Аҡ тынлыҡтан ишетелә бер моң

Аҡ тынлыҡтан ишетелә бер моң
Ғәжәйеп иғтибар менән баҡҡан был нескә һылыу тәү ҡарашҡа кисәге аспирантканы хәтерләтә. Ләкин Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ревматология бүлегендә эшләүсе Гөлшат Фәтхуллина – тәрән эске һиҙемләүгә эйә ревматолог ҡына түгел, һаулыҡ һаҡлау даирәһендә абруйлы конкурста былтыр «Йылдың иң яҡшы терапевы» булып танылған доктор ҙа. Гөлшат Флүр ҡыҙы, төп эш урынынан тыш, йәнә бер клиникала ауырыуҙар ҡабул итергә, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Журнал уҡыусыларына ул ниндәй файҙалы кәңәштәр бирер? Был уңған ҡыҙ нисек бөтәһенә лә ваҡыт еткерә, иртәләре-кистәре ни рәүешле үтә, уның һөйөүенә солғанып йәшәүсе яҡындары кем?

– Йылдар буйы бер үк ваҡытта – алтыла тороп өйрәнгәнгәлер, сәғәт шылтырамаҫ борон күҙемде асам. Табын әҙерләүгә ирем, шунан улым менән ҡыҙым уяна. Ун ете йәшлек Камил менән һигеҙ йәшлек Әмирәне юл ыңғайы мәктәпкә үҙем ҡалдырам, сөнки ирем Азаматтың эш көнө алдараҡ башлана – ул 21-се ҡала дауаханаһында хирург.
Шуны беләм, балаларым миңә бер заман килеп: «Әсәй, һинең һис ҡасан да беҙгә ваҡытың булманы!» – тип әйтмәҫ. Сөнки һәр буш минутымды улым менән ҡыҙыма арнарға, уларҙың үҫешенә мөмкин тиклем күберәкте һалырға ынтылам. Мәҫәлән, мәктәптә тик «бишле»гә өлгәшкән Камил йөҙөү буйынса беренсе разрядҡа эйә, каратэ серҙәрен өйрәнә. Әмирә, ағаһына эйәреп, бассейнда йөҙөүҙән тыш, «Ассоль» өлгөлө хореография ансамблендә бейей, вокал, художестволы гимнастика менән шөғөлләнә.
Кисебеҙ бала тәрбиәләүсе бөтә ғаиләләрҙеке һымаҡ үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киске ашҡа һуң ултырабыҙ: бөтәбеҙ ҙә йыйылғансы сәғәт һигеҙ тула. Балаларҙың өйгә бирелгән эштәренә күҙ һалып, көндәре нисек үтеүен һорашып, хәбәрҙәрен тыңлағанда, бар арыуым юҡҡа сыға. Киске эштәрҙе башҡарып, ятҡансы сәғәт ун икеләр, берҙәр булып китә. «Иртәгә бөгөнгөгә оҡшаш, бер үк ваҡытта яңы ваҡиғалар менән тулы яңы көн башланыр», – тигән уйҙар менән йоҡоға талам. Шул күнегелгән тәртиптең ҡабатланыуы күңелгә һиллек, тормошҡа тотороҡлолоҡ, ныҡлыҡ тойғоһо бирә.
Әле, ҡышын, рәхәтләнеп саңғы шыуыр өсөн ялдарҙы көтөп алабыҙ. Ҡышҡы иртәлә ағастарҙағы бәҫтең ынйы-бәхет булып ҡойолоуын, аҡ тынлыҡтан ишетелгән илаһи моңдо тыңлап торорға яратам... Ул моң күңелем халәтенә ауаздаш! Һәм был минуттарҙа: «Донъямды түңәрәк иткән ғаиләм – балаларым, ирем, ата-әсәм, яратҡан эшем өсөн рәхмәт, Хоҙайым!» – тип бышылдайым.

– Ҡыҙҙарын маҡсатлы итеп үҫтергән ата-әсәгеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ?

– Улар – тырыш хеҙмәт кешеләре. Атайым Флүр Ниғмәтйән улы ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар механик, шофер булып эшләне. Ҙур йөк һыйҙырышлы машиналар йөрөттө. СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын, бронза миҙал­дарына, Башҡортостан Хөкүмәтенең бихисап Маҡтау грамоталарына, бүләктәренә лайыҡ хеҙмәт батыры ул. Фотоһүрәте район Почет таҡтаһынан төшмәгән атайым менән сикһеҙ ғорурланып үҫтем. Әсәйем Әлфиә Сәлих ҡыҙы ғүмер буйы Үрге Йәркәй ауыл советында баш бухгалтер вазифаһын башҡарҙы. Атайым беҙгә бик йомшаҡ күңелле булһа, әсәйем һөйөү ҡатыш талапсанлыҡ менән тәрбиәләне. Һәр ваҡытта ла әсәйемдең миңә бағлаған өмөттәрен аҡлағым килә торғайны, бөгөн дә күп нәмәне уның бизмәне менән үлсәйем. Уның хыялындағы ҡыҙ була алдыммы икән? Моғайын, «эйе!» тип яуап бирер.
Ғаиләлә беҙ ике бала – туғаным Рөстәм бар. Ул минән һигеҙ йәшкә кесерәк булғас, үҫкән саҡта гел ҡарап йөрөттөм. Ниндәйҙер бер мәлдә ул үҙе апаһын хәстәрләүсегә әйләнде. Рөстәм – мине тын алышымдан аңлаусы яҡын кешем. Үрге Йәркәй ауыл советы биләмәһен етәкләүсе туғаным бәхетле ғаилә башлығы ла.
Аҡ тынлыҡтан ишетелә бер моң
– Ике табип, ике ғалим йәшәгән ғаиләлә кемдең һүҙе өҫтәрәк икән?

– Әлбиттә, иремдеке! Эш ир һүҙен алға ҡуйған мосолман ҡатыны булыуымда түгел. Азаматтың һәр ҡарары нигеҙле, төптән уйланған, тимәк, ғаилә өсөн файҙалыраҡ. Ул ниәтен күңелендә оҙаҡ йөрөтә, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫә һәм миңә юл биреүҙән башҡа сара ҡалмай.
Мин – Аждаһа йылында тыуған Арыҫлан, утлы тәбиғәтемде егерме йыл инде ул яғымлы түҙемлеге менән әсир итеп йәшәй. Һөнәренә мөкиббән киткән хирург булыуы өсөн иремде бик ихтирам итәм.
Азаматтың өсөнсө быуындағы табип булыуын билдәләп үтергә теләйем. Тыу­мышы менән ул Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан. Ҡайным Салауат Һиҙиәт улы ошоғаса Аҡъяр дауаханаһының хирургия бүлегенә етәкселек итә. Ҡәйнәм Рәмилә Кәшфелғаян ҡыҙы ғүмер буйы теш табибы булды, әле хаҡлы ялда. Уның тәрән сабырлығы, яҡты булмышы алдында баш эйәм. Бөгөнгө тәжрибәм менән аңлайым: ҡәйнәмдең ҡайһы бер осраҡтарҙа өндәшмәй ҡалыуы күп ваҡыт иң аҡыллы юл булған икән. Ҡәйнә тупһаһынан яралған килен мин.

– Башҡорттарҙа борон-борондан һөйәк-быуындың сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирелгән. Улай ғына ла түгел, быуын тәндең мифологиялаштырылған ағзаһы тип ҡаралған, тормошта ныҡ баҫып тороуҙы бил, аяҡ быуын­дарының ныҡлығы менән бәйләгәндәр. Быуын сирҙәрен дауалаусы булараҡ, уҡыусыларыбыҙға нимәләр әйтер инегеҙ?

– Боронғо ата-бабаларҙың хаҡлығына таң ҡалырлыҡ. Ысынлап та, быуын сире тормош сифатын ҡырҡа насарайта, дәрт-дарманды һура. Республиканың төп дауаханаһына хәле ҡатмарлы сырхауҙар ебәрелә, күптәренең күңеле төшөнкө. Хәрәкәт сикләнеү, башҡалар ярҙамына мохтажлыҡ, кеше көнлө булыу кәйеф өҫтәмәй шул. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ сатанлап атлауынан ҡыйынһына. Быуындар бер үҙгәреш кисергән икән, уларҙы яңыртыу мөмкин түгел, ләкин ауырыуҙы баҫып, хәлеңде һәйбәтләп йәшәргә мөмкин.
Артроз быуындар араһындағы һеңерҙәрҙең ялҡынһынып, яйлап ҡына тарҡалыуынан ғибәрәт. Сир уҙынғанда, мәҫәлән, аяҡтар ныҡлап һыҙлағанда, төндәрен ауыртыу йоҡо бирмәгәндә, ғәҙәттә, һеңерҙәр генә түгел, мускулдар, улар янындағы һөйәк тә ялҡынһынған була.
Артроз менән бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар яфалана, уға әүәҫлек йыш ҡына әсәнән ҡыҙға күсә.

– Ә был сиргә тарыусыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Артроз – аҡрын үҫешеүсе ауырыу. Ауыртыныу тойғанһығыҙ икән, тимәк, биш-ете йыл элек үк быуындар үҙгәрә башлаған. Тубыҡ тирәһендә саҡ ҡына сәнсеү һиҙһәгеҙ ҙә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бөгөн артрозды дауалау алымдары күп, улар сирҙең кимәленә ҡарап һайлана. Тәжрибәмдән сығып әйтәм: дауаланған менән дауаланмаған араһында айырма ер менән күк араһы кеүек. Дарыуҙар, физиотерапия, шифаханаларҙа сихәтләнеү һеҙгә ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға, йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итер.
Сир ныҡлап көсәйгән икән, операция яһап, эндопротездар ҡуйыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мин журнал уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һаулығына бик иғтибарлы булырға, үҙҙәрен һаҡларға саҡырам! Ғаиләнең бәхете, ҡото, бәрәкәте лә иң элек үҙегеҙҙе нисек тойоуығыҙға, тимәк, һеҙҙең сәләмәтлеккә бәйле бит.
Альмира Кирәева әңгәмәләште.
Александр Данилов һәм ғаилә архивы фотолары.


Беҙҙең белешмә
Гөлшат Флүр ҡыҙы Фәтхуллина 1976 йылда Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында тыуған. Урта мәктәпте алтын миҙалға, Башҡорт дәүләт медицина институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ревматология бүлегендә эшләүенә 15 йыл. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы ревматолог, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Тормош юлдашы Азамат Салауат улы – хирург, медицина фәндәре кандидаты. Улар ул һәм ҡыҙ үҫтерә.

Быуын сиренән һаҡланыу өсөн ГӨЛШАТ ФӘТХУЛЛИНАнан КӘҢӘШТӘР
*Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоу мөһим.

*Туҡланыуҙы яйға һалып, матдәләр алмашыныуын көйләргә кәрәк.

*Һурпаны түбәндәгесә әҙерләргә кәңәш итәм: ит һалынған һыуҙы, ҡайнап сыҡҡас, түгегеҙ ҙә яңы һыу һалып ҡайнатығыҙ – быуын өсөн зарарлы пурин тигән матдә юҡҡа сығыр.

*Табип менән кәңәшләшеп, һөйәк өсөн мөһим Д витамины эсегеҙ.

*Өшөмәҫкә, ауыр күтәрмәҫкә тырышығыҙ.

*Быуындарға гимнастика, массаж файҙалы.

*Көндәлек тормошта өс-дүрт сантиметрлы үксәле уңайлы аяҡ кейемендә йөрөгөҙ.




Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook