Иҫке йортҡа – яңы ғүмер

Иҫке йортҡа – яңы ғүмер Тин һумды һаҡлай, тигән әйтем бөгөн ғаилә сығымдарының байтаҡ өлөшөн тәшкил иткән торлаҡ-коммуналь хужалығындағы түләүҙәргә бигерәктә ныҡ ҡағыла. Хәбәрҙар булмағанлыҡтан, бәлки, битарафлыҡтандыр, был тәңгәлдәге байтаҡ яңылыҡтар, мәҫәлән, капиталь ремонтҡа ҡағылышлылары, күптәр өсөн ҡарурмандай аңлайышһыҙ. Танылған адвокат, Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың ышаныслы кешеһе, «Халыҡ фронты» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең рәйестәше Надежда Николаевна КРЫЛОВА менән әңгәмәбеҙ – иҫке йортҡа яңы төҫ кенә түгел, яңы ғүмер биргән капиталь ремонт хаҡында.

...– Республикабыҙ торлаҡ фондындағы күп фатирлы йорттарҙың 41 проценттан ашыуы иҫке, йәғни 40 һәм унан да күберәк йыл элек төҙөлгән. Йорттарҙың яртыһы тиерлек 30 процентҡа таушалған һәм капиталь ремонтҡа мохтаж. РФ Торлаҡ кодексына күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлауҙы ойоштороу хаҡында махсус 9-сы бүлек индерелде. Бүлектә капиталь ремонт фондынан финансланыусы хеҙмәттәр исемлеге билдәләнгән. Уларға йорт эсендәге электр, йылылыҡ, газ, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаларын йүнәтеү, файҙаланыуға яраҡһыҙ тип танылған лифт һәм уның шахтаһын төҙәтеү йәки алмаштырыу, фасад, ҡыйыҡ, подвал, нигеҙҙе ремонтлау ҡарай...
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook