Башҡортостан Ҡыҙы

Ғаиләне хәстәрләү – беренсе урында

Ғаиләне хәстәрләү – беренсе урында 20 февралдә илебеҙ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда бала үҫтереүсе ғаиләләрҙе яҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Ил башлығы был тәңгәлдә вәғәҙәләгән өҫтәмә саралар нимәнән ғибәрәт?


- Беренсе һәм икенсе бала өсөн пособие тәғәйенләү шарты үҙгәрәсәк: ул ғаиләнең һәр ағзаһына табыш йәшәү минимумының икеләтә күләменән аҙыраҡ булғанда түләнәсәк. Бөгөн иһә был пособие йән башына килеме йәшәү минимумының бер ярым күләменән аҙыраҡ ғаиләләргә бирелә.

-Инвалид бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие 1 июлдән 5, 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем артасаҡ.

- Күмәк ғаиләләр өсөн күсемһеҙ милек һалымы буйынса федераль льгота ҙурайтыласаҡ. Ғаилә фатирҙа йәшәһә, ул һәр балаға бишәр квадрат метр иҫәбенән һалымдан азат ителәсәк, шәхси йортта йәшәһә – етешәр квадрат метр иҫәбенән. Мәҫәлән,әле фатирҙың егерме квадрат метрына һалым һалынмай, өс бала өсөн ғаилә өҫтәмә рәүештә тағы ла ун биш квадрат метрға һалымдан азат ителәсәк. Шулай уҡ алты сутыйға тиклем ер участкаһы өсөн һалым һалынмаясаҡ.

- Бала үҫтереүсе йәш ғаиләләргә ипотеканың тәүге өс-биш йылында ғына түгел, ә бөтә осорона түбән процентлы ставка билдәләнәсәк.

- 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап дәүләт өсөнсө йәки артабанғы бала тыуған ғаиләләрҙең ипотекаларының 450 мең һумын ҡаплаясаҡ.

- 2021 йыл аҙағына тиклем илдә яслеләр проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк.

- Ил башлығы ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ипотека каникулдары бирергә тәҡдим итте.


Теги: Путин Послание




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook