Башҡортостан Ҡыҙы

Лайыҡлы ҡыҙҙарҙы абруйлы атайҙар үҫтерә

Лайыҡлы ҡыҙҙарҙы абруйлы атайҙар үҫтерә
...Яңы быуатҡа аҡҡанда,
Ҡаштарыңды төйәһең,
Халҡым, тиеп янаһың да
Илем, тиеп көйәһең...
Һин көслөһөң,
Ҡалғанһың бит
Гелән рух түбәһендә.
Бурай-бурай
Ҡарҙар яуа
Йәшлегем төбәгендә...

Билдәле әҙип Тимер Йосоповтың Маҙһар дуҫына бағышлап яҙған ошо шиғыр юлдары Мәсетле ра­йонында оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе йөгөн тартҡан ялан батырының ысын булмышын тулыһынса асып һала. Халҡым тип йән атҡан ҡайнар йөрәкле уҙаман хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Тайыш ауылында донъяға килеп, бөтә ғүмерен тыуған төйәгенә фиҙакәр хеҙмәт итеүгә арнаған. Буласаҡ хәләл ефетен дә ауылынан йыраҡ түгел Яңы Мөслимдә осрата Маҙһар Абдулхаҡ улы. Утыҙ биш йыл Мәҙинә Мулланур ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ике ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, татыу тормош көтә улар. Бары йәмле ғүмер көҙөн фанилыҡта ҡаршыларға насип булмай уға. Ләкин башҡарған оло хеҙмәте, изге һәм һүнмәҫ рухы яҡындарын, яҡташтарын әле лә ҙур маҡсаттарға әйҙәп тора кеүек.

«Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул», ти халыҡ мәҡәле. Был тап уның тураһында әйтелгәндер. 1940 йылдың 12 мартында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә Маҙһар. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атаһы фронтҡа алына. Әммә уға яу яланынан әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Һеңлеһе һәм атаһы киткәндән һуң тыуған ҡустыһы менән байтаҡ нужа һурпаһын һемерергә тура килә уларға. Донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан әсәһен йәлләгән малай кесе йәштән крәҫтиән хеҙмәтен татып үҫә. Тайыш ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Дыуан-Мәсетлелә урта мәктәпте уңышлы тамамлаған үҫмергә артабан ҡайҙа барырға тигән һорау тормай. Тап шул йылдарҙа күмәк хужалыҡтарға йәш быуынды йәлеп итеү өсөн илебеҙҙә таралған яңы лозунг: «Бөтә класс менән – колхоз фермаһына!» тигән хәрәкәткә Маҙһар ҙа ҡушыла. Комсомол юлламаһы алған бер төркөм кисәге уҡыусылар Салауат Юлаев исемендәге колхозда һауынсы булып эш башлай. Ун һигеҙ йәшлек һөлөктәй егеттәр нисек инде һыйыр һауһын?! Ошоғаса был яҡтарға хас булмаған ят күренеш! Тәүҙә, әлбиттә, көлөп тә ҡараусылар табыла. Йәнәһе, һауынсы егеткә ниндәй ҡыҙ кейәүгә сыҡһын?! Әммә тиҙҙән хужалыҡта ғына түгел, ә район буйынса беренселеккә сыҡҡан был тырыштарҙың уңғанлығын күреп, ауыҙҙарын ябырға мәжбүр булалар. Алдынғылыҡҡа өлгәшкәне өсөн район Советы башҡарма комитеты рәйесе ҡулынан иҫтәлекле сәғәт алыуы, республика слетында президиумда билдәле һауынсы Шәүәли Вахитов эргәһенән урын бирелеүе Маҙһар Абдулхаҡ улына ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәй.

Йәш һөнәрсенең яуаплылығын һәм коллективта абруй яулауын күреп, уны ферма мөдире итеп күтәрәләр. Ә 1962 йылда Маҙһар Сафин Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға йүнәлтмә ала. Әле техникумды ла тамамламаған өмөтлө йәш белгесте ВЛКСМ райкомының икенсе секретары итеп һайлайҙар. Әммә был эшкә ниңәлер күңеле ятмай уның. Йәне-тәне менән мал эшенә береккән егет үҙ мораҙына ирешә – Салауат Юлаев исемендәге колхозда тәүҙә зоотехник, унан баш зоотехник була ул. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, Маҙһар Абдулхаҡ улы үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Талапсанлығын, егәрлелеген, кешелеклеген баһалап, уны КПСС район комитеты тарафынан БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозға парторг итеп тәғәйенләйҙәр. Тап ошонда асыла ла инде йәш етәксенең ойоштороу, кешеләр менән уртаҡ тел табыу, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм дөрөҫ хәл итеү һәләте.
«Мәсәғүт» совхозында баш зоотехник булып эшләгән йылдары ла айырыуса һөҙөмтәләргә бай була уның. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәш кадрҙар әҙерләү, яңы технологияларҙы үҙләштереү, эре мал үрсетеү, ҡошсолоҡ тармағын үҫтереү буйынса хужалыҡ уңышлылар рәтенә күтәрелә. Кейәүенең һәр башланғысында иңен ҡуя белгән, кәңәштәре, тәжрибәһе менән ихлас бүлешкән хөрмәтле ҡайныһы, күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ ордены биҙәгән һуғыш ветераны, Жданов исемендәге колхоз менән 32 йыл идара иткән Мулланур Ғибәҙуллиндың да өлөшө оло баһаға эйә, әлбиттә.

«Атайым менән олатайым осрашһа, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ ине, икеһе лә район өсөн хафалана, ямғырлы йә ҡоро килә йыл, барыһын алдан уйлап эш итеү зарур. Ирҙәр ул ваҡытта ҡырыҫыраҡ холоҡло, әммә талапсан, үткер телле атайым өйҙә ипле һәм наҙлы була белде. Һеңлем менән мине гел ҡосаҡлап ала, арҡабыҙҙан һөйөп, тыныс ҡына хәлдәребеҙҙе һораша. Ҡаты ҡағылманы күңелгә, шаяртып ала, уратып ҡына аҡыл өйрәтте. Һуңынан беҙ тормошҡа сығып, балалар тыуғас, ейәндәрен һәм ейәнсәрен һағынып бер булды. Балалар баҡсаһынан ҡайтып килгәнебеҙҙе күрһә, биҙрәгә тәмле-томло тултырып, йәһәт ҡаршыбыҙға йүгереп сығыр ине. Уның атай абруйы ғаиләһен, тормошто, тыуған төйәген сикһеҙ яратыуында сағылғандыр. Шуға беҙ ҙә ошо һөйөүгә лайыҡлы булырға тырыштыҡ», – ти ҡыҙҙары Фирҙәүес менән Гөлшат.

1980 йылда тәжрибәле хеҙмәткәрҙе «Комсомол» колхозына рәйес итеп ҡуялар. Мәшәҡәттәргә бай ҡатмарлы заман: ярлы ауылдарҙы төҙөкләндереү, колхозды үҫтереү, әлбиттә, унан ҙур ихтыяр көсө, сәм һәм таһыллыҡ талап итә. Тыуған еренең ысын патриоты булараҡ, тәүге урынға яҡташтары мәнфәғәтен хәстәрләү, районды алға сығарыу маҡсатын ҡуя рухлы етәксе. Ғәҙеллеккә таянып, намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәгәнгә күрәлер ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяҡ салыусылар ҙа осрай юлында. Үҙ маҡсатына тоғро Маҙһар Абдулхаҡ улы бирешмәй, һөҙөмтәлә был колхоз да районда ғына түгел, тирә-яҡта алдынғы һаналған, юғары күрһәткестәре менән даны бөтә республикаға таралған бай хужалыҡҡа әүерелә. Игенселек, малсылыҡ тармағынан тыш, төҙөлөш киң ҡолас ала – социаль-мәҙәни объекттар, баҫыу һәм ферма эшсәндәре өсөн торлаҡ йорттар төҙөлә, матди-техник база яңыра. Рәйес уңыш күрһәткестәре генә түгел, ауылда йәшәү сифаты яҡшырһын өсөн барыһын да эшләй. Ә бит хужалыҡта бер генә ауыл түгел. Юл һалыу, һыу менән тәьмин итеү кеүек мөһим бурыстарҙы ла намыҫ һалып атҡара «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.

Сафиндың уңыштары тураһында бәйән иткәндә, әлбиттә, уның тормош юлдашы, оҙаҡ йылдар яҡташтарының һаулығын хәстәрләгән оло йөрәкле шәфҡәт туташы һәм акушер Мәҙинә Мулланур ҡыҙының роле хаҡында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Аш-һыуға маһир, уңған хужабикәнең өйөндә кем генә ҡунаҡ булмағандыр – районға килгән оло-кесе ҡунаҡтарҙы гел үҙҙәренә алып ҡайтып һыйлар һәм байрамдарҙа «Порт-Артур» йырын һуҙыр була шиғри йәнле етәксе. Ҡыҙғаныс, кеше тормошо гел үрҙәрҙән генә тормай шул, юғарыраҡ бейеклектәргә күтәрелер өсөн үҙәндәргә лә төшәһең. Ышанған кешеләренең хыянатын кисергән Маҙһар Абдулхаҡ улына Бәләбәйгә эшкә сығып китергә тура килгәс тә, хәләл ефете уға терәк була. Ауыр минуттарында тынысландырыр һәм ҡанатландырыр йылы һүҙен таба.

Оло маҡсатҡа, изгелектең тантана итеүенә инанып эшләгән, йәшәгән Маҙһар Сафин һөҙөмтәлә тыуған районына еңеүсе булып ҡайта барыбер. Һуңғы йылдарҙа колхоз рәйесе вазифаһын башҡара. Ләкин күңел тетрәнеүҙәре эҙһеҙ юғалмай, уҙамандың типһә тимер өҙөрлөк сағында ҡаты сиргә дусар булыуы яҡындарын, яҡташтарын тәрән ҡайғыға һала. Иң ауыр минуттарҙа ла һынмай, булдыра алғандан да күберәкте эшләү, ебеп ҡалмау, хатта үлемдән дә ҡурҡмау ысын батырлыҡ түгелме һуң?! Эшһөйөүсәнлек, юғары намыҫ, ғәҙеллек сағылышы ине ул, тип әле лә ғорурланып иҫкә ала уны белгәндәр. Ҡайнар йөрәгендәге һүнмәҫ уты менән яҡташтарын да тоҡандыра белгән ялҡынлы шәхестең ғүмере иртә өҙөлә, әммә уның көрәшсән рухы, эшләгән изгелеге, халҡына тоғро булмышы, күңелдәрҙе уңышҡа әйҙәп, киләсәккә яҡты юл яра бара, әйтерһең. Бай күңел донъяһы, уңғанлығы, миһырбан холҡо, батыр рухы – йәштәребеҙгә лә матур өлгө, үрнәк ул.

Үҙе кеүек рухлы ҡыҙҙары – Фирҙәүес Әхмәтшина менән Гөлшат Хәкимова – республикабыҙҙа хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған шәхестәр. Мәсетле районында билдәле терапевт һәм ультратауыш тикшереүе белгесе, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙы хаҡында күптән түгел яҙып сыҡҡайныҡ. Гөлшат Маҙһар ҡыҙы – райондың мәғариф бүлегендә бухгалтер. Күркәм һәм татыу ғаиләләрендә маҡсатлы, халҡына тоғро хеҙмәт итерҙәй һәләтле балалар үҫтерәләр. Ғәзиз әсәләре 72 йәшлек Мәҙинә Мулланур ҡыҙы ейәнсәре менән ейәндәренә бауыр баҫҡан. Ошо йәмле бәхет ҡоршауында талғын ғына ғүмер көҙөн кисерә ул. Әйткәндәй, уның әсәһе, 92 йәшлек Мәнәүәрә апай ҙа иҫән, һәм барыһын һоҡландырып, айырым донъя көтә.

«Атайымдың көслө рухы, яҡты сифаттары беҙҙең балаларҙа уяна, әйтерһең. Улдарым Илдар менән Илшатта уның йылмайыуы, кешеләргә ҡарата тәрән хөрмәте, йылы хәстәрлеге һәм ҡыйыу булмышы сағылғанын күреп, күңелем әйтеп бөтмәҫлек һөйөнөс менән тула», – ти Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙы. Олаталары ла күктән ҡарап ҡыуаналыр тамырҙарының тәрәндән һут алғанына, тоҡомо ырыҫлы булып, бөгөн тормош дилбегәһен ышаныслы алға тартҡанына!
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәсетле районы.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook