Илаһи моң эйәһе

Илаһи моң эйәһе
Ҡумыҙ уның ҡулында мөғжизәле рәүештә йәнләнә, оҫтаның виртуоз импровизациялауында тәбиғәттең һәр тын алышы, халыҡтың йөрәк тибеше, быуаттар ауазы сағыла, хатта тарих терелеп күҙ алдына баҫа, әйтерһең. Донъя кимәлендә танылыу тапҡан ҡумыҙсыны «халҡыбыҙҙың ысын феномены» тип тә нарыҡлайҙар. Х. Әхмә­тов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың тормош юлы ла үҙенсәлекле һәм сағыу.

Бала саҡ саҡырыуы
Ғаиләлә ун беренсе бала булып донъяға килгән ҡустыларын ағай-апайҙары шаяртып «төпсөк» тип йөрөтә, үҙен ҙур егет итеп тойған Миңлеғәфүрҙең быға йәне көйә. Ниңә төпсөк булһын ул? Бына әҙ генә буй еткерһен әле, туғандары ысындан ғорурланасаҡ үҙе менән. Күңелендә уянған ошо хыял һис тынғылыҡ бирмәй ауыл малайына. Етмәһә, ҡулына «Салауат Юлаев» китабы килеп эләгә, үҫмер генә сағында айыуҙы еңгән ҡыйыу йөрәкле, көслө рухлы башҡорт батырынан өлгө алып, йәне-тәне менән уға оҡшарға тырыша. Мәсетле районының гүзәл тәбиғәтле Һөләймән ауылын бер итеп эйәрһеҙ атта сабыша, хатта ыласын балаһын ҡулға эйәләштереп ала, милли көрәш менән мауыға, музыка ҡоралдарында уйнай. Мәктәп йылдарында уҡ һабантуйҙарҙа ат сабышы ярыштарында, еңел атлетика, милли көрәш буйынса алыштарҙа гел призлы урындар яулай маҡсатлы егет.
Альбина Ғөбәйҙуллина.




Теги: Миңлеғәфүр Зәйнетдинов




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook