Бер йондоҙҙоң ике сағылышы

Бер йондоҙҙоң ике сағылышы
...Эйе, уларҙы тәү сиратта Мәрйәм апай ҡыҙҙары тип ҡабул итәбеҙ, шулай өйрәнгәнбеҙ. Асылда, улар күптән үҙ һуҡмаҡлы. Әсәләренең юлын дауам итһәләр ҙә, ҡайһы бер инаныштарын инҡар итергә лә ҡыйыулыҡ тапҡан, быуындар бәйләнешен өҙмәгән, шул ваҡытта үҙ йөҙҙәре булған ижадсылар. Береһе Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡып сыҡһа, икенсеһе Өфөлә рәссам һөнәре алһа ла, уның менән генә ҡәнәғәтләнмәй, Санкт-Петербургтағы Кино һәм телевидение институтының режиссура бүлеген тамамлаған. Айырым да, бергә лә күп эшләйҙәр...

...Сценарист Зөһрә һүҙ менән эш итә, барыһынан алда һүҙ булған тигән хәҡиҡәткә инанып, һөҙөмтәлә үҙенең күҙаллауҙарын башҡаларҙың да тойоп, тормошҡа ашырырына ышана, уның өсөн командала эшләү тәбиғи. Ә Таңсулпан иһә, рәссам булараҡ (тәүге алған һөнәре), бар нәмәне хыялында алдан уҡ күләмле итеп тасуирлап төҫмөрләп өйрәнгән һәм башҡаларҙың буласаҡ фильмды уның күҙлегенән күрмәйәсәген белә. Ошо арҡала йышыраҡ сценарийҙы үҙе яҙып, режиссер ҙа булып, бар яуаплылыҡты өҫтөнә алып эшләүҙе хуп күрә. Тормошта ла ул күберәк идеалистыр, моғайын...

... Быйыл Бураҡаевтар ижадын туплаған китап сыҡты. Таңсулпан да, Зөһрә лә үҙ фильмдары менән Рәсәй кимәлендә үткән фестивалдәрҙә ҡатнашты. Икәүләп Башҡортостан Кинематографистар союзы менән берлектә республика кимәлендә «Йәнһүрәт» балалар анимацияһы фестивален үткәрҙеләр, Кино йылы айҡанлы райондарға сығып, кинотаҫмаларын күрһәттеләр, оҫталыҡ дәрестәре бирҙеләр. Таңсулпан Ҡазанда үткән халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡыҙыл балаҫтан атлаһа, Зөһрә Төмәндәге кино­фестивалдән «Урман һуҡмағы» исемле балаларға тәғәйенләнгән фильмы менән еңеү алып ҡайтты. Таңсулпан быйыл йәй «Йүкәгүр» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрһә, Зөһрә ҙур ҡыҙы Айназаның студент булып китеүенә ҡыуанды. Бына шулай, айырым, ләкин бер тарафҡа ҡарап илһам атында елә улар. Яҙмыш үҙе шулай ҡушҡан, ни тиһәң дә Бураҡаевалар бит улар. Ә Бураҡ, билдәле булыуынса, боронғо төрки мифологияһында ер менән күкте тоташтырып осоп йөрөгән, кешене фанилыҡтан мәңгелеккә алып сыҡҡан, ике донъя араһын иңләгән ҡанатлы саптар ат. Икенсе яҡлап, уны илһам аты тип әйтеп була. Ә ижадсылар тап шул илһам толпарына атланып, ябай әҙәмдең буйы етмәгән серле Йыһанға олғашып, шул серҙән ауыҙ итеп, тос ижад емештәре менән донъяны байыта...
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.




Теги: Таңсулпан Бураҡаева Зөһрә Бураҡаева Кино йылы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook