ШАҒИР ДОНЪЯҺЫ КИҢ, ХИСТӘРЕ ТӘРӘН ИНЕ (МОСТАЙ КӘРИМДЕ ҺАҒЫНЫП)

ШАҒИР ДОНЪЯҺЫ КИҢ, ХИСТӘРЕ ТӘРӘН ИНЕ (МОСТАЙ КӘРИМДЕ ҺАҒЫНЫП)
Республикабыҙҙа бик һәйбәт, хатта килер быуындарға ла мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ ғәҙәт нығынды. Хәҙерге заманда төрлө кимәлдә үткәрелә, халыҡты эркелтеп йыя торған, йәки бәғзе кешеләр өсөн генә ҡыҙыҡ тойолған тантана-байрамдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Кемдең күңеле нимәгә ята, ул шуның менән кәйефләнә инде. Календарь сәхифәләрен һанай-һанай ял көтөп йөрөүселәр, әйткәндәй, ысын байрам ҡәҙерен белә, юғиһә ҡыҙыл дата менән билдәләнмәгән бәғзе мәлдәрҙең рәсми көндәрҙән ҡәҙерлерәк булыуын аңлаймы икән?
Һүҙемдә Мостай ағай Кәримдең тыуған айы – октябргә ишара яһауым.


Башҡорт әҙәбиәте тарихында таланты, ижадының ҡоласы, образдар галереяһының төрлөлөгө йәһәтенән уға тиңләшерлек әҙип булғанмы, бармы, булыуы ихтималмы, уныһын әҙәбиәт донъяһын айҡаусылар әйтһен. Тик шуны ғына иҫкәртеү, минеңсә, фарыздыр: халыҡ шағиры үҙ шәхесенә ҡарата «талант» һүҙен ауырһынып ҡабул итте, бүтәндәр ижадын баһалағанда ла саманы юғалтмаҫҡа иҫкәртә килде. Хәйер, «бөйөк», «классик» тигән төшөнсәләрҙе беҙ Ағай арабыҙҙан киткәс, киҫәтеп тороусы кеше булмағас ҡына ҡуллана башланыҡ.

Бындай иркенлектә, бәлки, хаҡлыҡ та барҙыр. Мостай Кәрим донъяһы – ул һоҡланып та туя алмаған башҡорт далаһылай киң, фекерҙәренең тәрәнлеген океанға тиңләрлек. Минең быуын Мостай ижадынан көс алып үҫте, беҙҙең арттан килеүселәр, иманым камил, ошо ижадҡа ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ әле.
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫ КИҢ, ХИСТӘРЕ ТӘРӘН ИНЕ (МОСТАЙ КӘРИМДЕ ҺАҒЫНЫП)
Мостай Кәримдең ижады, тормош юлы, ижтимағи эшмәкәрлеге төпсөрләп өйрәнелгән һәм йәмәғәтселек иғтибарына еткерелгән, тип раҫларға ла булалыр. Ләкин океан тәрәнлектәрен, дала киңлектәрен айҡап сығыу барыбер мөмкин түгел, шуның һымаҡ, йәшәй килә, беҙ ағайҙың ғүмерендәге әлегә мәғлүм булмаған осраҡтарҙы асабыҙ, уның замандаштары, дуҫтарының мөхитенә лә барып ингеләйбеҙ. Ошо осрашыу-танышыуҙар бөйөк әҙиптең тәржемәи хәленә, яҙмышына яңы һыҙаттар, беҙ ошоға тиклем күрмәгән буяуҙар өҫтәй. Шуны иҫтә тотоп, Мостай Кәрим менән дуҫлығын ҡәҙерләгән кешеләр менән яҡынлығын хәтерҙә яңыртырға тырышабыҙ.

Өфөлә ғәжәйеп бер кеше йәшәй. Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылындағы эшһөйәр, әммә фәҡирлектән сыға алмаған, ишле балалы ғаиләлә тыуып, тырабызлығы менән Мәскәүҙә академик И.М. Губкин исемендәге нефть һәм газ дәүләт институтын тамамлап, геофизик дипломы менән Башҡортостанда быуын нығыта ғына башлаған «Башнефтегеофизика» тресына юллама алып ҡайтҡан Наил Кәбир улы Юнысовтың ғүмерен төпсөрләй китһәң, ябай ғына ауыл малайының йөрәгендә, ысынлап та, эйәрле-йүгәнле ат ятыуына ышанырбыҙ. Туҡһанды ашатлаған ошо уҙаман менән һеҙҙең хәбәрсегеҙ ҙә ике тиҫтә йыл таныш. Ағай тиҫтәләрсә йыл «Башнефтегеофизика»ның иң юғары етәксеһе булды, шул арала,төп эшенән айырылып, Һиндостан, Мысыр хөкүмәттәре өсөн нефть ятҡылыҡтары эҙләне. Дәүләт бүләктәре, маҡтаулы исемдәр эйәһе Юнысов бөгөнгө көндә лә Европа геофизиктары йәмғиәтенең даими ағзаһы. Геоморфолог Зифа Исмәғил ҡыҙының тоғро юлдашы, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын, Гарвард университетын үткән, бер нисә сит тел белгән, хәҙер Женевала Лукойл нефть компанияһының финанс департаментын етәкләгән Айгөлдөң атаһы, ейәнсәре Софияның олатаһы Наил ағай әле лә теремек кенә түгел, дәртле, зиһенле һәм тормоштоң уртаһында ҡайнаған кеше.

– Мостай менән мин 1954 йылда таныштым, – тип һүҙ башланы ул, әүәлге дуҫ-иптәштәрҙе хәтерләп ултырғанда. Борай районында сейсмик партия начальнигымын. Хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫарым Усмановтың ҡатыны Мостай Кәримдең тормош иптәшенең апайы икән. Бер йәй Борайға Мостай менән Рауза килеп төштө. Өс-дүрт көн ҡунаҡ булдылар, шикелле. Танышыуыбыҙ тора-бара дуҫлыҡҡа әүерелде. Йылдар үтә торҙо, шағир менән бәйләнешем нығына барҙы. Мостай сөсөләнмәй, татлы һүҙҙәр һипмәй, ипле дуҫ булды.

Һуңғы тапҡыр мин уны вафатынан ай самаһы элек күреп ҡалдым. Һинең менән осрашырға барғайным, һеҙ бер йортта йәшәнегеҙ бит. Һикәлтә алдында Дүртөйлөнән килгән егеттәр менән һөйләшеп торабыҙ, шул мәлдә ишектән Мостай күренде, мине шәйләп алғас, иламһыраны дуҫым. Әллә һуңғы мәртәбә күрешеүебеҙҙе һиҙемләне микән? Ай үтеүгә уның менән бәхилләштек.

Кеше хәлен аңлау, бер-береңә көстән килгәнсе ярҙам итешеү – Наил Юнысовтың да, Мостай Кәримдең дә ҡанына һеңгән ғәҙәт булған икән. Шуға дәлил итеп, шағир үҙ ҡулы менән яҙған бер-ике хаттан өҙөк килтерәм.
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫ КИҢ, ХИСТӘРЕ ТӘРӘН ИНЕ (МОСТАЙ КӘРИМДЕ ҺАҒЫНЫП)
Ә был башҡортсалаштырылған хат күренекле рус яҙыусыһы, өйҙәшебеҙ М.А.Чвановҡа тәғәйенләнгән:
«Ҡәҙерле Михаил Андреевич! Һаумы! Тағы бер тапҡыр – һаумы!!!
Ихлас һүҙҙәремде ошо мәлдә эргәңдә булып, үҙеңә генә еткерергә уҡталғайным да, ауырыу ниәтемә ҡамасауланы. Шулай ҙа, дуҫым, бер нәмәне белеп тор: йылдар һинең талантлы, үҙенсәлекле, тәрән аҡыллы ижадыңа ихтирамымды арттырҙы ғына. Әҫәрҙәреңдә донъяны нисек бар, шул көйө күрә белеү хас. Ә ул төрлө сүрәттә, нисәмә төҫтә. Буталсыҡтар аша – гармонияны, яфалар көлө эсендә игелекте шәйләп алыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән. Ә һиндә, дуҫым, ул бар.
Йәнә шуны ла әйтәйем. Һин рус һүҙенең, нәҡ халыҡ бар иткән рус һүҙенең һаҡсыл һәм талапсан оҫтаһы. Һиңә шул телдең серҙәре мәғлүм. Һәләтлелегең, әхлаҡи инаныуҙарың, гражданлыҡ аңың буйынса һин рус ерлегендә аҙ ғына ҡалып барған боронғо рус зыялылары традицияларын һаҡлап ҡалған кешеләрҙең береһе. Мәҙәниәттәрҙең аралашыуына, бер-беребеҙҙе белеүгә хеҙмәт иткән эш ошо бит инде.
...Йылдар һиңә булған туғанлыҡ хистәремде тәрәнәйтте генә. Бының сәбәбе уй-ниәттәреңдең, ғәмәлдәреңдең ихлас күңелдән булыуында. Һәм, иң мөһиме – Һин, еңел-елпе модалар шауҡымына бирелеп,инаныуҙарыңды үҙгәртмәйһең, үҙ асылыңа тоғро ҡалаһың.
Һинең Мостай Кәрим.
1994 йыл, 1 декабрь.»


Шағирҙың беҙҙе ҡалдырып китеүенә байтаҡ булып бара. Йылдар юғалтыу ҡайғыһын баҫа, тип раҫлаһалар ҙа, был хәҡиҡәт Мостай ағайҙың үҙенә лә, уның ижадына ла ҡағылмай икән. Олоғайғас, шатлыҡ йылғаларың һайыға, хәсрәт даръяларың, киреһенсә, тәрәнәйә бара. Күңелемдең төрлө саҡтарында Мостай Кәримдең төрлө жанрҙарҙағы ижадына мөрәжәғәт итәм. Шиғыр булһынмы, сәсмә әҫәрме, драмамы, публицистикамы, ағайыбыҙҙың һәр юлы дуҫлыҡ, мөхәббәт, тоғролоҡ, намыҫ тураһында һөйләй. Бер үк ваҡытта ул гражданин шағир ҙа булып ҡала.
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫ КИҢ, ХИСТӘРЕ ТӘРӘН ИНЕ (МОСТАЙ КӘРИМДЕ ҺАҒЫНЫП)
Мостай Кәрим бер генә тарихи дәүерҙә лә йөрәгендә асыу һаҡлап йәшәмәне, нимә тураһындалыр борсолоу-хафаларын белдерә килде, әммә уның ижады, ҡағиҙә булараҡ, боҙоуға түгел, төҙөүгә йүнәлтелгәйне. Шиғырҙарында, мәҫәлән, ул һәр кем аңларлыҡ ябай формалар, әҫәргә афористик мәғәнә һалған рифмалар ҡулланды, уның өсөн һүҙ һәм уҡыусы ғына мөһим ине. Уҡыусыларына ғүмер баҡый сыуаҡ яҡта йәшәүҙе теләп, Мостай ағай ҡояштың нурҙарын йөрәге аша һәр кемгә үткәрергә тырышты, ул нурҙар, шағир теләгәнсә, юлда яһалма ҡатмарлылыҡтар, әҙәм аңламаҫ һүҙҙәр араһында аҙашып китмәһен.
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫ КИҢ, ХИСТӘРЕ ТӘРӘН ИНЕ (МОСТАЙ КӘРИМДЕ ҺАҒЫНЫП)
Мостай Кәрим зыялылыҡтан тартынманы. Һәр заман тотороҡлолоҡҡа, иманға моҡрап йәшәгән йәмғиәттә зыялы булыуҙан, бәлки, фетнәсе булыу өҫтөнөрәктер? Хәҙер шул ҡыҙығыраҡ түгелме һуң? Ләкин Мостай рухлылар, иплеләр, иманлылар сафын һис ҡасан да боҙманы. Шағирҙа мин-минлектең осмото ла юҡ ине. Ижадын ул ҙур дөйөм эш, һәр кем үҙ урынын таба алырлыҡ оло бер донъя тип иҫәпләне, юрғанды үҙенә генә тартып, дан-шөһрәт көҫәп йәшәмәне. Киреһенсә, Мостай Кәрим замандаш ҡәләмгирҙәрҙең ижадын баһалай, уларҙың табыштарына ихлас ҡыуана белде. Әлбиттә, Назар Нәжми – Нәжми, Рәми Ғарипов – Рәми, Роберт Миңнуллин – Роберт инде ул. Мостай ағай иһә ошо ҙур таланттарҙы бер урынға йыйып, ысын шиғриәттең бөйөклөгөн, изгелектең мәңгелек икәнен күрһәтергә хыялланып йәшәне. Мостай Кәрим бөгөн арабыҙҙа булһа, уға бер генә һорауҙы бирер инем: «Хәҙерге тормош Һеҙҙе илһамландырамы?» Уйлауымса, ағайҙың яуабы, бәлки, шулайыраҡ яңғырар: «Илһамландырыу – тоғро һүҙ түгел. Дөрөҫөрәге – ҡыҙыҡһындыра. Эйе, ифрат ҡыҙыҡһындыра. Һәммә ҙур-кесе мәсьәләләре менән бергә. Тормошта йөрәк ҡабул итә алмаған күренештәр бихисап һәм улар «илһам» төшөнсәһенән алыҫ. Әммә кешеләр, тирә-яғымдағы кешеләр – иң мөһиме. Һәр йәһәттән килгән, иҫ киткес сифаттарға эйә булған кешеләр аҙыраҡтыр, әлбиттә, ләкин яҡшылар – күберәк. Ә илһам мәсьәләһенә ҡабаттан әйләнеп ҡайтҡанда, «ниндәй илһам ул тағы? Иртән торам да эшкә ултырам. Һәр көн. Хеҙмәт – илһамдың үҙе бит».
Шағир тураһында аяғүрә тороп булһа ла яҙылған, ләкин юҡһыныулы, күңелдә йәнебеҙ бында саҡта һаҡлана торған һүҙҙәрем ошо ине.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Салауат Юлаев ордены кавалеры.




Теги: Мостай Кәрим




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook