Тәүәккәлдәр таш ярыр

Тәүәккәлдәр таш ярыр
Фәниҙә Исхаҡова – дүрт роман, тиҫтәнән ашыу повесть, бер нисә поэма, байтаҡ хикәйәләр, пьесалар, шиғырҙар авторы. Бөгөн беҙ һеҙгә әлеге мәлдә Америка буйлап сәйәхәттә йөрөгән яҙыусы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Беҙ башҡорт яҙыусыларының үҙебеҙҙә генә йәшәп ижад итеүенә өйрәнгәнбеҙ. Һинең әллә ҡайҙа сит ҡитғаларҙа йөрөп ятыуың бер аҙ сәйерерәк тә кеүек хатта. Нисек ундай киҫкен аҙымға килдең?

– Хәҙер ил сиктәре һәм ара алыҫлығы сағыштырмаса төшөнсә. Киләсәктә был тенденция артабан да көсәйәсәк. Ер шарының теләһә ниндәй мөйөшөнә бер нисә секунд эсендә хәбәр ебәрергә һәм шундуҡ яуап алырға мөмкин. Интернет технологияларын, техниканы, сит ил телдәрен белмәһәң, бик күп мөмкинлектәрҙе юғалтырға була. Икенсенән, тыуған ерлектән бер ҡасан да айырылғаным юҡ. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, бар башҡорт баҫмаларын, хатта Учалы район гәзите «Яйыҡ»ҡа тиклем алдырып уҡып барам. Ҡайһы бер милли гәзит-журналдарҙың тиражы бер меңгә лә тулмауынан сығып фекер йөрөткәндә, үҙ тупрағында көн иткән күптәрҙең баҫмаларҙың һәләкәт алдында тороуына иҫтәре китмәй. Тимәк, эш ҡайҙа йәшәүҙә тормай. Балаларымдың үҙ телдәрендә матур һөйләшеүенә әле һаман һоҡланалар.
Тәүәккәлдәр таш ярырСит илдәрҙе күрергә теләүем заман һулышын тулыраҡ тойғом килгәндән яралғандыр: йылдар буйы кабинетта хәреф сүпләп ултырыу ярайһы еләткәйне. Ғөмүмән, ижадсы һәр саҡ юлда булырға тейеш. Бының өсөн күңелдең йәш ҡалыуы мөһим. Кешенең бит тәүҙә күңеле ҡартая, аҙаҡ ул тышҡы ҡиәфәттә сағыла. Йәштәрҙе тәнҡитләй башлауына ҡарап, кешенең ҡартлыҡ осорона инеүен билдәләргә мөмкин.

– Ижадыңда үҙәктә йәштәр темаһы тороуы ла, бәлки, шуға бәйлелер?

– Әлбиттә! Һуңғы осорҙа ижад иткән трилогияма ингән «Аҡ һәм Ҡара», «Юғалтылған ожмах», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр...» романдарын бәйләп торған сюжет һыҙығы – ана шул тормошто яратҡан, донъяға өмөт менән баҡҡан, тирә-яҡты матурыраҡ итеү хыялы менән янған дәртле һәм ихлас студенттар хаҡында.

– Трилогияны яҙыу идеяһы нисек яралды?

– «Аҡ һәм Ҡара» романының идеяһы ҡапыл тыуҙы. Улай ғына ла түгел, һөйләмдәр бөп-бөтөн генә булып күңелдән ағылды. Ҡул аҫтына эләккән тәүге ҡағыҙға яҙа ла башланым. Шунан туҡтаманым. Эшләп йөрөйөм, оперативкаларға кереп сығам, эштәге мәшәҡәттәрҙе хәл итәм, балаларҙы тәрбиәләйем, һәр ике-өс сәғәт һайын туҡталып, блокнотҡа ниҙер сыймаҡлайым. Шулай ҙа була икән! Һөҙөмтәлә өс ай тигәндә роман тамамланым. «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр...» ҙә өс ай эсендә яҙылды. «Юғалтылған ожмах»ҡа ете ай ваҡыт китте. Бер танышым: «Өс йыл эсендә трилогия яҙып буламы ни?» тип һорағайны. Була икән шул! Ул тап серфинг кеүек – тейешле тулҡынды тотоп алыу мөһим. Бындай рухи күтәренкелек мәлен ижадсылар илһам тип атай. Минеңсә, ул Күктәр ярҙамы.

– Һуңғы арала ниндәй әҫәрҙәр өҫтөндә эшләйһең?

– Юл тәьҫораттарын ҡағыҙға теркәү менән мәшғүлмен.
Бер мәл Маямила Атлантик океан ярында ултырабыҙ. Алыҫта елкәнле карап йөҙә, пальмалар теҙелеп киткән, һыу иһә шул тиклем матур, фирүзә кеүек йымылдап ята. Ҡырыҫыраҡ һәм һалҡынса Тымыҡ океан менән сағыштырғанда, торғаны бер идиллия! Шул саҡ өлкән ҡыҙым Элина: «Сәйәхәттәрҙә күп йөрөнөк, хәтерҙә саҡта, бәлки, һиңә был хаҡта яҙырғалыр?» – тип һорай ҡуйҙы. Ошолай яралды был әҫәр идеяһы.
Тәү сиратта үҙем барған ҡаланың иң бейек башняһына менеп, эңер төшөп, уттар ҡабынған мәлдә тирә-яҡты күҙәтергә яратам. Нью-Йоркта Эмпайр-стейт-билдинг, Лас-Вегаста Стратосфера башняһы, Флоридалағы Диснейлендта Саммит-пламмит һыу вышкаһы, Аризоналағы Ҙур Каньонда Гуано нөктәһе һәм башҡалар. Кесе ҡыҙым Эльза: «Һин бигерәк экстрим яратаһың», – ти. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Сәйәхәттәр ваҡытында иң хәтәр аттракциондарҙа әйләнмәһәм, асыҡ диңгеҙҙәрҙә һыуға һикермәһәм, күңелем булмай. Лас-Вегасҡа барғанда Стратосфера башняһының 112-се ҡатында урынлашҡан каруселдә әйләнгәндән һуң ғына ҡыҙыҡһыныуым кәмей төштө. Белмәйем, бәлки, тағы ла ҡыҙыҡлырағы осраһа, ул ҡабаттан уяныр.
Шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны Калифорнияла парашют менән һикереү булғандыр. Был хаҡта күптән хыяллана инем. Ҡайһы бер ир заттары шөрләп, йыйынып бөткән ерҙән кире уйлағанда, ике ҡыҙым да минең арттан уҡ самолет ишеге аша асыҡ һауаға атланы. Шуға күрә машина йөрөтөргә икеһе лә тиҙ өйрәнде. Өс саҡрым бейеклектән һуң ҡыҙыу юл хәрәкәте хәүефле тойолмай башлай. Иҫ киткес матур хәтирәләр ҡалдырҙы был осош! Ул тәьҫораттарҙы әле булһа күңел түрендә һаҡлайым. Невадала Мохаве сүллегенә барған мәлдә һауа шарында осорға ла теләгем бар ине, ләкин ел булған көндө осош рөхсәт ителмәй икән, сөнки елгә бирешеп, идараны юғалтыу хәүефе бар.
Бына ошолар хаҡында был әҫәр. Уның жанры ла бик һығылмалы, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып уҡыясаҡ. 2018 йылдың баштарында «Йәншишмә» гәзитендә баҫылған балалар өсөн повесым да бында яҙылды.

– Ундағы тормош-көнкүреш хаҡындағы күҙәтеүҙәреңде ишетеүе лә ҡыҙыҡ булыр ине.

– Американың инфраструктураһы һәр кемдең үҙ машинаһы булыуға иҫәп тотоп ҡоролған. Әлбиттә, йәмәғәт транспорты ла йөрөп тора, ләкин, берәй ергә барам тиһәң, күп ваҡыт юғалтасаҡһың. Юлдар көҙгө кеүек шып-шыма, шуның өсөн руль артында барғанда спидометрҙан күҙ яҙлыҡ­тырмаҫҡа кәрәк. Сөнки юғары тиҙлек бөтөнләй һиҙелмәй. Ҡағиҙәләрҙе боҙмаһаң, полицияның һиндә эше юҡ.
Бер мәл сиреналарын сыйылдатып полиция машинаһы минең арттан төштө. Валлаһи, Голливуд фильм­дарындағы бандиттарҙы ҡыуыу күренешеме ни! Спидометрға ҡараһам, уның уғы 80–85 миль (сәғәтенә 130 саҡрым самаһы) тирәһендә бейей. Бер-ике көн элек кенә машинала Вашингтонға барып ҡайтҡайныҡ. Уға илтеүсе түләүле трассала уртаса тиҙлек – сәғәтенә 90 миль (150 саҡрым). Бер-ике көн эсендә газға баҫырға артығыраҡ өйрәнеп ташлағанмын.
Тағы бында миңә китапханалар системаһы оҡшай. Интернет аша теләгән күләмдә һайлап алаһың да уларҙы йәшәгән ереңә яҡын китапханаға килтерергә заказ бирәһең. Тәғәйен көнгә әҙерләп ҡуялар.
Аҙыҡ-түлек ҙур супермаркеттарҙа һатыла, ваҡ-төйәк магазиндарҙы бөтөнләй күргәнем юҡ. Уның ҡарауы, ваҡ-ваҡ кафелар, ресторандар, пиццериялар аҙым һайын. «Ресторандар бай халыҡ өсөн» тигән төшөнсә юҡ, унда барыһы ла йөрөй.

– Ҡатын-ҡыҙҙың социаль һәм сәйәси яҡтан әүҙемлеге нисек?

– Бындағы ҡатын-ҡыҙҙың асылы киноиндустриялағы образдарҙан әллә ни айырылмай. Улар әүҙем, эшлекле, үҙ-үҙенә ышаныусан, итәғәтле һәм ярҙамсыл. Карьера яһарға бар көстәрен һала, йә үҙҙәрен ғаиләгә бағышлайҙар. Күп балалы ғаиләләр күп. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары улар алдында маҡтана ала: бында декрет ялы ни бары алты аҙна самаһы ғына. Шул осор үтһә, эштән китергә, йә иһә башҡа берәй әмәлен күрергә тура киләсәк. Шуның өсөн дә йәштәрҙең күбеһе ныҡлап аяҡҡа баҫҡас ҡына өйләнә.

– Инглиз теленә нисек өйрәндең?

– Уны мин Өфөлә йәшәгән саҡта уҡ һәйбәт белә һәм инглизсә китаптар уҡый инем. Аралашыу телмәре башҡасараҡ, ләкин, шул мөхиткә килеп инһәң, ул тиҙ шымара.

– Аҡса табыу мәсьәләһен нисек хәл иттең?

– Инглиз теле менән дуҫ булһаң һәм машина йөрөтә белһәң, перспективалар етерлек. Американлылар бик эшсән халыҡ. Бында һәр кем үҙ белеменә һәм булдыҡлылығына таяна, өҫтә ултырған түрә ағайым мине яҡлар әле тип, илке-һалҡы йөрөмәй. Илдең үҫеше сәбәбен дә мин ошонда күрәм.

– Яҙыусылыҡ күңел эше булып ҡалдымы?

– Төп эшен ижад тип һанаған кеше генә тулыһынса ижад менән шөғөлләнә һәм шуның килеменә йәшәй. Әлеге мәлдә беҙҙә әҙәбиәттең үҫешен билдәләгән проза жанрының төп йөгөн пенсиялағы өлкән әҙиптәр тарта, сөнки йәшерәк быуынға ижадтан тыш ҡайҙалыр эшләргә кәрәк. Пенсияға сығыу йәшенең артыуын да күҙ уңында тотҡанда, ун-ун биш йылдан был өлкәлә ни булырын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел.

– Башҡорт әҙәбиәтен сит ҡитғаларға таратыу маҡсатын ҡуяһыңмы?

– Мин һәр ваҡыт «яҙҙым» тип һөйләйем, «яҙасаҡмын» тип вәғәҙәләр биреп ултырғанымды иҫләмәйем. Эшләмәгән эш хаҡында хәбәр һөйләү бер кемде лә матурламай. Бирелгән вәғәҙәне таш яуһа ла үтәргә кәрәк, сөнки һүҙҙең көсө бар, һәм ул әҙәм йәненә бурыс булып күсә. Үлемдән түгел, үтәлмәгән бурыстан ҡурҡырға кәрәк. 2017–2018 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында донъя күргән «Юғалтылған ожмах» романында тап ошо хаҡта һүҙ бара. Икенсенән, әлеге мәлдә Башҡортостан Яҙыусылар союзында иҫәпләнгән өс йөҙгә яҡын яҙыусының һәр ҡайһыһы үҙ әҫәрен сит ҡитғаларға таратырға ҡуш ҡуллап риза булыр ине лә бит. Бының өсөн ике шарт: тәүгеһе – донъя стандарттары кимәлендә яҙыу һәм икенсеһе – шул уҡ юғары кимәлдә тәржемә. Ҡәләмдәштәремдең был үрҙәрҙе яулауын бик теләр инем. Арабыҙҙа талантлылар етерлек, тәүәккәллек кәрәк.

– Ниндәй әҫәрҙәр яҙырға теләр инең?

– Уныһы, әлбиттә, киләсәк эше. Ләкин, ниндәй генә әҫәргә тотонғанда ла, иң мөһиме, ул уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Ижад эшендәге төп маҡсат минең өсөн шул.
Азалия Мирзаева әңгәмәләште.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook