Башҡортостан Ҡыҙы

Йәшәү асылдары – балала

Йәшәү асылдары –  балалаАта-әсәнең һәр һулышы һәм ғәмәле – бала хаҡына. Тик бөгөн, ғаилә өсөн ҡатмарлы дәүерҙә, аҡ ҡағыҙҙай сабый күңеленә ата-әсә яҙған ғына төшә, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, донъяны солғап алған интернет, төрлө төркөмдәр, шул уҡ урам йоғонтоһо ифрат ҙур. Үҫеп килеүсе быуындың бала сағын һәр яҡлап ҡурсаулыраҡ, бәхетлерәк, хәүефһеҙерәк, сәләмәтерәк итеү хаҡында янған ата-әсәләр менән бергә парламентарийҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре, педагогтар, табиптар, ғалимдар, йәмәғәтселәр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә оло ҡорға йыйылды. Республикала беренсе тапҡыр уҙғарылған ата-әсәләр форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Ғаиләгә социаль ярҙам һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау буйынса ата-әсәләр ассоциацияһының башҡарма директоры Лариса Санатовская, Ата-әсәләр лигаһы лидеры Нина Добрынченко-Матусевич һәм район-ҡалалар вәкилдәре ҡатнашты. Абруйлы йыйын мәғариф сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса һөйләшеүгә, ҡарарҙар проекттарын эшләүгә ата-әсәләрҙе нығыраҡ йәлеп итеү, ғаилә ҡиммәттәрен, бала һаулығын нығытыу һәм йәш быуындың хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылышлы башҡа бик мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү маҡсатын ҡуйҙы.

…Мәртәбәле ҡорға йыйылыусыларҙы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләп сығыш яһаны.

– Йәшәү асылдары – байлыҡта ла, аҡсала ла, карьерала ла, иҡтисадтың уңышлы үҫешендә лә түгел, ә балаларҙа. Уларҙы тыуған илебеҙҙе үҙебеҙ кеүек яратҡан граждандар итеп тәрбиәләү өсөн әле бик күп көс һалырға кәрәк, – тине ул. Рөстәм Зәки улының телмәрендә бала үҫтереүсе ғаиләнең бөгөнгө көнитмеше, уның алдында торған ҡатмарлыҡтар бөтә тулылығында сағылыш тапты. Ғаиләне һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләһендә бөгөн йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт власы органдарының бер төптән булыуы мөһимлеген билдәләне. Сөнки ябай булмаған баҙар иҡтисады шарттарында йәшәйбеҙ, был иһә ғаиләне уның ғәҙелһеҙлектәренән яҡлауҙы талап итә.

Төбәк етәксеһе совет заманында кешегә бушлай фатир бирелһә, әле уның торлаҡты һатып алыуы, күп ваҡытын эштә үткәрергә мәжбүр ата-әсәнең йыш ҡына балаға ваҡыты ҡалмауы, шул уҡ ваҡытта мәғариф учреждениеларының тәрбиә бурысынан тайпылыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түңәрәктәр, секциялар, өҫтәмә белем биреү ҙә түләүлегә әйләнә бара. Ә үҙ ҡарамағына ҡалдырылған бала әкренләп виртуаль донъяға әүрәй…

…Төбәк етәксеһе бөгөн ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлау мәсьәләләренең төрлө министрлыҡтар, ведомстволарға бүленеүе сәбәпле, бының тейешле һөҙөмтә бирмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, шуға күрә махсус дәүләт структураһы ойоштороп, ошо эште уға йөкмәтеү зарурлығын белдерҙе. Нисек аталһа ла – министрлыҡмы, дәүләт комитетымы, агентлыҡмы, ул формаль булмаған шарттарҙа, башҡаса эшләү мөмкинлеген күрһәтәсәк. Финанс ресурстарын бүлеү, отчет яҙыу менән генә түгел, ғаиләне иҡтисадтың кире йоғонтоһонан ғәмәлдә ҡурсалау менән шөғөлләнергә тейеш ул.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова ғаиләне яҡлау тәңгәлендәге бөтә йүнәлештәрҙе бер ведомствола туплау ниәтен ихлас хупланы. Анна Юрьевнаның алты сабый үҫтереүсе әсә икәнен дә әйтеп үтәйек. «Әлеге форумдың Рәсәй Президенты 2018 – 2027 йылдарҙы «Балалыҡ ун йыллығы» тип иғлан итеү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған көндәрҙә барыуы айырыуса әһәмиәткә эйә. Мин уны өс төп принципҡа нигеҙләнгән итеп күрәм. Беренсенән, бала хоҡуҡтарын яҡлауҙы ғаиләне яҡлауҙан айырым ҡарау мөмкин түгел. Икенсенән, беҙгә бер аҙым алда барыу мотлаҡ. Өсөнсөнән, һандар, статистика артында бала күҙҙәрен күрергә тейешбеҙ», – тине ул...

…– Балаларҙы яҡлау – өлкәндәрҙең бурысы, парламенттың закондар сығарыу эшмәкәрлегендә ул – төп өҫтөнлөктәрҙең береһе, – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев телмәрендә был фекер ҡыҙыл еп булып үтте. – Дөйөм алғанда дәүләт сәйәсәтенең өлгөргәнлек кимәлен балаларҙы үҫтереү, тәрбиәләү, уҡытыу һәм уларҙың ялы өсөн күрелгән саралар билдәләй. Төбәгебеҙ бюджетының социаль йүнәлешле булыуы – бөтә яҡлап сәләмәт быуын үҫтереүҙе бар нәмәнән юғары ҡуйыуға дәлил. Бары тик берлектәге тырышлыҡ менән генә лайыҡлы быуын үҫтерә алабыҙ, – тине ул. Константин Борисович республикала ғаилә институтын, шул иҫәптән аҙ килемле, ишле ғаиләләрҙе ҡурсалау буйынса етди закондар базаһы булдырылыуы хаҡында һөйләне.

Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, балаларҙы яҡлауҙың мөһим бер йүнәлеше – етем сабыйҙарға ярҙам итеү һәм социаль етемлекте иҫкәртеү. Башҡортостанда был йәһәттән бөтә илгә таратырлыҡ ҙур тәжрибә тупланған…

…«Бала һаулығынан һәм ғүмеренән ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ», – тине сенатор һәм балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары хаҡында хафаланыу менән әйтеп үтте.

Лилиә Салауат ҡыҙы Рәсәй парламентында ундай фажиғәле күренештәргә юл ҡуймауға һәм бәлиғ булмағандарҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуға социаль селтәрҙәр аша этәреүселәргә енәйәт эше ҡуҙғатыуға йүнәлтелгән закондарҙың көнүҙәклеген билдәләне.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының был юҫыҡтағы тырышлығы Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеге менән ауаздаш. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкселегендә республика парламентында балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу сәбәптәрен өйрәнеүсе һәм бәлиғ булмағандарға ҡарата көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүсе, ауыр тормош хәлендәге балаларға бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүсе һәм ошо юҫыҡта закондарҙы камиллаштырыусы төркөм эшләй. Уның закон сығарыусылар, башҡарма власть, урындағы үҙидаралыҡ, эксперт-практиктар менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Әлбиттә, ҡиммәтле тәжрибә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай үҙе ойошторған форум майҙансығына ла сығарылды…

...Социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, халҡыбыҙҙың 95 проценты өсөн ғаилә һәм балалар улар тормошондағы иң төп ҡиммәт булып тора. Бәләкәй кешене ҙур проблемаларҙан ҡурсалау маҡсаты менән һуғарылған мөһим форум – бының бер сағылышы.
Альмира КИРӘЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә Республика ата-әсәләр форумы




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook