Башҡортостан Ҡыҙы

Өләсәйем – яҡты хәтирәм!

Өләсәйем – яҡты хәтирәм!
Өләсәйем! Күпме генә рәхмәттәр әйтһәм дә, һиңә бағышлап доғалар ҡылһам да, аҙ булыр һымаҡ. Һинең оло йөрәгеңә барыбыҙ ҙа һыйҙыҡ, бөтәбеҙгә лә йылы һүҙең, яғымлы ҡарашың етте. Беҙ бит һинең тирәләй өйөрөлгән планеталар төҫлө инек, ә һин беҙҙе йылытыусы, үҙеңә тартып тороусы Ҡояш булдың.

Минең яратҡан өләсәйем, барлыҡ булмышыма тәьҫир иткән яҡын кешем – Наҡия Абдулла ҡыҙы Ғүмәрова 1929 йылда Әбйәлил районы Хәлил ауылында донъяға килә. Мәктәпте уҡып бөтөрә алмай – һуғыш башлана. Атаһы Абдулла һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа алынып, бар михнәттәрҙе үтеп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Бөтә балаларына белем бирергә тырыша. Наҡияны Темәс педагогия училищеһына уҡытыусы һөнәрен үҙләштерергә ебәрә. Өләсәйем унда дүрт йыл уҡып ҡайтып, бар ғүмерен балаларға бағышлай, 45 йыллыҡ стажға эйә хеҙмәт ветераны булды ул.

Олатайым Сөләймән Ғаззал улы Вилданов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул 1924 йылда Таштимер ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ун ете йәшендә генә фронтҡа алынып, Ҡара диңгеҙ флотилияһында хеҙмәт итә. Дәһшәтле һуғыш яраларын госпиталдә дауалап, нығынып алғас, райондың партия бүлегендә эшләй. Артабан педагогия училищеһында белем алып, балалар уҡыта, һуңынан китапханасы булып эшләй, мәктәптә профсоюз ойошмаһын етәкләй.

Бер матур көндө олатай менән өләсәйҙең юлдары осраша. Өләсәйем быны бик яҡты хәтирә итеп иҫкә алыр ине: «Эш менән район үҙәгенә юл­ландым. Бер нисә уҡытыусы ҡыҙ менән китеп барһаҡ, ҡаршыбыҙға һомғол буйлы, дөм ҡара бөҙрә сәсле хәрби кейемдәге егет осраны. Үтеп киткәс, мин уға әйләнеп ҡараным. Һәм ул да миңә боролоп ҡарағайны, ҡараштарыбыҙ осрашты». Шул булалыр инде бер күреүҙән дөрләп тоҡанған һәм бар ғүмергә һаҡланып ҡалған мөхәббәт! Һуңыраҡ тормош юлы уларҙы уҡытыусылар курсында ҡабат осраштыра, шул мәлдән алып йәш йөрәктәр бүтән айырылмай.
Өләсәйем менән олатайым дүрт балаға ғүмер бирә – Ринат, Ришат, Рәйсә һәм кинйәкәйҙәре Рәйлә. Йәнкиҫәктәрен уҡытырға, кеше итергә бар көстәрен һала улар, бөтәһе лә юғары белем ала. Ҡыҙҙары Рәйсә менән Рәйлә, атай-әсәй юлын дауам итеп, ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай.
Ҡәҙерлеләребеҙ һыу менән ут кеүек булды. Өләсәйем баҫҡан ерендә осҡон сығарыусы, мәктәптә һәм районда ойошторолған күп тамашаларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы, һәр ваҡыт яңы идеялар менән янған кеше булһа, олатайым йомшаҡ күңелле, бала йәнле ине. Бөйөк Ватан һуғышын баштан аҙаҡҡаса үткән, һуңынан Ҡытай сиген һаҡлауға оҙатылып, туғыҙ йылдан ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан офицерҙың, ниндәй михнәттәр күрһә лә, уҫаллыҡтың, яуызлыҡтың бер тамсыһын да күңеленә һеңдермәүе һоҡландыра! Ә өләсәйемдең өлгөрмәгән ере булманы. Көнө буйы мәктәптә уҡытып, кисен партия йыйылыштарында ҡатнаша, төрлө өмәләр, байрамдар, һабантуйҙар уртаһында ҡайнай. Бөтә донъя башҡорттарының I ҡоролтайына район делегацияһы менән килеп, Салауат Юлаев майҙанында ҡаҙанда аш бешереп, башҡорттарҙың боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтеп, бер нисә көн шунда тирмәләрҙә йәшәп ҡайтты.

Беҙҙең, бөтә ейән-ейәнсәрҙең, бар ял көндәре ауылда – өләсәй-олатай янында уҙҙы. Ғаиләбеҙ Өфөгә күскәс, өләсәйем: «Балаларым саф һауа күрмәй, бикле генә ултыралыр инде», – тип ҡайғырҙы. Бәләкәйерәк саҡта олатай килеп алып ҡайтһа, үҫә төшкәс, ағайым менән үҙебеҙ йөрөй башланыҡ. Иң бәхетле, иң бошмаҫ, иң күңелле мәлдәрем ауылда, ҡәҙерле кешеләрем эргәһендә үтте. Йәйге көндөң күп өлөшөн йылға буйынан ҡайтмай, бәпкә көтөп, балыҡ һөҙөп, һыу төшөп, ҡояшта ҡыҙынып ял итәһең дә кисен мал ҡаршыларға бараһың. Көтөү килгәнсе балалар менән баҫтырыш, «аҡтар-ҡыҙылдар» уйнайһың. Тыңлауһыҙ башмаҡ һине күреп, йылға аша ҡаса. Йылғаның һайыраҡ урынынан кисеп сығып, уны баҫтырып алып ҡайтаһың...

Мин бигерәк тә иртәләрҙе яраттым. Татлы йоҡонан өләсәйҙең Ҡөрьән уҡыған тауышына уянаһың да, илаһи моңға сумып, тын ғына тыңлап ятаһың. Данлыҡлы Ахай ауылы муллаһы Абдулла хажиҙың ҡыҙы Наҡия, олоғая төшкәс, үҙ тырышлығы менән ғәрәп телен өйрәнеп, изге китапты уҡыр ине. Ҡөрьәндең хикмәттәрен, динебеҙҙең асылын беҙгә лә өйрәтте. Аяттарҙа, кисәләрҙә – хөрмәтле абыстай, кем генә кәңәш йәки ярҙам һорап килмәһен, барыһын да тыңлар һәм аңлар, һәр ваҡыт дөрөҫ юлды күрһәтеүсе ил инәһе булды Наҡия өләсәйем. Шуға ла ул күршеләре, ауылдаштары, районыбыҙ халҡы араһында абруй ҡаҙанды.

Ә уның күпереп бешкән икмәктәре, бәлештәре, телде йоторлоҡ тәмле ыумасы!.. Ейәндәре – шыр малайҙар – араһында бер бөртөк ҡыҙ булғас, өләсәйем мине айырыуса яҡын күрҙе. Ярҙамсым, уң ҡулым, тип маҡтап үҫтерҙе.

Арабыҙҙан киткәнгә күп йылдар үтһә лә, йөрәгебеҙҙең иң түрендә – өләсәй һәм олатай! Ауыр мәлдәрҙә әле булһа күңелебеҙҙән һеҙгә өндәшәбеҙ. Һәм һәр ваҡыт яуап алабыҙ. Тимәк, һеҙ – беҙҙең менән. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә, яҡты күңелле кешеләребеҙ!
Ләйсән АБДУЛЛИНА.


Теги: Бөйөк Еңеүгә - 73 йыл




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook