Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәғариф өлкәһенә айырым туҡталып уҙҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәғариф өлкәһенә айырым туҡталып уҙҙы– Иң яҡшы вуздарыбыҙҙа ҙур булмаған ауылдарҙан, алыҫ райондарҙан килеп белем алған студенттарыбыҙҙың һаны арта бара, –тине Президент. – Халыҡ-ара тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең уҡыусылар төрлө конкурстарҙа, универсиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Әммә был өлкәлә проблемаларға ла күҙ йомоп ҡарарға ярамай.

Президент 200 мең баланың йылылыҡ үтмәгән, һыуһыҙ, канализацияһыҙ мәктәптәргә йөрөүен әйтеп үтте. Был уҡыусыларҙың 1,5 процентын тәшкил итә. Ике йылда был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә кәрәк.

“2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлаған мәлдә был ҙур алға китеш булып тойолдо. Бөгөн инде алдыбыҙҙа яңы мәсьәләләр тыуҙы. 2021 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең бөтә мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернетҡа эйә булырға тейеш. Был балаларҙы билдәле уҡытыусыларҙың дәрестәре һәм лекцияларына, конкурс һәм олимпиадаларға юл асырға, мөмкинлектәрҙе арттырырға, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге тиңдәштәре менән уртаҡ онлайн-проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер”, – тип билдәләне Владимир Путин.




Теги: послание Мөрәжәғәтнамә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook