Бар ул, бар ул тылсым донъяла!

Бар ул, бар ул тылсым донъяла!Донъяла шундай мөғжизәсе кешеләр бар. Улар ысынбарлыҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ торған кеүек миңә. Кешенең күңелендә нимә ятҡанын түгел, эске торошон тигеҙләй, киләсәген күҙаллай, һауығырға йүнәлеш бирә ала. Халыҡ имсеһе исемен алған Маргарита Зыя ҡыҙы Дауытова ана шундайҙарҙан.

Изге төштәр аша ғәмәлгә
Ырымбур өлкәһенән күсеп килергә мәжбүр булған Мортазиндар ғаиләһе Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында төпләнә. Маргаританың олатаһы Өмөтбай мәктәп директоры булып эшләй башлай. Ританың әсәһе Рима менән атаһы Зыя Ташкентҡа күсеп киткәс, ҡыҙыҡай Ҡорбанбикә өләсәһе тәрбиәһендә ҡала. Халыҡ ысулдары менән дауалау серҙәрен тап уның аша үҙләштерә. «Элек ундайҙарҙы төрмәгә яба торғайнылар. Шуға изге ғәмәлдәрен күрһәтеп, белендереп башҡарманы, йәшерә торғайны. Быуын ултыртты, мейе ҡаҡты. Уның атаһы Ғатаулла олатайым мулла булды. Иртәнге сәйҙә Өмөтбай олатайым Ҡорбанбикә өләсәйемдән: «Йә, әбей, төшөңдә нимә күрҙең, һөйләп ебәр», – тип өндәшә торғайны», – тип хәтерләй Рита.

Үҙе лә төштәр аша килгән иҫкәртеүҙәргә ныҡ иғтибарлы. «Төштәге ишара өндә серле итеп асылғас, нисек ышанмайһың? Бына берәүһе. Боронғо заманда үгеҙ егеп китеп барабыҙ. Шул ваҡыт беҙҙе юлбаҫарҙар уратып алды. Матронушка килеп сыҡты ла: «Теймәгеҙ, уны кешеләр көтә», – тип юлдарына арҡыры торҙо. Иртән ирем менән иҫке генә машинала юлға сығырға тейешбеҙ. Уянғас, ярай, ҡаршылыҡ булыр, әммә ярҙам килер, тип уйлайым. Юлда бара биргәс, ике юл хәрәкәте хеҙмәткәре тора. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Шул ваҡыт һауала ап-аҡ ғәҙәти булмаған ҡош пәйҙә булды. Берәүһе, шуны шәйләп, ҡарап тора башланы ла беҙҙе туҡтатырға ниәтләнгән икенсеһенең дә иғтибарын шунда йүнәлтте. Беҙ жыуҙап үттек тә киттек».

Ә төштәр күп була. Иң әһәмиәтлеһе, моғайын да, Ер йөҙөндәге ҡыйралыштарҙы, яуызлыҡтың ҡотороуын туҡтатырға тейешлеген аңғартыусы, кешеләргә изгелек нурҙары сәсеүсе тәғәйенләнешен тойҙортоусы билдә булғандыр.

«Ерҙән спираль рәүешендә күтәрелһәң, һәр ҡатламда билдәле диндең доғаһын ишетеп була. Кешенең физик тәндән тыш, йәйғор төҫтәрендәге күлдәге бар. Һиндостанға барғанда тел икенселәй әйләнә лә китә. Бер ваҡыт һинд телендә һуҙып-һуҙып уларҙың сүрәләрен йырлап ебәрҙем. Бәләкәй саҡтан наҙлы, йомшаҡ бер ҡатын-ҡыҙ тауышы оҙата килде. Аҡ сариҙағы һинд ҡыҙы һорауҙарыма яуап бирә ине. Алты йәш ярымдан күрә башланым. Бөтәһе лә мин күргәнде күрә, ишетә ала икән, тип уйлай инем. Ун өс йәш ярымда йәнә ҡабатланды, тауыш йышыраҡ килде. Русса өндәшә торғайны. Һорауҙарыма яуап бирҙе. Егерме бер йәштәр тирәһендә үләндәрҙе әйтә башланы. Эй, кит, һин сихырсылыр ул, ти торғайны әхирәттәрем юлайҡан ғына биргән кәңәштәремә. Иң мөһиме – файҙаһы тейҙе. Утыҙ йәште уҙғас, был һәләттәремә нығыраҡ иғтибар иттем, доғалар килде. Ҡытайҙа ҡыҙылға алтын хәрефтәр менән яҙылған иероглифтарҙы уҡыным. Ҡырғыҙстандан ҡайттым да ҡырғыҙса «һөйләшә башланым». Ниндәй илгә йыйынһам, уларҙың телендә доғалар килә. Һиндостан, Ҡытай, Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиәлә, Коми Республикаһында булғаным бар. Был һөйләшеү – транс хәлендәге халәт. Хоҙай бер, диндәр төрлө икәненә инанғанмын», – ти Рита Зыя ҡыҙы.

Бар ул, бар ул тылсым донъяла!
...Ҡырғыҙстанда Ысыҡкүл эргәһендә ер һатып алып, шунда өй һалырға хыяллана Рита. Уңайы ла сыға. Аҡсаһын түләй, әммә документтарын ҡулына төшөрә алмай. Йылдар үтә. Ер һатҡан егет хушлашҡанда Ританың бағымсылығын белеп, апай, яҙмышымда ниндәй үҙгәреш көтөлә, тигән һорау ҡуя. Тиҙҙән бик юғары дәрәжә биләйәсәкһең, тип юрағаны юш килә. Бер аҙ ваҡыттан ир, мине ҡала мэры итеп ҡуйҙылар, тип һөйөнсөләп шылтырата. Ерҙе үҙ исеменә теркәү мәсьәләһен хәл итеп ҡуйырға уйлап, Рита йәнә Ҡырғыҙстанға килә. Бер нисек тә осона сығырлыҡ түгел. Аҡсаһын булһа ла алып ҡайтам, тип ныҡыша ҡатын. Эштәр һуҙыла. Көндәлек ашау, йәшәү өсөн, аптырағас, эшләй башлай. Ҡунаҡханала йәшәү ялҡыта, етмәһә, бер урындан икенсеһенә ҡырҡ тапҡыр күсенә, аҙаҡ хатта тирмәгә урынлаштырып ҡуялар. Ританың түҙеме бөтә. Әлеге лә баяғы мэрға инеп, аҡсаһын талап итә. Ул һатып алыусылар юҡлыҡҡа һылтанып, болдо тоттороп ебәрергә ашыҡмай. Табығыҙ, юҡһа аяҡ аҫтығыҙҙа ер убылыр, ти, Рита ҡәһәтләнеп. Эргәһендә тыңлап торғандар тертләй, ниңә улай тип әйтәһегеҙ, тиҙәр шөбһәләнеп. Рита ышаныслы ҡиәфәттә, мэриянан сығып, ҡунаҡханаға ҡайта. Шул төндә йоҡо алмай ыҙалата. Уҡынып ята. Сәғәт бер. Ике, өс тула. Дүртенсе ун биш минутта һауа геүләй. Ер тетрәй башлай. Тянь-Шань тауҙарынан сыҡҡан шомло тауыш һауаға күтәрелә лә Ысыҡкүлгә килеп бәрелеп юғала. Кешеләр өйҙәренән сығып йүгерә. Ғауға, мәхшәр ҡуба. Икенсе көнөнә иртүк ҡала хакимиәтенә саҡыртып, ер өсөн аҡсаһын тотторалар. Егерме йылға яҡын булмаған 7-8 баллы ер тетрәүе осраҡлы хәлме, әллә һүҙ тылсымы, әллә бағымсы ҡатындың алдан күреүеме – әйтеүе ҡыйын...

...Бер ваҡыт Ритаға компьютер ҡоллоғона эләккән егетте алып киләләр. Әсәһе әйтеүе буйынса, ул тормоштан ваз кисеп, тик ысын булмаған донъяла йәшәй. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, үҙен бик агрессив тотҡан була. Ританың сеанстарынан һуң ул ипкә килә. Донъяға күҙҙәрен аса. Эшкә сыға. Туғандары менән һөйләшә, аралаша башлай.

Бер ҡатын иренең, ниндәй генә антибиотиктар менән дауаланһа ла, үтмәҫ йүтәл менән ыҙалауына зарлана. Ританың дауалау сеанстарынан һуң ғына уның был сире үтә.

Борондан ҡалған ҡот ҡуйыу, һөлөк һалыу, быуын ултыртыу, эс һылау, мейе ҡағыу кеүек бихисап алымдарҙы белгәндәр һәм хәҙерге тормошта ла ҡулланғандарға сирле кеше ахырғы сиктә мөрәжәғәт итә. Ауыр ҡайғынан, тойғоларҙан, һөйгәне менән айырылышыу, өмөтһөҙлөккә бирелеүҙән ете ҡат күлдәге тишкеләнеп бөткәс, йәйғор төҫтәрен балҡытып, ерҙә һәр аҙымын шатлыҡ, киләсәккә яҡты өмөттәр менән баҫыр өсөн, тап Рита арҡылы, уның тылсымлы һәләте, изгелекле йөрәге ярҙамында, ҡото артынан юллана...
Азалия МИРЗАЕВА.
Күмертау ҡалаһы.




Теги: Маргарита Дауытова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook