Башҡортостан Ҡыҙы

Алъяпҡысым ал ғына

Алъяпҡысым ал ғынаБаймаҡ районы Таһир ауылынан Мәликә БИКТИМЕРОВА:
«Бала саҡтан ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһындым, бигерәк тә сигеү менән мауыҡтым. Үҫә килә ул шөғөлөм бер аҙ онотола төштө. Ҡәйнәм Ғәшүрә бик оҫта булды, серҙәре менән бүлешергә лә әҙер ине. Тик үҙем, йәшлек менәнме, донъя мәшәҡәтенә әүрәпме, әллә ни әһәмиәт биреп етмәгәнмен. Йылдар үткәс кенә унан ҡалған көрөҫтө һөйрәп сығарып, рәтләп алдым да балаҫ һуғырға тотондом. Эштәремде күреп, күптәр ҡыҙыҡһына башланы, әле йыш ҡына һорау буйынса балаҫ, диван һәм кәнәфи (кресло) ябыуҙары һуғып бирәм.
Алъяпҡыстар сигеү – тағы бер яратҡан шөғөлөм. Уларҙы, ғәҙәттә, кесе ҡыҙым Нурия ныҡлы кәпрән туҡымаһынан тегә, мин сигеп биҙәйем. Дүрт ҡыҙым да ҡул эшенә маһир, үҙҙәре өҙҙөрөп бейей, ә тормош иптәшем Сәлимйән ҡурайҙа һыҙҙыра. Хәҙерге мулине ептәре күңелгә ятып етмәй, элекке йөн шәлъяулыҡтарҙың ебен һүреп сигеүгә тотонам. Ул яулыҡтарҙы төрлө ерҙән эҙләйем, олораҡ апай-инәйҙәрҙән дә алам. Бындай алъяпҡыстарҙы байрамдарға, туйҙарға һорап эшләтеүселәр күп. Эргәһенә косынкалар ҙа сигәм».


Алъяпҡысым ал ғынаМәсетле районы Әбдрәхим ауылынан Сажиҙә ФӘЙЗРАХМАНОВА:
«Бәйге шул тиклем күңелемә хуш килде, шуға ла ҡатнашырға батырсылыҡ иттем.
Сигеүле алъяпҡыстарым –
Күңел күгем нағышы.
Алъяпҡыста һәр ҡатын-ҡыҙ –
Йәйғорҙоң нур балҡышы.
Күңел талабыма тап килгән был шөғөлгә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотондом. Алъяпҡыстарҙың икәүһе Мәсетлесә ҡайып сигелгән, аҡ төҫтәгеһен тыуған яғымда – Асҡын яҡтарында кейәләр».

Алъяпҡысым ал ғына


Теги: Аллы-гөллө селтәрле бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook