Фәҡирлектән сығыуҙың бер юлы

Фәҡирлектән сығыуҙың бер юлы“Демография проблемаларын хәл итеү, ғүмер оҙонлолоғон арттырыу, үлемде кәметеү туранан-тура ярлылыҡты бөтөрөү менән бәйле, – тине Президент Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә. – 2000 йылда 40 миллиондан ашыу кеше фәҡирлек сигендә тип иҫәпләнһә, әле – 19 миллион тирәһе. Һис шикһеҙ, иғтибарҙы ошо күренешкә ҡаршы көрәшкә туплау мөһим”.

Ил башлығы, дәүләт кешегә ауыр тормош хәленән сығырға ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне. Ярҙамдың һөҙөмтәле бер төрө социаль контракт булыуы мөмкин. Нимә ул социаль контракт? Дәүләт кешегә эшкә урынлашыуҙа, квалификацияһын күтәреүҙә ярҙам күрһәтә. Ғаиләгә ярҙамсы хужалыҡ йәки бәләкәй генә үҙ эшен ойоштороуҙа аҡсалата булышлыҡ итә. Ярҙам һәр осраҡта кешенең тормош хәленән сығып, айырым ҡарап күрһәтелә. Әлбиттә, уға билдәле бер бурыстар ҙа йөкмәтелә: яңынан уҡып сығырға, шуға ярашлы эш табырға, ғаиләһен, балаларын тотороҡло табыш менән тәьмин итергә. Үҙ тормошон үҙгәртергә теләүселәргә социаль контракт ысын-ысындан таяныс булырға мөмкин.




Теги: послание Мөрәжәғәтнамә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook