Рухи ҡомартҡыларыбыҙ

Башҡортостанда һәм унан ситтә лә бик боронғо яҙма төрҙәре менән башҡарылған төрки телле мәҡәл һәм әйтемдәрҙең күпләп һаҡланып ҡалыуы инде бер кемгә лә сер түгел. Бөгөн беҙ ана шул өлгөләрҙе «Башҡортостан ҡыҙы» биттәрендә баҫа башлайбыҙ.

1. Өфө ҡалаһының иероглиф яҙмалы тексы. Еҙҙән эшләнгән салбар ҡаптырмаһы боронғо ҡала ҡәберлектәрендә табылған.
Транскрипцияһы: «Т(э) т(э)сс(а)д(и)».
Тәржемәһе: «Тә тассади\\Ҡулланғанға тиклем». «Ғиффәтлектән яҙғанға тиклем» тигән мәғәнәгә эйә. Тимәк, был ҡаптырманың хужаһы – саф ҡыҙ йә егет.
2. Арҡайым ҡалаһының гетерографик яҙмалы тексы. Көршәк тышын дағы яҙма.
Транскрипцияһы: «Днгр: ныкэ: эдэ: нмс».
Тәржемәһе: «Тәңрегә етешеү – намыҫ (ул)».
3. Аҡташ (Охлебинино, Иглин районы) гетерографик яҙмалы тексы. Ҡәләм һыртына һыҙылған.
Транскрипцияһы: «Ккск а ккск».
Тәржемәһе: «Һыҙмасыҡҡа-һыҙмасыҡ». «Хәрефкә-хәреф» тигән һүҙ.
Иршат ЙӘНБИРҘИН.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook