Көмбәҙҙәр

Көмбәҙ – еҙ ҡалайҙан (баҡыр), затлы металдан (алтын, көмөш) ҡуласа рәүешле ҡырҡылып, көмбәҙгә оҡшатып яһалған һәм йөҙөнә биҙәк-һүрәт йәки яҙма сүкелгән биҙәүес. Көмбәҙ һүҙе боронғо башҡорт теленән «барлыҡ башланғыс» тип тәржемә ителә hәм, ғәҙәттә, биҙәүесте эшләгән ваҡытта ғәмәлдә булған ҡағиҙәләрҙе сағылдырыуы һәм шул осорҙа ҡулланылған яҙма текстарҙы үҙ эсенә алыуы менән ҡиммәтле. Көмбәҙ – ябай биҙәүес кенә түгел, ә тарихи мәғлүмәт сығанағы ла.
Башҡортостандың төрлө райондарынан табылған көмбәҙҙәр һәм уларҙағы мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.


Кхароштхи яҙмалы көмбәҙҙәр
Учалы районы Килмәк ауылы көмбәҙе

Нәйрә Ғиләжева фотоhы.
Транскрипцияhы: «Гhадhаваната».
Тәржемәhе: «Гадвәнәт (иҫәпкә алынған)».
Был көмбәҙ Майтреяға (киләсәк Буддаға) табыныусы башҡорттар тарафынан башҡарылған. Кхароштхи яҙмаларының ҡулланыу осоронда – беҙҙең эраға тиклемге VII быуаттан беҙҙең эраның VII быуатына ҡәҙәр арауыҡта эшләнгән, тип тоҫмаллап була. Яҙмалар уңдан hулға уҡыла.

Брахми яҙмалы көмбәҙҙәр
Брахми яҙмаһы беҙҙең эраға тиклемге IV быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Башҡорт документтарында 1016 йылдарға тиклем ҡулланыла.
Бишбүләк районында (Дим йылғаhы буйы) табылған көмбәҙҙәр
Евген Чи менән Рөстәм Иҫәнбирҙин фотолары.
Транскрипцияhы: «Епhа у саба, Епhа у саба».
Тәржемәhе: «Ябҡы (эңер) вә собых (иртә), Ябҡы (ҡараңғылыҡ) вә собых (яҡтылыҡ)».
Аңлатма: Манихей дине боронғо башҡорттар араhында ла таралған була. Ҡараңғылыҡ hәм яҡтылыҡ яманлыҡ менән яҡшылыҡ билдәһе булараҡ ҡабул ителә.

Ейәнсура районы көмбәҙҙәре
Беренсе көмбәҙ

Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарихи музейы фондынан.
Транскрипцияhы: «Пhасага джаhата нау татhала. Инаинаи даи».
Тәржемәhе: «Баhа сағы ижтиhат итеүсенең яңы тәғәләhенән. Иннай даhи».
Аңлатма: Иннай беҙҙең эраның 280–320 йылдарында манихей дине сиркәүенең башлығы була.
Икенсе көмбәҙ
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Рамаҙан Мырҙабаев тапҡан.
Транскрипцияhы: «Тhаегhала еунана есадhа. Инаинаина даи папhа».
Тәржемәhе: «(Аллаh) Тәғәлә – мәңге йәш есемдер. Инайҙан даhи папа».
Аңлатма: Уйлауымса, ошо фәтеүә Зәңгел атаның (икенсе исеме Фавос) уҡыусыhы Диуана Августиндыҡы (Аврелий Августиндыҡы) булырға тейеш. Көнбайыш фәлсәфәһенең атаhы тип hаналған был шәхес католик диненә күскәнгә тиклем ғилемгә тап Зәңгел атанан өйрәнә. Тап манихей динен тотҡан осорҙарында, 370–387 йылдарҙа, Диуана Августин түбәндә аталып үткән үлемhеҙ хеҙмәттәрен яҙа ла инде.
«Академиктарға ҡаршы» (Contra academicos, 386 йыл), «Тәртип тураhында» (De ordine, 386 й.), «Диуана тормош хаҡында» (De Beata Vita, 386 йыл), «Әңгәмәләр», (Soliloquia, 387 йыл), «Рух нисбәте тураhында» (388–389 йылдар), «Уҡытыусы тураhында», «Моң тураhында», «Үлемhеҙлек тураhында» тигән хеҙмәттәре.
Иршат ЙӘНБИРҘИН.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.




Теги: Көмбәҙ Иршат Йәнбирҙин




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook