Башҡортостан Ҡыҙы

Һуҡма шәл

Һуҡма шәлХалыҡта төрлөсә атала ул: «һуҡҡан шәл», «һуҡма шәл», «һуғылған шәл», «йыяр шәл».

Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған милли кәсеп-һөнәрмәнлек фестивалдәре мамыҡ шәлдең тағы бер ғәжәйеп төрөн – һуғылған шәлдәрҙе яңынан асты һәм тергеҙеүгә юл ярҙы. Ғөмүмән, бәйләнгән шәлдән бер-нисә быуат әүәл кеше һуғылған шәл ябынған, тигән фекерҙә тарихсылар. Бигерәк тә һалҡын ҡышлы Урал буйында донъя көткән, тамырланған халҡыбыҙ кейемһеҙ булмаған.

Һуҡҡан шәл тураһында һүҙҙәр, хыялдар, проекттар бер нисә йыл инде шәл байрамын ойоштороусы Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәт­кәрҙәре телендә. «Урал» галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова менән Әбйәлил ра­йонында кейеҙселәр семинары үткән 2003–2009 йылдарҙа уҡ кәзә мамығынан һуҡ­ҡан шәл хаҡында һүҙ була. Уның һорауы буйынса Буранғол ауылы ҡул эше оҫтаһы Рәсилә Вәлиева әсәһенән ҡалған туҡыу урынын тергеҙеп, боронғоса шәл һуғырға ултыра. Ул һуҡма шәл кәсебен тергеҙергә бөтә көсөн һала, республикаға шәл һуғып күрһәтеү тигән бурысты үҙ өҫтөнә ала. Стәрлебашта 2003 йылда үткән дүртенсе республика шәл байрамына Рәсилә Вәлиева шәл һуғыу урыны менән ҡуша килде.

Ишкилде ауылынан Мөслимә Мәсәлимова менән бергә «Шәл бейеүе»н бейеп сәхнә тултырҙы, ә Үтәгән ауылынан килгән сәсәнһүҙ оҫтаһы Хәнифә апай Әбүбәкирова «Шәл таҡмаҡтары»н көйләне. Шунда беҙ йәнә яңы термин ишеттек – Әбйәлилдә һуҡҡан шәлде «йыяр шәл» тиҙәр икән. Амангилде ауылынан Ғәшүрә апай Әүбәкирова һуҡҡан һоро, аҡ шәлдәрҙе күреп, барса халыҡ аһ итте: шул тиклем халыҡсан, тарихи хәтерҙең иң төпкөлөндә ятҡан уй-хистәрҙе ҡуҙғатты һуҡҡан – йыяр шәл...

Хәтер һандығы төбөнән
– Ҡәрсәйемдең һуғылған шәле булды. Йәйен-ҡышын уны өҫтөнән төшөрмәне. Башына ябынһа, тубығына хәтле кәүҙәһен ҡаплай ине. Көйә ҡырҡып ҡуймаһын өсөн ул шәл гел ҡул осонда булды – юрған да булып китә, сәкмән һымаҡ иңгә лә һалына, ишек алдына ла ябынабыҙ, бөркәнеп-уранып баҙарға ла барып ҡайтабыҙ. Хатта кеше һорап торор ине – кем туйға, кем дауаға, тигәндәй... Кәзә дебетенән һуғылған шәл ҡәрсәйҙән бер иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалған, – ти Күгәрсен районынан Наилә Ғәни ҡыҙы Ибраһимова.

Әбүбәкер ауылында йөҙ йыллыҡ һуҡма шәл барлығын ишеткәс, киттек уны күрергә. Шәрифә апай Билалова ҡәрсәһенең шәлен һаҡлай икән. «Атайым ХХ быуат башында ғаиләлә бишенсе бала булып тыуған, уның әсәһе кейәүгә сыҡҡанда бирнә итеп шәл һуҡтырғандар. Шулай булғас, егерменсе быуатҡа хәтле һуғылған шәл булып сыға. Бер быуат ярым тигәндәй ғүмер беҙҙең ғаиләне йылыта ул, – Шәрифә апай бына тигән һуҡма шәл килтереп сығарҙы. – Был монаяттың бармаған ере ҡалманы: эшкә лә, ашҡа ла ябындыҡ, Мәскәүгә лә, Алма-Атаға ла ябынып йөрөп ҡайтылды. Шәл – ул иптәш кеүек: бүрек тә, юрған-түшәк тә».

Шәрифә апай үҙе ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡайҙа барһа ла, ошо шәлен күрһәтеп, халыҡ кәсебен ҙурлап йөрөгән. Әбүбәкер ауылы шәлен беҙ Өфөгә республика шәл байрамына алып барып күрһәттек. Ваҡыт үтеү менән бер аҙ йоҡарған, мамығы ҡырылған ере лә бар, ләкин һаман да кейем рәүешен юғалтмаған был ҡомартҡы ғалимдар яҙған мәғлүмәтте раҫлай – «һәр башҡорт өйөндә балаҫ һәм шәл һуғыу урыны тора, уны хатта йәйләүгә лә алып йөрөйҙәр». Оло йәштәге кешеләр әйтеүенсә, уларҙың бала сағында, бигерәк тә һуғышҡа саҡлы, башҡорт ҡатын-ҡыҙының икешәр-өсәр дебет шәле булған – бәйләп тә, һуғып та ябынған улар. Ҡабарыуы етһә, алыусы булһа, күп уйлап-һатыулашып тормай, һатып ебәргәндәр, яраҡлы нәмәгә алмашҡандар. «Егәрле ҡатындар яңы дебеткә, яңы көнгә, яңы шәлдәргә өмөт менән йәшәгән», – ти Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе.

«Урал» галереяһы мөдире Кәримә Шәр ип ҡыҙы Кайдалова әйтеүенсә, һуғылған шәл – еп ҡушылмаған саф йөн туҡыма. Был шәлдең тигеҙ һәм дәррәү генә ҡабарыуы ябынған кешенең тән йылыһына бәйле. Ошондай тәбиғи материалдан әҙерләнгән кейемдең кеше тәне-йәне менән берләшеүен теләп, «йылы тәнеңдә туҙһын» тигән изгелекле әйтем дә йәшәй. Һуғылған шәл киләсәктә бик үҙенсәлекле этномәҙәниәт һәм этнокейем өлгөһө була ала.
– Әбйәлил районы Амангилде ауылында Ғәшүрә апай Әүбәкированың ғаиләһе менән кейеҙ баҫыуын ишетеп, эй, шатландыҡ. Бер заман тағы яңылыҡ: Ғәшүрә апай кәзә дебетенән шәл һуға башлаған! Тап әсәһе Әминә инәй өйрәткәнсә, боронғоса һуғылған шәлдәре шундай күркәм, хас та рәссамыбыҙ Әхмәт ағай Лотфуллиндың картиналарынан төшкән кеүек. Ул шәлдәргә бөтә халыҡ хайран ҡалды! Ә минең әсәйем менән өләсәйем һуҡҡан шәл йоҡараҡ та, бәләкәйерәк тә була ине. Бөгөн беҙҙең һуҡма шәлгә кеше аптырап, һоҡланып ҡарай. Әбйәлилдә һәм Башҡор­тостанда боронғо йыяр шәл ҡабат тергеҙелеүенә бик шатмын, – ти Әбйәлил районы оҫтаһы Рәсилә Вәлиева.
Сәрүәр СУРИНА.
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.
(Дауамы бар.)


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2019) һанында уҡығыҙ.


Теги: Башҡортостанға - 100




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook