Китапханасы Райхана

Китапханасы Райхана«Һөйләһә – теленән килә, эшләһә – ҡулынан килә» тиҙәр уның кеүектәр тураһында. Һүҙем – Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова хаҡында. Ауылдаштары араһында ябайлығы, эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы менән хөрмәт яулаған ул. Донъяһы ла гөл кеүек күркәм. Тормош юлдашына – һөйөклө ҡатын, балаларына – хәстәрлекле әсәй, ҡайны-ҡәйнәһенә – уңған килен, әле күптән түгел ҡәйнә һәм өләсәй ҙә булып өлгөргән дәртле, һылыу Райхана апай кеүек гүзәл ханымдар – ябай башҡорт ауылдарының йәме лә, ҡото ла.

...Өфө китапхана техникумын тамамлаған Райхананы Билал ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ул яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. «Китапханасы булып китеүемә әсәйем булышлыҡ итте. Үҙе ғүмер буйы совхоздың ауыр эшендә йөрөгәс, минең һауын фермаһына барыуымды өнәмәне. Ә беҙ, яңы ғына унынсы класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр, «Бөтә класс менән фермаға!» тигән лозунг менән дәртләнеп эшкә килгәйнек. Китапханасы РайханаТыуған ауылым Таһирҙа китапханасы кәрәк икәнен белеп, мине йәһәтләп шунда күсерҙе...» – тип йәшлек дәрте менән янып йөрөгән йылдарын, ғүмерлек һөнәренә әйләнәсәк шөғөлгә нисек тотоноуын һағынып иҫләп алды Райхана ханым. Билал ауылында ул һөйгән йәре Радмирҙы осратып, мөхәббәтле ғаилә ҡора, һөйөү емештәре булып Илдар, Ләйсән һәм Юлдаш тыуа.

Китапхана эше, бында үткәрелгән осрашыуҙар, кисәләр хаҡында Райхана Эдуард ҡыҙы сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ауылда ойошторолған бер генә сара ла Райхананан тыш үтмәй. Район кимәлендә ниндәй генә конкурс, бәйге уҙмаһын, китапханасы унда ла ихлас ҡатнаша, ауылдаштарын йәлеп итә.

Биләмәләге ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындағы мәктәп менән бергә ҡайнап эшләй. «Бигерәк тә мәғариф ветерандары әүҙем. Ишһылыу Әминева, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гүзәл Танғатарова, олораҡ быуын вәкилдәренән Рәйлә Кинйәбулатова, Фәриҙә Асҡарова, Гөлгөнә Асҡарова, Рәмилә Әминева, Фәимә Һибәтуллина, Гүзәл Танһыҡҡужина, Нурзиә Йәнгилдина, Гөлнур Ишморатовалар, йәштәрҙән Сәғилә Ғайсина, Сәғирә Кәримова, Зөлфиә Байраҡаева, Рима Мырҙина, Дилара Әхмәтова, Рәшиҙә Хәйҙәрова, Люциә Дауытова һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итергә әҙер. Шулай уҡ хөрмәтле коллегаларымдан уңдым. Уларға рәхмәтем сикһеҙ», – ти китапханасы...

...Райхана Булатова – оҫта хәбәрсе лә. Уның ауыл тормошон яҡтыртҡан, уңғандарҙы, йүнселдәрҙе данлаған мәҡәләләре район, республика баҫмаларында әленән-әле баҫылып тора. Ауылдаштары араһында милли матбуғатты таратыу, гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса ла әүҙем эш алып бара рухлы ханым. Беҙҙең «Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәре менән ойошторған осрашыуы ла самауырлы табын артында ихлас аралашыуға ҡоролдо, Билал, Һәмән тарафтарында яңы дуҫтар табыуыбыҙға ҡыуанып ҡайттыҡ...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook