«Ҡош сәләме ебәрәм күңелемдән – Йыһаныңда бармын...»

«Ҡош сәләме ебәрәм күңелемдән – Йыһаныңда бармын...»
Мария Алексеева-Арылы Дуйдаах

Мария Решетникова – Мария Алексеева – Арылы Дуйдаах хәҙерге саха (яҡут) шиғриәтенең үҙенсәлекле аҫылташы. Һөнәре буйынса – табибә, Якутск ҡалаһында Милли медицина үҙәгендә эшләй. Ике шиғри йыйынтыҡ авторы. Ижады милли ерлекле, шул уҡ ваҡытта тәрән фәлсәфәүи булыуы менән ҡыҙыҡлы.

Түңәрәк табикмәк
Ауылым үрендә,
Аласыҡ түрендә,
Өсаяҡ өҫтөндә,
Ҡаҙандың эсендә
Ҙур байрам уңайы,
Шыжлатып эс майын
Ҡоймаҡтар ҡойолоп
Батмусҡа өйөлә –
Был ҡыж-мыж борондан
Күңелгә уйылған.
Ҡояштай түңәрәк,
Ҡотлоҡай табикмәк –
Әйсәләр балаға
Тағы ла ни кәрәк?
Көн-төндө тигеҙләп
Ысыаһ* еткәндә,
Бағымсы уртала
Батаһын әйткәндә
Түңәрәк эсендә,
Муллыҡҡа, байлыҡҡа,
Ҡоймаҡтан тәмләгән,
Килгән ғәм халыҡҡа...
Бар менән бүлешеү –
Саханың йолаһы,
Килер көн хаҡына
Фатиха алаһы.

Майымда
Майҙың тын иртәһе
Күңелгә сиртә лә
Ҡурпылай хыялдар
Йөрәктә тиртәләр.
Йылғалай таша ла
Талымһыҙ бер теләк,
Ҡойонға әйләнә
Йәнемде үртәләп.
Оҙатам һағышты
Ҡуҙғалған боҙ менән,
Әремдәй әрнеүем,
Ҡалма һин, уҙ минән!
Ә үҙем ултырам
Кәмәгә йыр тулы,
Азатлыҡ, мөхәббәт
Эҙләп мин артылам
Бөгөлдө, кисеүҙе.
Яҙ һайын мин шулай
Хыялым артынан
Талпынам бер талай –
Яҡутса йырларға
Тултырып күкрәкте,
Туған тел моңонан
Йәнемде тетрәтеп.
Майҙың тын иртәһе
Күңелде сиртә лә
Бөрөләй хыялдар
Йөрәктә тиртәләр.

Үҫәм тиеп
Сың-сың иткән күпме йыр мин йырланым,
Күктәр шаһит, һис кенә тик торманым!
Үргә тиеп шыуыштым да, тик бушҡа,
Шиғыр яҙып юлыҡтыммы табышҡа?

Ай тулғанда тулҡынланған күңелме,
Алтын епкә һүҙҙәр теҙеү еңелме?!
Һәр аҙымға самалатып шыр ырым
Йөрәк сүкей аҫылташтай шиғырын.

Ҡосам, тием, йыһандарҙы, мин осам,
Асман түгел, үҙ-үҙемде мин асам,
Тәңре белә – беҙ тылсымсы хәлендә
Ер һәм күктең ҡауышҡан бер мәлендә.

* * *
Рәнйеттем дуҫымды, яңылыштан сыҡты
Боролмала йәшенеп торған бер һүҙ.
Әйткем килде аҙаҡ: ниндәй генә булма,
Ҡалмаҫһың һин минһеҙ.

Йөрәгемә яҡын алып хәлең,
Үҙем балҡып, булһа яҡты мәлең,
Һораштырып энәһенән-ебенә,
Төшмәһәм дә күңелеңдең төбөнә,
Алыҫта ла һинең менән ҡалам,
Хәбәрҙармын.
Айҙай тулһам нурым барып етер,
Бөтөн әле аралағы ептәр,
Йыһаныңда бармын.

Бөҙрә ҡайын күшекһә лә ямғырҙа,
Тыныс тора, ҡаңғырмаған яңғыҙ ҙа,
Мин дә шулай,
Күндәм яҡут ҡатынылай
Нескә бер тойомлау аша көтөп иземеңде,
Йомарт йәйҙәй асып ҡуйып ишегемде,
Ихласлыҡты, бар йәмемде шиғырыма туплап,
Эстән генә: «Кисер», – тип һорармын.
Ҡош сәләме ебәрәм күңелемдән –
Йыһаныңда бармын.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА тәржемәһе.


*Ысыаһ – яҡуттарҙың июнь аҙағында, иң оҙон көн тыуыу уңайынан үткәрелгән милли байрамы.




Теги: Мария Алексеева-Арылы Дуйдаах




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook