ЙОНДОҘ БАЛҠЫШЫНА ТИҢ ҒҮМЕР

ЙОНДОҘ БАЛҠЫШЫНА ТИҢ ҒҮМЕР Уның эш бүлмәһенең ишеге һәр кемгә асыҡ ине. Бында сал далала ҡалҡып сыҡҡан йәш ҡаланың тормошона ҡағылышлы һорауҙар хәл ителә, уй-ниәттәр барлана. Үҙ хәсрәте лә, дөйөм эш тип яныуы ла килтерә уларҙы. КПСС-тың Сибай ҡала комитетының идеология буйынса секретары Сулпан Арслан ҡыҙы Абзалова һәр кемдең күңеленә иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәгән, йөрәгендә дөрләгән ҡуҙҙан башҡаларға ла осҡон өләшкән абруйлы етәксе, киң даирәле белемгә эйә һоҡланғыс кеше булып хәтерҙә һаҡлана. Иҫән булһа, уға 80 йәш тулыр ине, әммә уның тынғыһыҙ йөрәге 50 тигән сиктә мәңгелеккә туҡтаны. Сулпан йондоҙолай балҡып һүнгән ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күптәр өсөн өлгө лә, терәк тә, остаз да ине ул.
ЙОНДОҘ БАЛҠЫШЫНА ТИҢ ҒҮМЕР
... Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Ирәндек итәгендә ҡалҡып сыҡҡан таусылар ҡалаһын төҙөүгә төрлө яҡтарҙан йәштәр ағыла. Улар араһында Өфө геология-разведкалау техникумын тамамлаған Туймазы егете Мәғдән Абзалов та була. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан ике йәш йөрәк – Сулпан менән Мәғдән 1962 йылда гөрләтеп комсомол туйы үткәрә...

... – Ул ер кешеһе, партия ҡала комитетының намыҫы булды, – ти шул йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире булған Урал Насыр улы Бакиров. – Ялғанды яратманы. Әҙәп һәм тәрбиә өлгөһө ине. Идеология буйынса күп секретарҙар менән хеҙмәттәшлек иттем, барыһын иҫләп тә бөтмәйем, ә бына Сулпан Арслан ҡыҙы кеүектәр онотолмай. Ныҡышмал, яуаплы, белемле, асыҡ, сибәр – былар барыһы ла уның хаҡында...
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА.
Фотоһүрәттәр ғаилә архивынан алынды.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook