Башҡортостан Ҡыҙы

Иш янына ҡуш

Иш янына ҡуш
Һалым ҡайтармалары алыу ғаилә өсөн иш янына ҡуш булып ҡала. Был мәшәҡәтле генә эштең нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итеүебеҙҙе һорап, күп уҡыусыларыбыҙ мөрәжәғәт итә. Шуларҙың бер нисәһенә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 3-сө камераль контроль бүлеге етәксеһе Аделина Гомерос ҡыҙы КУЗЬМИНА аңлатма бирә.

– Өс йыл элек беҙ фатир һатып алдыҡ, уны тик минең милкем итеп яҙҙырҙыҡ. Торлаҡ буйынса һалым ҡайтармаһын йыл һайын алып киләм. Ә былтыр ауырып киттем, түләүле медицина хеҙмәттәренә ҙур аҡса түгергә тура килде. Дауаланыуға киткән сумманан мин һалым ҡайтармаһы алырға хоҡуҡлымынмы? Юҡ икән, был ҡайтарманы ирем түләгән һалымдарҙан алырға мөмкинме?
Ирина ҠАЗЫЕВА,
Өфө ҡалаһы.


– Бер һалым декларацияһы буйынса һеҙ бер нисә ҡайтармаға (социаль һәм торлаҡ) ғариза яҙырға хаҡлыһығыҙ. Ләкин ҡайтармалар суммаһы һеҙ түләгән һалымдарҙың дөйөм суммаһынан артырға тейеш түгел. Шулай уҡ дауаланыуға киткән сығымығыҙҙан социаль ҡайтарманы ирегеҙ алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһына ҡушып, түбәндәге документтар килтерергә кәрәк:
– медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә килешеү (әгәр булһа – уға ҡушымталар һәм өҫтәмә килешеүҙәр);
– күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре өсөн түләүҙе раҫлаусы документтар (мәҫәлән, чектар);
– туғанлыҡты раҫлаусы документ (был осраҡта – никах таныҡлығы);
– медицина хеҙмәттәренә түләү тураһында Рәсәй Федерацияһы һалым хеҙмәттәренә биреү өсөн белешмә (төп нөсхәһе).

– Ғаиләбеҙ алты йыл элек йорт һатып алды. Ул ирем һәм студент улым милкендә. Йорттоң улыма тәғәйен өлөшө өсөн ирем түләгән һалымдарҙан ҡайтарма юллап буламы? Ирем үҙенә тигән ҡайтарманы тулыһынса алып бөттө.
Наилә ҠОРБАНОВА,
Стәрлебаш районы.


– Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексына ярашлы, ата-әсә үҙ аҡсаһына 18 йәшкә тиклем балалары өсөн торлаҡ алған осраҡта НДФЛ буйынса ҡайтарма алыу мөмкинлегенә эйә. Алынған торлаҡ ирегеҙҙең һәм ул саҡта бәлиғ булмаған балағыҙҙың уртаҡ милке итеп яҙылған икән, ирегеҙ икеһенең өлөшө өсөн тулыһынса һалым ҡайтармаһы алырға хоҡуҡлы.

– Ипотекаға фатир алғайныҡ, уны минең исемгә генә яҙҙырҙыҡ. Былтыр пенсияға сыҡтым, ипотека түләүемде дауам итәм. Пенсиянан башҡа табышым юҡ, ә торлаҡ буйынса тейешле сумманан һалым ҡайтармаһын алып бөтмәгәнмен. Уны эшләп йөрөүсе ирем түләгән һалымдарҙан ҡайтарып буламы?
Рәсимә ХАЛИҠОВА,
Салауат ҡалаһы.


– Һалым түләй торған табышығыҙ булмау арҡаһында торлаҡ буйынса һалым ҡайтармаһына хоҡуҡты ирегеҙгә тапшырырға теләйһегеҙ икән, фатирығыҙ 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем һатып алынһа, был мөмкин түгел.
Торлаҡты 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алып, уның буйынса тейешле һалым ҡайтармаһын тулыһынса алып өлгөрмәһәгеҙ, был хоҡуғығыҙҙы ирегеҙгә тапшырырға, йәғни уны ирегеҙ түләгән һалымдарҙан ҡайтырып бөтөрөргә хаҡлыһығыҙ. Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына ярашлы, бындай милектең ир менән ҡатындың ҡайһыһының исеменә яҙҙырылыуы, торлаҡ өсөн уларҙың кеменең түләүе мөһим түгел.


Теги: Һалым ҡайтармалары




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook