлеген ҡылыҡһырлаған төп һүҙҙәрҙе дөрөҫ һайлауыбыҙға инана барабыҙ. Һалмаҡ ҡына аға, байыта, уйландыра, рухландыра ул. Моңло радионы айырылмай тыңлаусылар үҙҙәре лә – бай күңелле, тәрән фекерле, аҡылды алтынға тиңләгән кешеләр. Ә бында эшләүселәр – ваҡытты буйһондора алыусылар, тиергә мөмкин, сөнки беҙҙең тулҡындарҙа үткәндәр менән бөгөнгө осрашып, киләсәккә күпер һала. Еңел генә уҙған быуаттың 50–60-сы йылдарына барып килә алабыҙ, 70-се йылдарҙағы театр залында тамаша ҡылабыҙ, арабыҙҙан киткәндәр ялҡынланып шиғыр һөйләй, әҫәр уҡый, шул уҡ ваҡытта кисә генә үткән премьера, иртәгә уҙасаҡ тамашалар тураһында бәйән ителә, яңы йондоҙҙарға портреттар яҙыла, республикала гөрләп уҙған сараларҙан репортаждар эшләнә, һоҡланғыс төбәктәргә, ауыл клубтарына, китапханаларға радио­сәйәхәттәр ойошторола, яңы китаптар тураһында тулы мәғлүмәт бирелә, гәзит-журналдар уҡыла.
Уңышҡа көйләй «Ашҡаҙар»
Редакциябыҙҙа өс метрлыҡ шәжәрә ағасы төшөрөлгән, олоно – халыҡ, япраҡтары – халҡын, ерен, илен аҡылы, һәләте, хеҙмәте менән һуғарған оло шәхестәр. Ғалимдар, табиптар, композиторҙар, әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йырсылар, сәйәсмәндәр, уҡытыусылар, актерҙар… – радионың көндәлек эшендә ҡатнашыусылар ғына түгел, «Ашҡаҙар»ҙың даими тыңлаусылары ла бар унда. Тапшырыу әҙерләгән һәр кемдең күҙ алдында булған был ағас көс тә, оло яуаплылыҡ та өҫтәй.
Уңышҡа көйләй «Ашҡаҙар»
«Юғарылыҡҡа ынтыла тик юғары күңел» тигән һүҙҙәр ҙә беҙҙең өсөн ҡағиҙә булараҡ яңғырай, шуға бер туҡтауһыҙ уҡырға, тәү сиратта үҙебеҙҙең күңелде байытырға кәрәклекте тойоп эшләйбеҙ.
Был ауыр түгел. Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһы шул тиклем күп ҡырлы, бай, был төпһөҙ байлыҡты күпме асһаң да, төбөнә төшөрмөн тимә. Эшләп байыусылар юҡ, матди ҡиммәттәр өҫтөнлөк алып барған заманда йәшәйбеҙ, тиеүселәр күп, әммә «Ашҡаҙар»ҙың тәрән эҙле үҙ юлы. Рухи ҡиммәттәрҙе һанлаған кешеләр күңеленә һалынған юл ул. Алты йыл эшләгән дәүерендә ҙур ҡаҙанышы ла бар – әҙәбиәт һөйгән, етди сәнғәткә ғашиҡ зауыҡлы тыңлаусыларҙы үҙ янына туплай алыуы. Төрлө матбуғат сараларында эшләүселәрҙең мәҙәни сара, шәхес, йыр-көйҙәргә бәйле кәңәш йәки мәғлүмәт һорап мөрәжәғәт итеүе лә һөйөндөрә.
Уңышҡа көйләй «Ашҡаҙар»
Моңло радио ойошторған акциялар ҙа рухи үҫешкә бәйле, изге ниәтле. Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн китап йыйҙыҡ, уларҙы уҡыусылар был хазиналарҙың ниндәй ғалимдар һәм яҙыусыларҙың шәхси китапханаларынан алынғанлығын, кемдәрҙең ҡулдары ҡағылыуын күҙ алдына ла килтермәйҙер. Сарала ҡатнашҡандарға йәнә бер рәхмәт еткерәбеҙ. Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында «Ашҡаҙар» аллеяһына ултыртҡан ағастар быйыл яҙ гөрләп япраҡ ярғандыр. Ҙур ихласлыҡ менән яңы башлап торған эш тураһында ла әйтәйем, сөнки «Башҡортостан ҡыҙы»н уҡыусылар, республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары, ул турала мотлаҡ белһен ине.
БР Мәғариф министрлығы менән берлектә балаларҙы ғаиләле итеү эшенә ҡушылдыҡ. Етем балалар тураһында мәғлүмәт беҙҙең сайтта урынлаштырылған, шулай уҡ эфир тулҡындарында махсус сығарылыштар яңғырай.
Уңышҡа көйләй «Ашҡаҙар»
…Донъя ниндәй генә йүнәлеш алһа ла, уның төп терәктәре булып мәңгелек ҡиммәттәр ҡала. Ошо ҡиммәттәрҙе һанлаусылар, уларға ҡағылырға теләүселәр моңло «Ашҡаҙар» радиоһы тулҡындарына көйләнһен.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook