Башҡортостан Ҡыҙы

Тире һау булһын, тиһәң...

Тире һау булһын, тиһәң...Беҙҙең тире һаулығы организмдың эске торошон күрһәтә. Уны ғүмер буйы сәләмәт килеш һаҡлау еңел түгел, әммә мөмкин, ти 1-се Республика тире-венерология диспансерының бүлек мөдире, табип-дерматовенеролог Эльвира Рауил ҡыҙы Гуменная.

– Эльвира Рауил ҡыҙы, кеше организмында тиренең роле хаҡында әйтеп китһәгеҙсе.
– Тире төҙөлөшө ҡатмарлы. Ул күп төрлө физиологик процеста ҡатнашып, бер нисә бурыс үтәй: организмға тәьҫир итеүсе тышҡы йоғонтонан һаҡлай, матдәләр алмашыныуында ҡатнаша һәм тән йылылығын бер кимәлдә тотоуҙы тәьмин итә. Тире беҙҙең организмда булған һәр үҙгәрешкә тәьҫир итә.

– Ниндәй тире ауырыуҙары йыш осрай?
– Улар күп төрлө, бер нисә төркөмгә бүлергә була. Беренсе төркөм – йоғошло сирҙәр, мәҫәлән, герпес, сөйәл, тимрәү, бәшмәк һ.б.
Нәҫелдән күсеп килеп, төрлө экземалар рәүешендә сағылған аутоиммун тире ауырыуҙары икенсе төркөмгә ҡарай.
Өсөнсө төркөм – гормональ һәм иммун системаһын үҙгәртеүсе төрлө дерматит, тире ҡыҙарыу – былар бөтәһе лә организмда ниндәйҙер инфекция барлығы хаҡында һөйләй. Тимәк, тире эстә ниндәй ҙә булһа ауырыу булыуын күрһәтеп тора.

Тире ауырыуын ваҡытында абайлап, уны тиҙ арала дауалау өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?
– Иң беренсе һәм мөһим сара – тирене таҙа тотоу. Икенсенән, бер йортта йәшәүселәрҙең шәхси гигиена әйберҙәренең айырым булыуы шарт. Таҫтамал, аяҡ һәм баш кейеме, биҙәнеү кәрәк-ярағы кеүек көн һайын кәрәк булған көнкүреш әйберҙәре лә шәхсән булырға тейеш. Әгәр ҙә ғаиләлә берәү герпес йәки башҡа тире ауырыуы менән яфалана икән, уға айырым һауыт-һаба ла тоторға кәрәк. Өсөнсөнән, иммун системаһын нығытыу һәм инфекция таралмаһын өсөн кариес, тонзиллиттан, шулай уҡ эсәк-ашҡаҙан ауырыуынан да ҡотолоу зарур.

– Иммунитетты күп сығымдар талап итмәгән ниндәй ысулдар менән нығытып була?
– Ысынлап та, кеше тәмәке менән спиртлы эсемлектән баш тартһа, көн һайын 1-2 саҡрым йәйәү йөрөһә, дөрөҫ туҡланып, режим буйынса йәшәһә, ауырыуҙарының яртыһынан ҡотола ала. Ҡатын-ҡыҙҙарға һыналған биҙәнеү әйберҙәре генә ҡулланырға кәңәш итәм. Сит илдәрҙә ял иткәндә артыҡ ҡояш нурҙарынан һаҡланыу ҙа урынлы булыр.
Ҡайҙа булһағыҙ ҙа, тирелә яра бар икән, уны шунда уҡ тейешле дарыу менән эшкәртергә кәрәк.
Ошо ҡәҙимге ысулдар ҙа тәбиғәт биргән һаулыҡты һаҡларға ярҙам итәсәк.

– Медицина белеме булмаған ябай кеше тире ауырыуын үҙе дауалай аламы?
– Әлбиттә, юҡ. Диагноз ҡуйыу һәм дауаланыу тик белгес ярҙамында йәки күҙәтеүендә үтергә тейеш. Үҙ-үҙенә яңылыш диагноз ҡуйып, дөрөҫ дауаланмаған кеше һаулығына зарар килтерергә мөмкин. Ошондай осраҡтан һуң улар барыбер табиптарға мөрәжәғәт итә. Ләкин был хәлдә инде һауығыуҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы бар.
Шәхси гигиенаға тейешле иғтибар биргән кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа дерматологҡа бармай, тиергә була. Шуға ла әсәй кеше балаларына бәләкәстән ошо йүнәлештә дөрөҫ тәрбиә бирергә тейеш. Балалар баҡсаһы, мәктәп, төрлө түңәрәктәргә йөрөгән бала-үҫмерҙәр шәхси әйберенә иғтибар менән ҡарап, йоғошло сирҙәрҙең барлығы хаҡында белергә тейеш.

– Эльвира Рауил ҡыҙы, үҙегеҙ ике ҡыҙ әсәһе булараҡ, ата-әсәләргә һаулыҡты һаҡлау буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Ысынлап та, ғаилә ағзалары һаулығы хаҡында ата-әсә уйларға тейеш. Беренсе сиратта нимә ашайбыҙ, ниндәй һыу эсәбеҙ, тигән һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.
Тағы бер мөһим мәсьәлә – әсә кеше үҫмер бала битендәге һытҡыларға ла иғтибар итергә тейеш. Бала үҙ аллы ниндәйҙер дарыу алып, уны ҡулланып ҡына, уларҙан ҡотола алмаҫҡа ла мөмкин. Йәш организм үҫешкән саҡта үҙгәрештәр кисерә. Ҡайһы бер үҫмерҙәр был ваҡытта үҙ-үҙенә йомола, йыш ауырый башлай, әммә сәбәбе нимәлә икәнен аңламай. Тап ошо саҡта ғаиләлә балалар иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Йыш ҡына тирегә сыҡҡан һытҡылар һәм таптар – дөрөҫ туҡланмауҙың һөҙөмтәһе.

– Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә енси мөнәсәбәттәргә ҡараш үҙгәрҙе. Нәтижәлә венерологик ауырыуҙар һаны артты. Ниндәй осраҡта кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәңәш итәһегеҙ?
– Эйе, дерматовенеролог кешенең тиреһе, тырнағы, сәсе, енси ағзалары ауырыуҙарын дауалаусы табип. Шәхси гигиенаһын боҙған йәки тотороҡһоҙ енси тормош алып барыусы кешелә телендә, тиреһендә сабыртма булыуы, ҡысыныу һәм башҡа төрлө билдәләр булырға мөмкин. Йыш ҡына сирҙәр һыҙланыуһыҙ үтә, шуға ла йылына бер тапҡыр профилактик күҙәтеү үтеү, анализдар тапшырып тороу кәрәк. Дауаланыу мотлаҡ белгес күҙәтеүендә үтергә тейеш.
Зөлфиә БАСИРОВА.


Табип кәңәш итә
*Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
*Ризыҡ әҙерләр һәм ашар алдынан, урамдан ҡайткас, бәҙрәфтән сыҡҡандан һуң ҡулдарҙы һәйбәтләп йыуырға кәрәк.
*Һатып алынған йәшелсә, еләк-емештәрҙе щетка менән ышҡып йыуып, ҡайнар һыу менән сайҡатып алыу мөһим.
*Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ.
*Йоғошло сир билдәләре булған кешеләрҙән мөмкин тиклем ситтәрәк булырға тырышығыҙ.
*Бәләкәй балаларҙың аралашыу даирәһен кәметергә, кеше күп йыйыла торған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында булыу ваҡытын ҡыҫҡартығыҙ.
*Өй эсен көн һайын елләтеү һәм саңды һөртөп алыу – бик кәрәкле сара.


Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook