Табындарҙың бер гүзәле

Табындарҙың бер гүзәлеӘһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы 1968 йылдың 5 декабрендә Архангел районының Максим Горький ҡасабаһында тыуған. 1996 йылда Башҡорт дәүләт универси­тетын тамамлаған. 2004 йылдан башлап Башҡортостан энциклопедияһында эшләй, әлеге ваҡытта директор урынбаҫары. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәте бар, өс шиғыр китабы авторы. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты булған.

Клара Ишбулды ҡыҙы тураһындағы был мәғлүмәт Башҡортостан энциклопедияһынан алынды. Әлбиттә, уның тормош юлы бының менән генә сикләнмәй, шуға ла һүҙҙе уның үҙенә бирәйек.

– Һеҙҙең нәшриәттә эшләй башлауығыҙға ла 15 йыл булып килә. Төп һөнәрегеҙ энциклопедист түгел бит?

– Мин БДУ-ның география факультетын тамамланым, һөнәрем буйынса гидролог. Үҙемде энциклопедия төҙөү эше менән шөғөлләнермен, тип һис тә уйламағайным.
Диплом алғас, Учалы районында һәм Белорет ҡалаһында уҡыттым. Эшем оҡшай ине, уҡыусылар менән төрлө урындарға сәйәхәт ҡылдыҡ, тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау үҙәге ойошторҙоҡ. Әммә һуңынан Өфөгә күсергә тура килде. Ф. Мостафина исемендәге 20-се һанлы гимназияла, Башҡортостан радиоһында, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, музейҙа эшләнем. «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә тәүҙә мөхәррир, бүлек мөдире вазифаларын башҡарҙым, 2009 йылдан – директор урынбаҫары.
«Энциклопедист» һүҙе бөтә яҡтан да белемле кеше тигәнде аңлата. Тимәк, уның киң мәғлүмәтте, һәр яңылыҡты тотоп ала белеүсе һәм эшендә ҡулланыусы белгес булыуы шарт. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре килгән материалды мөхәррирләп, әҙерләп биреү менән бер рәттән, энциклопедияға инәсәк мәҡәлә, мәғлүмәтте тикшереп, һан-факттарҙы энә күҙе аша үткәреп тигәндәй әҙерләй. Фәнни эҙләнеүҙәр, тарихи материал һәм сығанаҡтар менән эшләү, төрлө кешеләр менән осрашып һөйләшеү – ошо яғы менән ылыҡтыра энциклопедия төҙөү эше. Яҙғаныңды уҡыған, уны файҙаланған һәр кешелә мәғлүмәттең раҫлығына шик ҡалырға тейеш түгел. Китапта баҫылған икән – быға бүтән алмаш юҡ, тигән һүҙ. Икенсе яҡтан, үҙеңдең хеҙмәт емешең – әҙер йыйынтыҡты күреү үҙе бер бәхет, яңы сыҡҡан белешмә мейестән төшкән икмәк кеүек бит ул.
Әйткәндәй, Башҡортостанда энциклопедия Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып әҙерләнә һәм нәшер ителә башланы. Беҙҙә берҙәм һәм көслө коллектив эшләй, рецензенттар араһында республикала танылған фән эшмәкәрҙәре бар. Беҙ Яҡут-Саха, Удмурт, Алтай Республикаларындағы, Ульяновск өлкәһендәге коллегаларыбыҙға ярҙам иттек. Һуңғы арала Салауат ҡалаһына, Өфө дәүләт нефть техник университетына арналған белешмәләр сыҡты. Мостай Кәримдең һәм Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата урыҫ һәм инглиз телдәрендә китаптар әҙерләйбеҙ.

– Белеүемсә, һеҙ төп эшегеҙҙән тыш, һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре менән дә мауығаһығыҙ...

– Ижад – минең өсөн үҙ-үҙеңде һынап ҡарауҙың бер юлы ул. Минеңсә, һәр кешегә йәшәү рәүешен төрләндереү өсөн нимә менәндер шөғөлләнергә кәрәк, иң мөһиме – һәр эште ихласлыҡ, күңел йылыһы биреп башҡарырға. Өсөнсө йыйынтығыма, шиғырҙарымдан тыш, тәүге тәржемәләрем дә туп­ланды. Башҡорт шағирҙарының йөрәккә, рухыма яҡын булған әҫәрҙәрен рус теленә ауҙарып, рус уҡыусыларын таныштырырға, тигән маҡсат менән тәржемәләр өҫтөндә эшләргә булдым.
Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яраттым. Ошо хыялымды иптәшем ярҙамында тормошҡа ашырҙым. Пейзаж, натюрморттар яҙам, уларҙы бер-ике күргәҙмәгә сығарҙым. «Любимые художники Башкирии» тигән интернет-проектта ла ҡатнаштым. Иптәшем Рөстәм менән 16 йыл бергәбеҙ, өс бала үҫтерәбеҙ. Ирем – минең төп терәгем, ҡурсалаусым, ижади көс биреүсе таянысым. Башта шиғырҙарымды компьютерҙа йыйырға ярҙам итте, китаптарымды ла сығарышты. Мине һүрәт төшөрөүселәр курсына яҙҙырған, тәүге буяу, ҡылҡәләм алып биргән кеше лә ул. Уның ярҙамы, иғтибар-ихтирамы менән төп эшемде һәм йәмәғәт эштәрен бергә алып барырға форсат бар.

– Ошо йәһәттән һеҙҙең тәҡдим һәм тырышлыҡ менән үткәрелгән бер нисә сара тураһында ла әйтеп үтәйек әле. Һеҙ бит «Табын ырыуҙары берләшмәһе» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.

– Ысынлап та, яҡташтарым, ырыуҙаштарым миңә бик яуаплы бурыс йөкмәтте. Был ойошманың эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелгәс, мине Совет рәйесе итеп һайланылар. Табындар йыйынын ойошторҙоҡ, «Табын-фест» исемле табын йәштәренең ике фестивален уҙғарҙыҡ, башҡа саралар ҙа үткәреп торабыҙ. Йәмәғәт ойошмаһы булғас, нимәгә генә тотонһаҡ та, сығымдар, инициатива үҙебеҙҙән. Әммә шуныһы мөһим – был сараларҙа ололар ҙа, йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты. Быйыл йәй Ҡырмыҫҡалыла үткәргән табын йәштәре фестиваленә республиканың 10 районынан һәм күрше биш өлкәнән йәштәр йыйылды. Әле «Табын иле – илһам иле» тигән шиғри бәйге әҙерләйбеҙ. Унда Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарынан һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәр ҡатнашасаҡ. Был саралар күңел асыу ғына түгел, ә туған телгә һөйөү, йәш быуында рухи байлыҡ тәрбиәләү маҡсаты менән үткәрелә, йәштәргә үҙ-ара аралашырға ярҙам итә, дуҫлыҡты көсәйтә.

– Һеҙҙе башҡа милләт кешеләре араһында үҫеп тә, башҡорт рухлы, тыуған төйәге өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кеше тип беләбеҙ.

– Архангел районында Максим Горький тигән ауыл бар. Унда төрлө милләт кешеләре йәшәй: башҡорт, урыҫ, латыштар... Шул ауылда Сәғирә һәм Ишбулды Теүәлбаевтарҙың ишле ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килгәнмен. Атай-әсәйем – һуғыш йылдарында, күп михнәттәр күреп, ас-яланғас үҫкән быуын кешеләре. Беҙгә, уныбыҙға ла, яҡшы тәрбиә, төплө белем бирергә тырыштылар. Арабыҙҙа уҡытыусы, китапханасы, полиция хеҙмәткәре, ветеринария табибы, бухгалтер, юғары вазифа биләүсе дәүләт хеҙмәткәре бар. Оло ғаилә берҙәм, эшһөйәр була бит ул. Бөтә яҡшы сифаттарҙы ла беҙ атай-әсәйҙән алдыҡ. Улар ябай колхозсы булһалар ҙа, беҙҙе булдыҡлы, кешеләргә ярҙамсыл, тыйнаҡ итеп тәрбиәләргә тырышты. Ватанды һөйөргә, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белергә, тарихты ихтирам итергә өйрәтте. Был сифаттарҙы беҙ балаларыбыҙҙа ла тәрбиәләргә тырышабыҙ.

– Клара ханым, һеҙ бәхетле кешеме, ғөмүмән, бәхет, һеҙҙеңсә, нимә ул?

– Бәхет – йәшәүҙә. Йәшәйем икән, тимәк, мин бәхетле!
Фәнил ШӘМСЕТДИНОВ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook