Башҡортостан Ҡыҙы

Аҡса һеҙҙе яратамы

Аҡса һеҙҙе яратамыБелгестәр фаразлауынса, тәбиғәттә йәнһеҙ әйбер юҡ. Шулай булғас, һәр нәмәнең үҙ энергетикаһы бар. Аҡса ла шундайҙар иҫәбенә инә. Ҡытайҙың фен-шуй белгестәре аҡсаны үҙеңә ылыҡтырыуҙың бер нисә ысулын уйлап тапҡан һәм уңышлы ҡуллана.

Фен-шуйсылар кәңәше
*Компас ярҙамында өй эсенең Байлыҡ зонаһын билдәләгеҙ – ул көньяҡ-көнсығышта булыр. Был яҡта Һыу һәм Ағас стихияһы өҫтөнлөк итергә тейеш. Өҫтөнлөк итергә, тик бер-береһен баҫырға түгел. Фен-шуйҙың, һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш, тигән алтын ҡағиҙәһен күҙ уңында тотоп, һеҙгә ошо урынды йәнләндерергә кәрәк. Нисек итеп?

*Байлыҡ мөйөшөнә аҡса гөлө (толстянка) ултыртырға кәрәк. Япрағы тәңкәләргә оҡшаған гөлдәр ҙә ярай, ти фен-шуй оҫталары. Тик кактус ҡына бармай. Әгәр бүлмәгеҙ йәшел үҫемлектәр өсөн уңайһыҙ яҡта булһа, ҡайғырмағыҙ, тейешле гөлдөң һүрәтен элеп ҡуйырға мөмкин. Әммә ул рәсемде үҙегеҙ төшөрөгөҙ. Япраҡтар урынына тәңкәләр, аҡса һүрәте эшләгеҙ. Һуңынан матур рамкаға ҡуйып, тейешле урынға элегеҙ. Шулай итеп, ошо минуттан фен-шуй билдәһе һеҙҙең матди байлыҡ артһын өсөн «эшләй» башлаясаҡ.

*Байлыҡ зонаһын ағас һындар менән тулыландырырға ла була. Уларҙы махсус кибеттәрҙән һатып алығыҙ йәки үҙегеҙ яһағыҙ. Бының өсөн ағас тамырҙары, ботаҡ, таҡталар ҡулланырға мөмкин. Иң мөһиме – ул һындар үҙегеҙгә оҡшарға тейеш.
Йәнә лә был мөйөшкә йәнлелек өҫтәһәгеҙ, байлыҡ тартыу көсө артыр ғына. Мәҫәлән, ел музыкаһы ҡуйырға, аждаһа, гөбөргәйел, ауыҙына тәңкәләр ҡапҡан өс аяҡлы баҡалар теҙергә мөмкин. Эсенә ҡиммәтле нәмәләр тултырылған ҡумта, аҡса һаҡлағыс һауыттар һәм аҡса менән бәйле башҡа затлы әйберҙәр ҙә бара.

*Фен-шуйҙың иң мөһим символы – Һыу. Шуға күрә өйҙә Һыу ҡеүәтен йәнләндерергә кәрәк. Һыу – иң көслө стихия. Әгәр самаһын юғалтһаң, ул Ағасты серетә башлай. Ошо символдар араһында тигеҙлек булыуы зарур. Фен-шуйҙа күп нәмә шартлы. Был мөхиттә һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы тойорға тейешһегеҙ.
Аквариум ҡуйып, унда туғыҙ балыҡ ебәрегеҙ. Ҡытайҙа балыҡ – байлыҡ символы, ә Һыуҙағы балыҡ был көстө күпкә арттыра. Әгәр аквариум тәрбиәләргә ваҡыт тапмаһағыҙ, Байлыҡ мөйөшөнә көмөш тәңкә һалып, һыу тултырылған икенсе һауыт ҡуйһағыҙ ҙа була. Әгәр инде ундай мөмкинселек юҡ икән, Һыу һүрәтләнгән матур картина, рәсем йәки фото элеп ҡуйығыҙ. Тик шарлауыҡ булмаһын. Сөнки ул үҙенең көслө ағымында бөтә байлыҡты йыуып сығарасаҡ.

*Байлыҡ зонаһында төҫтәр ҙур әһәмиәткә эйә. Ағас – йәшел, Һыу зәңгәр, алһыу күк, миләүшә, ҡара төҫтәрҙе сағылдыра.
Ҡытайҙа байлыҡ һәм етеш тормош төҫө булып зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫтәр тигеҙлеге һанала.
Хыялсан, ижадкәр булығыҙ! Шуны онотмағыҙ, фен-шуй теле – билдәләр теле!
Миләүшә ВӘЛИЕВА әҙерләне.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook