Белем нурын сәсә уҡытыусы

Белем нурын сәсә уҡытыусыУҡытыусы... Был һүҙ беҙҙе иң бәхетле осорға – бала сағыбыҙға алып ҡайта. Йылылыҡ, ихласлыҡ, илаһилыҡ бөркөлә унан. Һәр кем өсөн изге һүҙҙе ишеткәндә Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Айгөл Иршат ҡыҙы Игелекованың күҙ алдына тәүге мөғәллимәһе Хазина Рәүеф ҡыҙы Аҡбулатова килә. Бөхтә, матур күлдәкле, һылашып торған ялтыр итекле йәш уҡытыусының дәресте ипле генә итеп аңлатҡаны һаман хәтерендә. Ҡайҙандыр киҫеп алынған кейек-ҡоштарҙың төҫлө һүрәттәрен яҡшы өлгәшкәндәргә тарата ул – шулай дәртләндерә бәләкәстәрҙе. Төҫлө рәсемгә эйә булып, ҡанатланып өйгә ҡайтҡас, мейес ҡапҡасына аҡбур менән яҙып, ҡурсаҡтарына хәреф өйрәткән саҡта тыуғанмы был бөйөк һөнәргә һөйөү?

Белем нурын сәсә уҡытыусы…Айгөл Иршат ҡыҙы һаҡлағыс серверҙа бөтә мәғлүмәтте урынлаштырып, үҙең менән дәреслектәрҙе лә, методик ҡулланмаларҙы ла күтәреп йөрөтмәй, бер юлы әллә нисә кеше менән бәйләнештә булып, интернет аша дәрес биреү мөмкинлеген күрһәтә. Был заманса башланғыс күптәрҙең күңеленә хуш килә. Хәҙер килеп иһә дәреслектәрҙең электрон варианты булыуы мотлаҡ – Айгөл Иршат ҡыҙының бер аҙым алдан барыуы шикһеҙ. «Заман башҡа – заң башҡа. Әллә нисәмә тиҫтә йылдар элекке ысулдар менән генә өйрәтеп булмай балаларҙы, яңылыҡ­тарҙан артта ҡалғы килмәй. Шулай ҙа, заманға яраҡлашам тип, халҡыңдың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын оноторға ярамай», – ти Игелекова.

Белем нурын сәсә уҡытыусыБаймаҡ районы Ҡаратал ауылында донъяға килгән ҡыҙ үҙен сикһеҙ бәхетле тоя. Биш өләсәһе иҫән була әле. Биш йәше тулғансы ҡартатайы һәм ҡарсәйе менән бергә йәшәйҙәр. Ҡартатайы таҡмаҡ әйтеп бейеткәнен асыҡ хәтерләй. Ул ауырыуҙарҙы дауалай, өшкөрә, шуға ла өйҙәренән кеше өҙөлмәй. «Ауылыбыҙға диуана килә торғайны, уны барыһы ашатып, йоҡлатып сығара ине, – тип хәтерләй Айгөл бала сағын. – Ҡатып бөткән кейемле кешегә ҡарата булған шундай мөнәсәбәтте күреп аптырағас, ҡартатайым, был әҙәмде һис кәмһетергә, көлөргә ярамай, уның бит Хызыр Ильяс булып сығыуы бар, тип аңлатыуында ололарҙың аҡылы, үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигәнде үҙ ғәмәлдәре менән төшөндөрөүе. Ҡартәсәйем бешеренергә маһир ине. Тауыҡ тултыра, тары төйөп ҡоймаҡ ҡоя, емеш-еләк йыя, туйҙарға сәк-сәк бешерә. Бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙына әберкәле күлдәк тегеп кейҙерҙе, ҡорама ла ҡораны...

…Ғүмер баҡый колхозда тракторсы булып эшләгән, алдынғылыҡты бирмәгән атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ Иршат Варис улына пенсияға киткәндә хеҙмәт юлын бергә үткән тракторын бүләк итәләр. Машинаһын шул тиклем яҡын күргәндер, трактор тауышына күңелемә доғалар килә, тип һөйләр булған. Ваҡыты хеҙмәттә үткән ир-азамат бар йырҙарҙың да һүҙен белә. Уларҙы ятлап ултырырға форсаты ла булмай бит инде. «Кукуруз, көнбағыш урған мәлдә күңелгә халыҡ йырҙары килә, – тип серен уртаҡлаша ул. – Иләҫләнеп китеп, сығам да трактор башына менеп йыр һуҙам. Бер көнбағышты микрофон итеп тотам, ә ҡалғандары, әйтерһең дә, мине ҡарап ултырған халыҡ, ел ыңғайына башын һелкеп, хуплап ултырған кеүек. Шулай йырлай торғас, оҫтарып та киткәнмен». Ҡәҙерле кешеһенә бәйле йылы иҫтәлектәре күп Айгөл Иршат ҡыҙының: «Тыуған яғымда Һәрешҡужа тигән тау бар. Атайым бер саҡ ейәндәрен, беҙҙең балаларҙы, тәбиғәт күрһәтәм тип алып сыҡты. Ер-һыу атамаларын һөйләп, шул тау башында йырлап та ишеттерҙе, был йыр беҙгә гимн кеүек, тине. Байтаҡ йылдар үткәс, музыка мәктәбендә уҡыған улым ҡайтып инде. «Әсәй, олатайым теге ваҡыт тау башында йырлаған йырҙы Хөсәйен Әхмәтов яҙған икән, «Тыуған ауылым» тип атала», – ти ҡыуанысын тыя алмай. Әллә нисәмә йыл элек, бәләкәс кенә сағында булған ваҡиға ғына түгел, олатаһының ниндәй йыр йырлауы ла күңеленә һеңеп ҡалған икәнен белеп, ғәжәпләндем дә, ҡыуандым да. Сабый йөрәгенә мөмкин тиклем изгелек орлоҡтарын сәсеп ҡалдырырға кәрәклегенә тағы бер инандым шул мәлдә».

Әсәһе Вазифа Әхмәт ҡыҙы ашхана мөдире лә, һауынсы ла, һөт үлсәүсе лә була, шулай уҡ алдынғылыҡты бирмәй. Барған еренән ниндәйҙер ағас үҫентеһе алып ҡайта – тыуған йорттары ихатаһында һаман шаулап үҫә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырҡ һигеҙ генә йәшендә вафат була. «Атайым менән әсәйем икеһе лә шул тиклем тырыш ине, беҙ һис нәмәлә мохтажлыҡ кисермәнек. Ауылыбыҙҙа тәүге булып машина алған да – улар. Шулай ҙа өйөбөҙҙә иң төп байлыҡ китап булды. «Беренсе сиректе уңышлы тамамлағаны өсөн Айгөлгә» йә «Бишенсе класта яҡшы өлгәшкәне өсөн Закирға» тип яҙылған китаптар әле лә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Әсәйем шулай байрам һайын бүләк итә ине. Әле уҡыусыларыма ла, уларҙың атай-әсәйҙәренә лә йыш ҡабатлайым: китап булған ерҙә бала уҡыуға, әҙәбиәткә ылыға...
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.




Теги: Уҡытыусы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook