Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡатын-ҡыҙы әүҙем ил – көслө ил

Ҡатын-ҡыҙы әүҙем ил – көслө ил Көҙҙөң һуңғы айында рухиәтебеҙҙә әһәмиәтле ваҡиға көтөлә – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дүртенсе конгресына әҙерлек сиктәрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «Ҡатын-ҡыҙ. Ваҡыт. Донъя» тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарасаҡ. Әҙәбиәт йылына һәм Йәмғиәттең 25 йыллыҡ юбилейына арналасаҡ йыйын айҡанлы арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бер нисә һүҙ шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты баш ғилми хеҙмәт- кәре, филология фәндәре докторы:
...– Ҡәҙерле аҫыл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары! Йәмғиәтебеҙгә 25 йыл тулыу – ил терәге булыуыбыҙға сирек быуат ҡына тигән һүҙ түгел. Башҡорт ҡатынҡыҙы борон-борондан ил, халыҡ мәнфәғәтен, демографияһын уйлаусы көслө әсә, ғәййәр яугир, алдан күреүсе, егәрле эшҡыуар булараҡ билдәле. Сөнки йөҙ йыллыҡтар дауамында бербер артлы барған ихтилалдар осоронда үҙ донъяһын ҡараусы, яҡлаусы, ирҙәр яуға киткән мәлдә телен, ерен, йолаһын һаҡлаусы кем булған? Башҡорт ҡатынҡыҙы! Әлеге дәүерҙә йәмғиәтебеҙ Башҡортостаныбыҙҙың мөстәҡиллеге менән йәштәш булып, яңы баҫҡысҡа күтәрелеп, яңы дәрәжәлектә эшләүен дауам итә. Йәмғиәттең башланмышында торған Таңһылыу Күсимова, Нәжибә Мәҡсүтова, Фирҙәүес Хисаметдинова, Мәрйәм Бураҡаева, Азия Күсимова кеүек шәхестәрҙең матур эштәре беҙҙең артабанғы юлыбыҙға аҡ йәймәләр булһын....

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы, медицина фәндәре докторы:
...– Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ер йөҙөндә йыл һайын 3,8 миллионға яҡын кеше, шуның 800 меңе ҡатын-ҡыҙ, ғаиләлә йәбергә дусар ителә. Күрәләтә кеше ғүмерен ҡыйыуҙарҙың өстән ике өлөшөнә көнкүреш низағтары сәбәпсе. Рәсәй Федерацияһында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла бер үк хәл. Илебеҙҙә һәр дүртенсе ғаиләлә көс ҡулланыуҙың теге йәки был төрөн осратырға мөмкин, ауыр енәйәттәрҙең 40 проценты ғаиләлә ҡылына.
Әлеге мәлдә донъяның 89 дәүләтендә йәбер-золомға ҡаршы закон положениелары эшләй. Шуларҙың 60-ында өйҙә көс ҡулланыуға, 7-һендә ҡатын-ҡыҙҙы ҡыйырһытыуға ҡаршы махсус закондар ҡабул ителгән.
Рәсәйҙә ғаиләләге шәфҡәтһеҙлеккә ҡаршы айырым закон юҡ. Бер үк ваҡытта ғәмәлдәге закондарҙа граждандарҙың, шул иҫәптән йәберләнеүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау ҡаралған...

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook