«Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!»

«Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!»
Журналыбыҙ 2018 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы «Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!» исемле бәйге иғлан ителә. Баҫмабыҙ тарихына арналған публицистик мәҡәлә, шиғыр, журналыбыҙ менән бәйле үҙенсәлекле хәтирәләр – өс төрлө жанрға ҡараған ижади эштәрҙең иң бай йөкмәткелеһе, иң шәбе «Башҡортостан ҡыҙы» биттәрендә донъя күрәсәк. Һәр жанр буйынса өсәр еңеүсе билдәләнәсәк һәм улар, оло юбилей тантанаһына саҡырылып, республикабыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Конкурсҡа эштәр 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Яҙмаларҙың күләме 1,5 интервал менән компьютерҙа баҫылған 5 биттән артмаҫҡа (яҡынса 7 мең билдә) тейеш.

Уларҙы электрон йәки ҡағыҙ вариантта түбәндәге адрес буйынса ебәреүегеҙ һорала: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат, «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы, е-mail: [email protected]

Еңеүселәрҙең барыһын да бүләктәр көтә!




Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook