Борайҙар китап ярата

«Ҡырға уҡырға киткәнсе атайым мине көн дә маңлайымдан үбеп кенә уятты. Атай-әсәйемдең тәүге ике улы вафат булған, шунан тағы ла бер ағайымдан һуң дүртенсе булып мин тыуғанмын. Шуғалырмы, үтә ҡәҙерле, иркә генә ҡыҙ бала булып буй еткерҙем. Бәхетемә күрә, күңелемдең гәлсәрҙәй ыуалырға ғына торғанын аңлаған, аҡыллы кешене Хоҙайым тормош юлдашы итте. Эй, Миләүшә, «кит инде» тигән һүҙҙән дә күңелең кителергә генә тора, донъяла әҙәмдең кеме юҡ, тупаҫлыҡтарға иғтибар итмәҫкә өйрәнергә ваҡыт, ти ул миңә йыш ҡына», – тип күңел донъяһын ихлас асып һалды Борайҙың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Муллаян ҡыҙы Йәнгирова. Ул тыуып үҫкән ғаиләһен дә, үҙе ҡорған ояны ла бәхет утрауындай күреүен йәшермәй.

Мөхәббәтле мөхиттә тәрбиәләнгән ҡыҙ тормош нескәлектәрен, мөнәсәбәттәрҙә осраған ҡаршылыҡтар һәм ҡытыршылыҡтар, бәндәләрҙең төрлө холоҡтары хаҡындағы донъясыл белемдәрҙе әҙәби китаптар аша төшөнә. Үҫмер генә килеш илай-илай Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»ен, Мостай Кәримдең «Айгөл иле»н һәм башҡа ул заманда популяр әҫәрҙәрҙе йотлоғоп уҡыуҙарын хәтергә алғанда ул әле лә кинәнес кисерә. Атаһының йәш сағында, классик китапханалар селтәре төҙөлгәнгә тиклем, ауыл клубына ҡараған «Уҡыу ыҙмаһы»нда («Изба-читальня») эшләп, халыҡты китаптар һәм агитация материалдары менән тәьмин итеүе хаҡында ғорурланып һөйләүен дә ишетеп йөрөй. Әсәһенең китапханасы әхирәте Сәғиҙә апай менән икәүләп «Беренсе бураҙна», «Игенселәрҙе уңыш йыйыуға оҙатыу» кеүек үҙенсәлекле саралар үткәреүҙәрен, уларға әҙерлек мәлендә дәртләнеп, ҡанатланып китеүҙәрен, ауылдаштарының ойоштороусыларҙы бер һүҙҙән тыңлап, хөрмәтләүҙәрен күреүҙән уның күңелендә китапханасы һөнәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу уяна. «Миңә ул саҡта донъяла китапханасынан да абруйлыраҡ һөнәр юҡтыр һымаҡ тойола ине», – ти ул хыялдарының тамырҙарын барлап.

Икенсе тарафтарҙа, бәлки, улай уҡ та булмағандыр, әммә һүҙ Борай хаҡында барғанда Миләүшә ханымдың һүҙҙәре шикләнеүгә урын ҡалдырмай. Сөнки был төбәктең тарихы һәр ваҡыт китап һәм белемгә ынтылыш менән тығыҙ үрелгән. 1905 йылда Борайҙа булып үткән, бөтә Урал–Волга төбәгенә шаулаған китап бунты ғына ни тора?! Баҙарҙа китап һатыуҙы тыйыуға ҡаршы сыҡҡан крәҫтиәндәр араһында хатта ҡорбандар ҙа була. Борайҙағы китапхана ла респуб- ликала боронғолар иҫәбен дә. Уны 1928–1958 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт китап палатаһы менән етәкселек иткән, уның тәүге директоры булған билдәле библиограф, республикала китапханалар селтәрен ойоштороуҙың инешендә торған эшмәкәрҙәребеҙҙең береһе Мөбәрәкйән Вәсфи улы Әмиров 1913 йылда уҡ астырған. Ғөмүмән, китапхана эше күберәк ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт иткән өлкә тип ҡаралһа ла, китап ҡәҙерен белгән был яҡтарҙа ир-егет китапханасылар һәр ваҡыт байтаҡ булған. Үҙәк китапханаға яңыраҡ ҡына тағы бер йәш егетте эшкә алғандар. Пенсионер китапханасылар араһында 94-әр йәштә булған Баҙраҡ ауылынан Хәлим Сәмиғуллин, Киҙгәндән Хәниф Сәҙрисламов исемле бабайҙарҙы айырып әйтке килә. Улар ғүмерҙәре буйы китапханала эшләп, хаҡлы ялға киткән. Икеһенең дә әле әбейҙәре иҫән, райондағы һәр ваҡиғаны бергәләп күҙәтеп, үҙ баһаларын биреп баралар. Миләүшә Муллаян ҡыҙын осратҡан һайын, каталогтарҙы ваҡытында яңыртаһығыҙмы, картотекалар тәртиптәме, тип белешеп кенә торалар икән.
Китап һөйгән, уҡыуҙы юғары баһалаған кешеләр араһында үҫкән һылыу алдында, әлбиттә, кем булырға тигән һорау тыумай. Мәктәптән һуң Өфө китапхана техникумын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Башта китапханала урын булмау сәбәпле, ваҡытлыса район мәҙәниәт йортона урынлаша. Шунда, яңы йыл кисәһендә, ғүмерлек мөхәббәте Фидарис Шакир улын осрата. Биш ай ғына дуҫлашып йөрөйҙәр ҙә өйләнешәләр. Авиация институтын тамамлап, яңы техника буйынса инженер һөнәренә эйә 28 йәшлек кенә тормош иптәшен ул саҡта райондың иң ҙур партия ойошмаһына – «Родина» колхозына ирекле секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш ғаилә алты йылға Ҡушманаҡ ауылына төпләнә. Миләүшә Муллаян ҡыҙы урындағы китапханала эш башлай. Ҡаҙ өмәләре, кис ултырыуҙар, башҡа күңелле саралар ауыл тормошона йән өрөп ебәрә. Иптәше лә, партия эше күп ваҡытты талап итеүгә ҡарамаҫтан, гел ярҙам итеп эргәһендә йөрөй. Эшен шул тиклем ярата Миләүшә Муллаян ҡыҙы. Дүрт балаға әсәй булғас, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. 1995 йылда район китапханаһына директор итеп тәғәйенләнә һәм бына теүәл ике тиҫтә йыл ошо вазифала көс түгә. 2000 йылдан бирле төбәк ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләгән, район советы депутаты ла булған ханым бер эшен икенсеһенән айырып ҡарамай. Улар барыһы ла тығыҙ бәйле һәм минең тормош рәүешен барлыҡҡа килтергән дөйөм бер күренешкә әйләнгән, ти ул был хаҡта. Мөнәсәбәттәре ҡырҡыулашҡан парҙар менән һөйләшкәндә, йә етем балалар менән эшләгәндә мотлаҡ үҙе яратҡан әҫәрҙәрҙән оҡшаш хәлдәрҙе иҫкә төшөрөргә, йә, киреһенсә, уҡыусыларҙы яңы китаптар менән таныштырғанда үҙҙәре йәшәгән мөхиткә ауаздаш булыуын һыҙыҡ аҫтына алырға тырышһынмы, ярҙам һорап килеүселәргә кәңәш биргәндә, тәү сиратта, ошо яҡтарҙа һыналған боронғо йолаларға таянһынмы, йә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙешкәндә уның хәҙерге көн ҡаҙағына ла һуғыуын аңлатырға тырышһынмы – бер ғәмәлен дә ул, мин депутат бит әле, китапханасы йә йәмәғәт эшмәкәре, тип түгел, ә күңеле ҡушҡанса, йөрәге талап иткәнсә башҡара. Эшмәкәрлегенең уңыш сере лә шуға бәйле.

«Етәкселектең дә аңлап тороуы мөһим. Хакимиәт башлығыбыҙ Борис Шәрәфғәле улы Нурисламов үҙе лә – йәшәү рәүеше менән күңел байлығының туранан-тура бәйләнешен тоя белгән кеше, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Урынбаҫарҙары ла үҙе кеүек кешелекле, егәрле. Һәр башланғысыбыҙҙы ҡеүәтләп торалар. Былтыр ауылдаштарым, бала сағыбыҙҙа көйәнтәләп һыуға йөрөгән Күҙләү шишмәһен йәмләп, юлын төҙәтеп ҡуйырға ине, тип мөрәжәғәт иткәйне. Юл төҙәтеү хеҙмәте бүлеге етәксеһе Рәмил Закир улы Вәльшин трактор бүлеп, тракторист Данил Әнүәр улы Ғилманшин тиҙ арала шишмәгә матурлап юл ярҙы. Ауыл советы хакимиәте башлығы Айрат Тәхәүи улы Мухояров менән шишмә буйын төҙөкләндереп, эскәмйәләр һәм ял майҙансыҡтары ла яһап ҡуйғас, был урын төбәктең иң күркәм еренә әйләнде. Хәҙер туйҙар йә башҡа байрамдар үткәндә халыҡ шишмә буйына бармай ҡалмай», – тип күмәкләп башҡарған һәр эштәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер Миләүшә Муллаян ҡыҙы.

Һирәктәр генә эштә лә, ғаиләлә лә булдыҡлылығын иҫбат итеп, күңел тыныслығын да һаҡлап, бәхетле була ала торғандыр. Борай ҡыҙы Миләүшә Йәнгирова – тап шундай заттарҙың береһе. Ни тиклем генә башкөллө сумып, эшенә күңел баҫһа ла, бер ҡасан да ғаиләһен күҙ уңынан ысҡындырмай. «Балаларҙың һәр береһен йәш ярымдан уҡ баҡсаға бирергә тура килде. Әммә улар, әллә өйҙә күмәк булып өйрәнгәнгәме, унда тиҙ эйәләште. Тәрбиәселәргә рәхмәтем сикһеҙ, ваҡытым булмау сәбәпле, мин биреп еткермәгән иғтибарҙы, йылылыҡты улар бүлде. Үҙем иһә кистәрен бәпестәремде иғтибарлап тыңлап, арҡаларынан һөйөп, ашарҙарына тәмле итеп әҙерләп, әсә наҙынан мәхрүм итмәҫкә тырыштым. Ирем менән һуңға тиклем бушамағас, балаларға эш күп эләкте. Һәр береһенә бүлеп ҡушып китә инек, һин ошоно, ә һин был йомоштарҙы үтәрһең, тип. Шөкөр, эшһөйәр булып үҫтеләр. Китапҡа булған һөйөүем һүҙ көсөнә лә ышаныс тыуҙырғандыр. Иптәшемә лә, балаларға ла, ниндәй кәйефтә булыуҙарына ҡарамай, гелән яғымлы булырға ынтылдым. Әсәйемдең, иң насар тигән әҙәмдең дә бер һәйбәт яғын табып, шул хаҡта үҙенә әйтеп, уны изгелеккә әйҙәп була, тигәнен эштә лә хәтерҙән сығарманым. Атайым менән әсәйемдең тормош юлы, мөнәсәбәттәре миңә өлгө булды. Атайым Муллаян Ғаян улы күңелсәк кеше ине, ҡулынан гармун төшмәне. Һуғыш ветераны ине, 85 йәшкә тиклем йәшәне, гәзит-журналдан өҙөлмәне. «Уҡыу ыҙмалары» бөтөрөлгәс, хеҙмәт юлын колхоздың бухгалтерияһында дауам иткән ул. Йәш саҡтарында әсәйем менән икәүләп спектаклдәрҙә парлы ролдәрҙе лә уйнап йөрөгәндәр. Атайым бәләкәй сағымда мине Өфөгә алып килеп, баш ҡала менән таныштырҙы. Бигерәк тә, бына был Мәжит Ғафури, Пушкин урамы тип, яҙыусылар исемен йөрөткән урамдарҙан үтеүебеҙ хәтергә уйылған. Әсәйем Нурия Сәхип ҡыҙы татар теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы булды. Атай юлын һайламаһам, әсәйҙән күрмәксе, уҡытыусы булыр инем, моғайын. Әсәйем 80 йәшкә тиклем йәшәне. Ауылыбыҙҙың беҙ йәшәгән дәүер тарихы үҙебеҙ менән китеп онотолмаһын, тип китап яҙҙы ул. Алдынғы һауынсылар, механизаторҙар, колхоз гөрләгән осорҙа унда тырышып хеҙмәт иткән һәр береһенең исеме ташҡа баҫылып ҡалһын, тине. Әсәйемдең ҡәләм тотоуы миңә лә дәрт бирҙе, ихласлап шәжәрәбеҙҙе эшләнем. Атайым яҡлап нәҫелебеҙ тегенселәр заты булған. Бик ауыр замандарҙа ошо һөнәрҙәре уларҙы аслыҡтан ҡотҡарып ҡалған. Ә әсәй яғынан олатайҙарым бал ҡорттары аҫыраған. Үҙебеҙҙең Мулла ауылында кибет тә тотҡандар. Тағы шуныһы ҡы - ҙыҡ: ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйем дә, олатайым менән өләсәйем дә олоғайғансы парлы булып, тормош юлын бергә-бергә үтеп, иштәренән аҙна-ун көн генә ҡала донъя ҡуйған. Нәҫел йолаһымы был, ҡартайғансы мөхәббәтте һаҡлай алыумы, тоғролоҡмо, белмәйем, әммә ул һаман да дауам итә: атайым үлеп ун ике көн үтеүгә, әсәйем дә уның артынан китеп барҙы. Улар бер ваҡытта ла айырым йөрөмәне, бер-береһен ныҡ ихтирам итте, ярты һүҙҙән аңлаша инеләр. Ауыл халҡы әсәйемде ҙурлап, клубта юбилейын үткәргәндә яңғыраған «Ике аҡҡош» йырын барыһы ла тап уларға арнап яҙылған һымаҡ ҡабул итте. Беҙ ҙә иптәшем менән инде утыҙ өс йыл бергә. Мин уны һүҙендә тора белгәне, атай- әсәйемде тере саҡтарында ҡәҙерләгәне, балаларыма һәм үҙемә иғтибарлы булғаны өсөн хөрмәт итәм. Ғүмер буйы төрлө ойошмаларҙа етәксе булып эшләһә лә, өйҙә ул беҙҙең өсөн һәр саҡ ябай, кеселекле булып ҡалды. Шөкөр, өс ҡыҙым, улым да йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, барыһы ла юғары белем алып, лайыҡлы эшләп йөрөй. Әсә өсөн оло һөйөнөс шул: өс ҡыҙымды ла үҙебеҙҙең мосолман егеттәренә ваҡытында кейәүгә биреп, йолаларға ярашлы ҡәйнә йортона оҙаттым. Әле ике ейән-ейәнсәргә өләсәй булып, шатланып ғүмер иткән сағым. Балалар үҙ ояларын ҡороп бөтһә лә, һаман да терәк-таяу булырға ынтылып, тултырып баҡсалар үҫтереп, малдар көтөргә лә тырышабыҙ. Кейәүҙәрем дә үҙемдең улдарым һымаҡ яҡын һәм ҡәҙерле», – ти әңгәмәсем.
Тормоштоң һәр көнө яңы асылған китап бите һымаҡ серле һәм үҙенсәлекле. Ләкин уның йөкмәткеһе ниндәйерәк булыры барыбер ҙә күберәк кешенең үҙенән тора. Зат-ырыуың йолаларына тоғролоҡ, матур ғәҙәттәргә илтифат һәм яҡшылыҡҡа хеҙмәт итергә ынтылыу шулдыр тын бәхеттең нигеҙе. Борай ҡыҙы Миләүшә Йәнгированың тормошо ошо хәҡиҡәткә тағы ла бер дәлил.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Борай районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook